Милтон-Кинс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Милтон-Кинс
ингл. Milton Keynes
Нигеҙләү датаһы 23 ғинуар 1967
Рәсем
Дәүләт  Бөйөк Британия[1]
Административ үҙәге Милтон-Кинс (унитар берәмек)
Административ-территориаль берәмек Милтон-Кинс (унитар берәмек)
Сәғәт бүлкәте UTC±0:00[d] һәм UTC+1:00[d]
Историческое графство Бакингемшир[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Грейт-Уз[d]
Халыҡ һаны 207 057 кеше (2011)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 102 метр
Туғандаш ҡала Шверте, Алмере һәм Хуайань[d]
Сиктәш Deanshanger[d]
Майҙан 88 км²
Почта индексы MK1 - 15
Рәсми сайт milton-keynes.gov.uk
Коллаж
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 41 026
Урындағы телефон коды 01908
Географический код Великобритании SP841386
Карта
 Милтон-Кинс Викимилектә

Милтон-Кинс (ингл. Milton Keynes) — Бөйөк Британияның Бакингемшир графлығының көньяҡ-көнсығышындағы ҡала, Лондондан төньяҡ -көнбайышҡа табан 72 км-ҙа урынлашҡан. Милтон-Кинс унитар берәмегенең административ үҙәге.

Англияның Милтон-Кинс ҡалаһы тулыһынса алдан әҙерләнгән план буйынса төҙөлгән яңы ҡала. Ул ҡаланың тарихи үҙәге юҡ, ә уның урынында сауҙа үҙәге (ингл. mall) тора. Уның оҙонлоғо 3 милгә тигеҙ һәм Европаның иң оҙон сауҙа ҡалаһы булараҡ Гиннестың рекордтар китабына индерелгән. Ҡала планының үҙенсәлектәре булып тиҙ йөрөй торған 1 километр оҙонлоғондағы шосселар селтәре менән ҡапланыуы тора, был арауыҡтағы ҡала төҙөлөшө традицион формала. Шосселар киҫешкән урындарҙа транспорт сиселештәре (roundabout) ҡулсалары бар, был машиналарға светофор сигналдарын көтөүҙән ҡотолорға мөмкинлек бирә.

Шул уҡ ваҡытта ҡаланың составына б. э. тиклемге iv быуаттағы римлеләр ваҡытынан ҡалған ауылдар инә.

Йәйәүлеләр өсөн юл бөтә ҡала аша үтә (redways), шулай уҡ велосипедтар һәм аттар өсөн юлдар бар. Был юлдар киҫелешкән урында юл өҫтөндә йәки ер аҫтында юл үткәүелдәре төҙөлгән. Шулай итеп туранан-тура автомобиль транспорты менән киҫешкән урын юҡ тиерлек.

Күңел асыу урыны булып Хscape йыл әйләнәһенә эшләүсе тау саңғыһы үҙәге бар[3]. Бинаның конструкцияһы үҙенсәлекле формала (ҡара. фото). Шулай уҡ күптән түгел Хscape күңел үҙәгендә скайдайвинг өсөн аэро ҡоролма ҡуйылған.

Ҡала Оксфорд, Кембридж, Лондон һәм Бирмингем ҡалаларынан бер үк алыҫлыҡта тора. Бакингемға тиклем юл бөтәһе 20 минут ваҡытты алып тора, ә унда Англиялағы берҙән-бер Бермингем шәхси университеты бар.

Һуғыш йылдарында Британияның Блетчли Парке криптографик үҙәге эшләй алан тьюринг. Һуңыраҡ Блечли Милтон-Кинс составына инә.

Фотоһүрәттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яңы ҡаланың тыуыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1960-сы йылдарҙа Бөйөк Британия хөкүмәте Лондон ҡалаһының тирә-йүнендә халыҡ бик тығыҙ йшәгәнгә күрә илдең көньяҡ-көнсығышында яңы ҡала булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Тикшеренеүҙәр барышында бындай ҡаланы төньяҡ Бакингемширҙа төҙөү иң уңайлы тип табыла. Бында шулай уҡ Блетчли, Stony Stratford һәм Wolverton ҡалаларын да яңы ҡала урыны итеп файҙаланыу күҙаллана. Яңы ҡала 250 мең халыҡ йәшәүгә тәғәйенләнә, уның майҙаны 88,4 кв.км-ға тиң була[4] Ҡалаға элек бында торған ауылдың исеме бирелә[5]. Яңы ҡала махсус рәүештә Лондон, Бирмингем, Лестер, Оксфорд һәм Кэмбридж ҡалаларынан бер үк алыҫлыҡта тора, шунлыҡтан ул үҙаллы һәм тулы хоҡуҡлы төбәк үҙәгенә әйләнергә тейеш була[6]. Ҡаланы планлаштырыу үҙидара ҡулынан «Милтон Кинстың төҙөү корпорацияһына» (MKDC) тапшырыла.

Корпорация элекке ҡалаларҙың хаталарын ҡабатламайынса, яңы ҡаланы шопинг һәм бизнес үҙәге итеп төҙөүҙе күҙ алдында тота. Кинйә ҡала башҡа ҡалаларҙан күпкә яҡшыраҡ булып сыға.

Юлдар селтәренең яңы формала булыуы Калифорния өлгөһөндә планлаштырыла.

Милтон Кинс логистика принцибына ярашлы рәүештә — Лондондан, Кембридждан һәм Оксфордтан бер тиң алыҫлыҡта тороусы ҡала итеп төҙөлә. Уларға тиклем поезда һәм автомобилдә барлығы 40 минутҡа яҡын ғына ваҡытта барып етергә мөмкин. Ҡала янында бер нисә — Лютон (Luton), Хитроу (Heathrow) һәм Бирмингем (Birmingham) аэропорттары бар. Ҡала ҙур һәм күп каналлы урман-парк зонаһы үҙәгендә тора.

Лондондың тығыҙлығы яңы ҡала арҡаһында бушатыла, бындағы офис майҙандары сағыштырмаса түбән хаҡлы була. Милтон-Кинстың тирә-яҡ мөхите лә йәшәү өсөн уңайлы. Бер нисә тиҫтә йыл эсендә ҡала 216 меңлек халҡы менән Британияның башҡа ҡалаларына ҡарағанда бик шәп үҫешә.

Милтон-Кинс ҡалаһы һоҡланғыс пейзажлы урында тора, унда иң бейек ағастарҙан бейек йорттар төҙөргә рөхсәт ителмәй. Ҡалала күңел асыу саралары үткәрелә. 1979 йылда National bowl төҙөлә уның янында вертолет майҙансығы булдырыласаҡ. 1999 йылда ҡалала театр асыла. Ҡалала тағы бер мәҙәни урын булып музыка яратыусылар өсөн — Club Pitz төҙөлә. 1990 йылда ҡалала политехник университет асыла. Милтон Кинстан алыҫ түгел урында Крэнфилд университеты урынлашҡан. Ҡалала бер нисә урта дөйөм белем биреү мәктәптәре бар.

Икенсе яҡтан, яңы планындың минустары ла бар Шәхси транспорт күплектән йәмәғәт транспорты бик түбән ихтыяж кисерә[7]. Шулай уҡ, интернет проблемалары ла барлыҡҡа килә[8], тик был Бөйөк Британияла интернет менән файҙаланыусыларҙың һанын кәметмәй[9].

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Open University
     — ситтән тороп уҡыу формалы эре университет
  • Xscape[en]
     — ғәҙәти булмаған формалы һәм үлсәмле ҙур күңел асыу үҙәге. Үҙ эсенә йыл әйләнәһенә эшләгән ҡар тауын һәм скай-дайвинг үҙәге өсөн аэро ҡоролмаһын, 18 заллы кинотеатрҙы ала.
  • Willen Lake[en]
     — ҙур күл, һыу күңел асыу үҙәге. һыу саңғыһы өсөн канат юлдарҙы үҙ эсенә ала.
  • Planet Ice[en]
     — ябыҡ һырғалаҡ, профессиональ күнекмәләр һәм һөйәрмән шыуыусылар өсөн ҡулланыла.

Туғанлашҡан ҡалалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Англияның графлыҡтары

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. archINFORM (нем.) — 1994.
  2. https://www.britannica.com/place/Milton-Keynes
  3. MK Council General Statistics. Milton Keynes Council. Дата обращения: 10 апрель 2008. Архивировано 10 февраль 2012 года. 2012 йыл 6 февраль архивланған.
  4. Llewelyn-al et David. 1968 Milton Keynes for The Plan. Accessed 2007-01-11
  5. The South East Study 1961—1981HMSO London, 1964: «change to A big of the south in economic within the London to get the east balance is even more and a distribution of dominance modify needed growth».
  6. Milton Keynes bus service very poor. Дата обращения: 15 июль 2010. Архивировано 10 февраль 2012 года. 2011 йыл 2 ноябрь архивланған.
  7. Milton Keynes Broadband Action Group. Дата обращения: 15 июль 2010. Архивировано 10 февраль 2012 года. 2011 йыл 8 декабрь архивланған.
  8. Swindon 'leads broadband Britain'. Дата обращения: 15 июль 2010. Архивировано 10 февраль 2012 года.