Эстәлеккә күсергә

Морат Абдалов

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Морат Абдалов
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1706
Тыуған урыны Бөрйән
Һөнәр төрө яугир

Морат Абдалов (рус. Мрат Абдалов, Мурат Абралов, Мрат Абталов; 1706 — ?) — батыр. 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Е. И. Пугачевтың полковнигы[1].

Морат Абдалов (бәлки Абдулов йәки Абралов) Нуғай даруғаһы Бөрйән улусының Морат ауылында (С. У. Таймаҫов буйынса — хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы Таулыҡай ауылы) тыуған һәм көн иткән башҡорт батыры. 1755—1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалында ла ҡатнашыуы билдәле.

1773 йылдың декабрь айынан алып Морат Абдаловтың 600 яугирҙән торған отряды Иҫәт провинцияһында һуғыша. 16 декабрҙә, Уй ҡәлғәһен ҡамауға алып, подполковник Декастро-Лацеродо командаһына ҡаршы һуғыша. 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышының әүҙем яугиры Төркмән Йәнсәйетовтың отряды менән берлектә Ҡарағай, Петропавловск һәм Магнит ҡәлғәләренә һөжүм итә.

1774 йылдың май айы башында батшаға тоғро булған старшина Кейекбай Яманһарин отрядын тар-мар итә. Ошо уҡ йылдың май һәм июнендә Һаҡмар йылғаһы буйында Төрөкмән Йәнсәйетов отряды менән берлектә подполковник И. Л. Тимашев командалығындағы хөкүмәт ғәскәренә ҡаршы һуғыша. 22 майҙа Урғаҙа һәм Таналыҡ ҡәлғәләрен алыуҙа ҡатнаша. 5 июндә Преображенск заводын ҡыйрата. Октябрь айында Морат Абдалов, ахырыһы, ихтилалды артабан дауам итеүҙең мөмкин булмауын аңлап, подполковник И. Л. Тимашевҡа килеп баш һала[2].

Башҡорт батыры Морат Абдаловтың артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

  • Кулбахтин Н. М. Башкиры и башкирские предводители в Крестьянской войне 1773-1775 годов. Исторические очерки. — Уфа: Башк. энцикл., 2020. — С. 327-331. — 536 с. — ISBN 978-5-88185-484-3.