Эстәлеккә күсергә

Михайловский замогы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Михайловский замогы
Нигеҙләү датаһы 1801
Рәсем
Изображение интерьера
Нигеҙләүсе Павел I[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург һәм Садовая улица[d]
Хужаһы Павел I[d]
Архитектор Винченцо Бренна[d] һәм Василий Иванович Баженов[d]
Архитектура стиле архитектура неоклассицизма[d] һәм русская неоготика[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Адрес Санкт-Петербург, Садовая улица, дом 2
Рәсми сайт rusmuseum.ru/eng/
Вид в ночное время
Зимнее изображение
Вид с воздуха
Изображение входа
Карта
 Михайловский замогы Викимилектә

Михайловский, йәки Инженер замогы — Санкт-Петербургтың үҙәгендәге элекке император һарайы, Баҡса урамы, № 2 адресы буйынса урынлашҡан, XVIII—XIX быуаттар сигендә император Павел I заказы буйынса һыуҙағы замок кеүек итеп төҙөлгән. Был замокта император үлгән. Был бина — эре архитектура ҡомартҡыһы, ул XVIII быуаттағы Петербург архитектураһы тарихын тамамлап тора.

Һарайҙың исеме Романовтар нәҫелен ҡурсалаусы Михаил архангел исемендәге сиркәүҙең исеменән алынған. Мальта орденының Бөйөк магистры титулын алған Павел I үҙенең бөтә һарайҙарын да «замок»[1] тип атаған; замоктың икенсе исеме — «Инженер замогы», 1819 йылда унда Баш инженер училищеһы урынлашҡан булған.

Замоктың эскизын Павел I үҙе планлаштырған. Проект өҫтөндә эште ул 1784 йылда уҡ башлаған булған. Проектлау процесы 12 йыл самаһы дауам итә, 1781—1782 йылда сит илдәргә сәйәхәт иткәндә Павел I төрлө архитектура өлгөләрен ҡарап сыға. Һарай төҙөү урыны итеп Гатчинаны һайларға уйлай. Төҙөлөш башында император һарайын төҙөү проектының 13 варианты булған[2]. Батшабикә Елизавета Петровнаның архитектор Растрелли төҙөгән Йәйге һарайы янында яңы һарай төҙөлә. Был урында 1754 йылдың 20 сентябрендә бөйөк кенәз ҡатын Екатерина Алексеевнаның улы Павел Петрович тыуа, һәм 1762 йылғы түңкәрелеш ваҡытында уның әсәһе император тип иғлан ителә[3].

Федор Алексеев. Михайловский һарайының Фонтанка яғынан күренеше

Замок 1797—1801 йылдарҙа төҙөлә, уның тәүге ташы 26 февраля (9 марта1797 йылда һалынған. Был һарай архитектор В. И. Баженов проекты буйынса төҙөлә. Император Павел I уны үҙенең күркәм төп резиденцияһы итеп эшләргә теләй. Төҙөлөш менән архитекторы В. Бренна етәкселек итә (яңылыш уны оҙаҡ ваҡыт проекты авторы тип иҫәпләгәндәр)[4]. Әммә Баженов төҙөлөштәрҙе һәм проекттар үтәлешен контролдә үҙе тотҡан. Бренна һарай интерьерын нәфис биҙәй һәм һарайҙың баштағы проектын әҙ генә үҙгәртә.

1800-1801 йылдарҙа Михайловский замогының күренеше.
Михайловский замогы 1850 йылда

Бренна, Баженовтан башҡа император үҙе лә проектты булдырыуҙа ҡатнаша, уның өсөн бер нисә һүрәт ижад итә[3]. Бреннаға шулай уҡ Федор Свиньин һәм Карл Росси ярҙам итә. Павел I төҙөүҙе тиҙләтергә тип Винченцо Бреннаға статский советник чинын бирә, уны ярҙамға Камерон Чарльз һәм Кваренга Джакомоны ебәрә. Бынан тыш, Бренна менән бергә Е. Соколов, И. Гирш һәм Г. Пильников, А. Ф. Г. Виолье эшләй. Төҙөлөш өсөн материалдарҙы башҡа төҙөлөштәрҙән күсереп эште тиҙләтәләр: Царское Село ауылындағы Художество академияһынан декоратив таш, колонналар, фриз һәм скульптуралар килтерелә; Ринальди проекты буйынса төҙөлөп ятҡан Исаакий соборынан — мәрмәр, шул иҫәптән яҙыулы фриз, фриз баш ҡапҡа өҫтөнә урынлаштырыла; Таврия һарайынан — йыйылған паркет килтерелә[5].

Был күркәм бина түбәһен биҙәүҙә билдәле рәссамдар: итальяндар Карл Скотти һәм Антонио Вига, поляк Смуглевич Франциск, немец Иоганн Меттенлейтер ҡатнаша. Билдәле рус рәссамдары И. А. Акимов, А. Е. Мартынов, Г И. Угрюмов, В К. Шебуевшулай уҡ Рәсәйҙә йәшәүсе инглиз Д. Аткинсон картиналары замок интерьерын биҙәй. Павел I сәнғәт коллекцияларында өлөшләтә күренекле Рубенс, Грез, Тьеполо һәм Маргарита Жерарҙың картиналары бар. Бынан тыш, һарай интерьеры мәрмәр һәм үҙенсәлекле башҡа таштар менән йомарт биҙәлгән, унда антик статуялар (оригиналдар һәм күсермәләр), скульптура, замандаштары император Павел булдырыу (шул иҫәптән, Гудон), ҙур таш вазалар, бронза сәғәт, көҙгө, алтын менән сигелгән бәрхәт шаршауҙар ҡуйылған була. Замандашы драматург Коцебу Августа әйтеүе буйынса, һарайы интерьеры гармонияһыҙ, әммә бик тантаналы кисереш тыуҙырып торған[6].

Император бойороғо буйынса һарай көндөҙ һәм төндә (фонарь һәм факел яҡтылығында) төҙөлгән. Эштә бер үк ваҡытта 6 мең кеше эшлэгэн[1]

8 (20) ноября 1800 йылдың Михаил архангелдың тыуған көнөнә замок тантаналы изгеләндерелә, ләкин һарайҙыың эске эштәре 1801 йылдың мартына тиклем дауам итә.

Императорҙы үлтергәндән һуң, һарайға күскәнгә 40 көн үткәс, Романовтар Михайловский замогын ташлап китә һәм замок ике тиҫтә йыл буйына буш тора. Александр I Нидерландҡа кейәүгә сыҡҡан апаһы-король ҡатыны Анна Павловнаға туй бүләге итеп, һарайҙағы көмөш ҡапҡаны иретеп, уның көмөшөнән сәй сервизы яһата. Николай I ҡушыуы буйынса архитекторҙар Яңы Эрмитажды төҙөү өсөн мәрмәрҙе Михайловский замогында «табалар»[7].

  1. 1,0 1,1 Михайловский замок Статья Н. А. Иониной
  2. Вокруг света. Дата обращения: 17 апрель 2010. Архивировано 17 октябрь 2018 года. 2018 йыл 17 октябрь архивланған.
  3. 3,0 3,1 Михайловский замок — замок с привидениями
  4. Михайловский замок на сайте «Архитектура России»
  5. Михайловский (Инженерный) замок. История и фотографии, как добраться
  6. Коцебу, Август Фридрих Фердинанд фон (1761—1819.). Достопамятный год моей жизни : Воспоминания / Август Коцебу. — М. : Аграф, 2001. — 314, [2] с. : ил.; 21 см. — (Символы времени).; ISBN 5-7784-0158-2
  7. Замок цвета… дамской перчатки. Дата обращения: 17 апрель 2010. Архивировано 6 сентябрь 2009 года. 2009 йыл 6 сентябрь архивланған.