Проза: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
"'''Проза''' — көйгә һәм үлсәмгә һалынмай ижад ителеп, ҡағыҙға төшөрөлгән йә телд…" исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

10:04, 23 март 2015 өлгөһө

Проза — көйгә һәм үлсәмгә һалынмай ижад ителеп, ҡағыҙға төшөрөлгән йә телдән һөйләнелгән сәсмә (шиғри булмаған) әҙәби әҫәр.

Терминдың мәғәнәһе

Проза — латинса «prōsa» һүҙе, исем булараҡ, «prōsus» сифатынан яһалған. Урыҫ телендә «прямой», «свободный» тигән мәғәнәләрҙе бирһә, башҡортсаға «тура», «ябай», «ирекле» тип тәржемәләргә була. Бынан сығып, прозаны «ритмик киҫәктәргә һәм ҡабалауҙарға бүленмәгән ирекле һәм ябай телмәр» тип тип ҡабул итергә кәрәк. Боронғо грек әҙәбиәтенең һуңғы осоронда, аҙаҡтан Боронғо Римдә был термин үҙенең бөгөн төп ҡулланылышта булған мәғәнәһен алған. Билдәле булыуынса, ул замандарҙағы грек әҙәбиәтендә нәфис һүҙ һөйләүҙе «поэзия» тип атағандар, бындағы мәҙәниәттә нәфислек сәнғәте тәү сиратта ритм хистәре менән бәйле булған. Шуға ла әҙәби ижад әҫәрҙәренең күпселеге шиғыр формаһында тыуған. Һуңыраҡ ирекле һөйләүгә ҡаршы ҡуйып, ритмик яҡтан дөрөҫ ойошҡан телмәрҙе «шиғыр» тип исемләй башлағандар. Грек мәҙәниәтен тулыһынса ҡабул иткән һәм артабан үҫтергән Боронғо Римдә, нәҡ ошоға нигеҙләнеп, «ритмик киҫәктәргә бүленмәгән, ябай һәм ирекле телмәр»ҙе генә «проза» тип атай башлағандар.

Шулай булһа ла, күп милләтле нәфис әҙәбиәттең меңәр йыллыҡ тарихи үҫеше һөҙөмтәһендә поэзия менән прозаны ныҡлап айырыу бары тулыһынса һаҡланып ҡалмаған. Әҙәбиәт белемендә эргәләш йөрөгән был терминдар аңлатҡан ижад жанрҙары ла бер-береһенә бик яҡын тора: прозалағы шиғри әҫәрҙәр (стихи в прозе) менән бер рәттән ритм һәм рифма ҡулланып яҙылған проза әҫәрҙәренең дә булыуы бының асыҡ миҫалы.

Прозаның ҡыҫҡаса тарихы

Прозалағы әҙәби жанрҙар

Әҙәбиәт

  • История всемирной литературы: В 9 томах / АН СССР; Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького; Гл. редкол: Г. П. Бердников (гл. ред.), А. С. Бушмин, Ю. Б. Виппер (зам. гл. ред.), Д. С. Лихачев, Г. И. Ломидзе, Д. Ф. Марков, А. Д. Михайлов, С. В. Никольский, Б. Б. Пиотровский, Г. М. Фридлендер, М. Б. Храпченко, Е. П. Челышев. — М.: Наука, 1983— 1994.  (рус.)
  • Советский энциклопедический словарь: — М.: Советская энциклопедия, 1980. — 1600 с. с илл.  (рус.)
  • Әхмәтйәнов К. Әҙәбиәт теорияһы. Дөйөм белешмәләр: — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1985. — 342 бит.
  • Ожегов С.И. Словарь русского языка. М., 1968.  (рус.)
  • Русско-башкирский словарь: В 2 т. / Под редакцией З.Г. Ураксина. Уфа: Башкирская энциклопедия, 2005. Т. 2. П — Я. — 2005. — 680 с.