Моро ислам азат итеү фронты
Моро ислам азат итеү фронты | |
Нигеҙләү датаһы | 1977 |
---|---|
Принадлежит к | United Bangsamoro Justice Party[d] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Sultan Kudarat[d], Maguindanao del Norte[d], Автономный регион Бангсаморо[d], Филиппин |
Рәсми сайт | luwaran.com |
Моро ислам азат итеү фронты Викимилектә |
Моро ислам азат итеү фронты (тагал Pangharap na Maka-Islam na Pagpapalaya ng (mga) Muslim, ғәр. جبهة تحرير مورو الإسلاميةجبهة تحرير مورو الإسلاميةғәр. جبهة تحرير مورو الإسلامية) — исламсы ойошма. Филиппиндың көньяғында моро халыҡтары өсөн бойондороҡһоҙ ислам дәүләте булдырыу өсөн көрәшә. 1981 йылда Моро милли-азат итеү фронтының консерватив ағзалары тарафынан ойошторола.
Тарихының башы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәрәп сауҙагәрҙәре һәм мосолман вәғәзселәре Филиппинға ислам динен 1210 йылда уҡ алып килә. Испанияның колониялаштырыуы башланған мәлгә Филиппиндың төп утрауҙарының яр буйҙарында йәшәүселәр мосолман була. Тәбиғәт байлыҡтары һәм йәнле сауҙа юлдары менән ылыҡтырған был ерҙәрҙе ҡулға төшөрөргә килгән испандар мосолмандарҙың ҡаты ҡаршылығына осрай. Испандар филиппин мосолмандарына мавр һүҙенә тартым итеп моро тигән атама бирә. Колониялаштырыуға ҡаршы ихтилал Испания Ҡушма Штаттар менән һуғышта еңелгән 1898 йылға тиклем бара. 1898 йылғы Париж договорына ярашлы, Филиппин АҠШ юрисдикцияһы аҫтына күсә, был мороларҙың ҙур ризаһыҙлығын тыуҙыра. ХХ быуат башында моро мосолмандары — америкалылар менән, Икенсе донъя һуғышы ваҡытында япон оккупанттары менән һуғыша. Күптәр Филиппиндың мосолмандарға ҡарата алып барған сәйәсәтен Израилдең оккупацияланған Фәләстин территорияларындағы сәйәсәте менән сағыштыра[1].
Минданао — Филиппиндың ҙурлығы буйынса икенсе урындағы утрауы, унда илдең үҫештән артта ҡалған провинциялары урынлашҡан. Мәҫәлән, Минданао автономиялы районында сабыйҙар үлеменең илдәге иң юғары (64 %) һәм уҡый-яҙа белеүҙең иң түбән (60 %) кимәле теркәлгән. Минданаола мосолмандар йәшәй, әммә XVI быуат уртаһында Испания колонияһына әйләнгәндән бирле Филиппинда бөтә хөкүмәттәр христиан филиппиндарҙы күсереп ултыртыу һәм ерле халыҡтарҙы католиклыҡҡа күсереү юлы менән Минданаола сәйәси хакимлыҡ урынлаштырырға ынтыла[1].
Был сәйәсәт һөҙөмтәһе булып Минданаола һәм Сули архипелагы утрауҙарында мосолмандарҙың әҙселеккә әйләнеүе тора, улар был төбәк халҡының 17 процентын ғына тәшкил итә. Бынан тыш, ерҙәрҙе маҡсатлы бүлеү арҡаһында Басилан тигән бәләкәй генә утрауҙа, мосолмандар халыҡтың 71 процентын тәшкил итһә лә, христиандар ерҙәрҙең 75 процентын биләй, ә сауҙа әйләнешенең 75 проценты ҡытайҙар ҡулында[1].
Католиктарҙың төньяҡтан күсенеүе һөҙөмтәһендә моро мосолмандары үҙ ерендә әҙселеккә ҡала. Урындағы чиновниктар һәм полиция ярҙамында католиктар Минданаола ҙур-ҙур ер биләмәләрен баҫып алыуға өлгәшә. Шулай итеп, мосолмандар иң фәҡир һәм һирәктәре генә уҡый-яҙа белгән халыҡ төркөмөнә әйләнә[1].
Минданао утрауында архипелагтағы иң бай нефть һәм газ ятҡылыҡтары урынлашҡан, Моро ислам азат итеү фронты Филиппин хөкүмәтен ерле халыҡ тураһында хәстәрлек күрмәйенсә ошо ятҡылыҡтарҙы ҡулға төшөрөргә ынтылыуҙа ғәйепләй[1].
Маҡсаты һәм идеологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Моро милли-азат итеү фронты күп йылдар буйы Филиппиндың көньяғында иң ҙур ҡораллы ихтилалсы төркөм булып тора. Фронт моро халыҡтарының тарихи, дини һәм мәҙәни үҙенсәлектәрен һаҡлап ҡалыу, шулай уҡ киләсәген үҙе билдәләү хоҡуғын һаҡлау өсөн көрәшә. Фронт лидерҙары һәр ваҡыт раҫлап килеүенсә, Филиппин хөкүмәтенә ҡаршы йыһат моро халҡының бурысы булып тора. Ойошма христиан общинаһы исеменән эш иткән экстремистарҙың мосолмандарға ҡаршы көс ҡулланыуына яуап булараҡ барлыҡҡа килә һәм яңынан-яңы яугирҙар менән тулылана. Ойошма етәкселеге федератив республика төҙөү талабын ҡуя һәм үҙ идеологияһын «исламға ярашлы һәм демократик» тип атай[1].
Моро ислам азат итеү фронтынан тыш, илдең көньяғында «Әбү Сайяф» тигән ойошма ла эш итә. Башта Фронт Минданао проблемаларын утрауҙа шәриғәт дәүләте төҙөп кенә хәл итеү мөмкин тип иҫәпләй. Хәҙер иһә ул федератив Филиппин сиктәрендә автономия төҙөү мөмкинлеген ҡарай[1].
Ҡораллы бәрелештәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2000 йылда Филиппин президенты Джозеф Эстрада Минандао ихтилалсыларына ҡаршы һуғыш иғлан итә. 2000 йылдың июлендә Моро ислам азат итеү фронтының штаб-фатирын ҡыйратҡас, оборона министры Орландо Меркадо ашығыс рәүештә «оҙайлы һәм мәғәнәһеҙ һуғыш, ниһайәт, тамамланды» тип белдерә[1].
2007 йылдың июлендә Филиппин диңгеҙ пехотасылары MILF-тың боҫҡонона эләгә; 14 диңгеҙ пехотасыһы әсиргә алына һәм үлтерелә (күбеһенең башы киҫелә)[2]. Килешеү булыуға ҡарамаҫтан, 2003 йылда MILF ике тапҡыр Давао ҡалаһы аэропортында бомба шартлата; бөтәһе 40 кеше һәләк була, 150-нән ашыу кеше яралана[3].
2015 йылдың ғинуары аҙағында Минданаола полицейскийҙар менән ойошманың вәкилдәре араһындағы бәрелеш һөҙөмтәһендә 43-ләп кеше һәләк була. DPA агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, атыш ваҡытында 37 полицейский һәм алты фетнәсе һәләк булған[4].
Солох килешеүҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1971 йылда ҡораллы ҡаршы тороу башланғандан алып, беренсе тапҡыр солохҡа өлгәшеү ынтылышы 1976 йылда була. 1976 йылдың 23 декабрендә Филиппин хөкүмәте менән Моро милли-азат итеү фронты Триполи килешеүенә ҡул ҡуя. Был килешеүҙе төҙөү Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһы тарафынан тәҡдим ителә. Филиппиндың ул саҡтағы президенты Маркос ике айырым төбәк хөкүмәтен булдыра һәм быны «конституцияға ярашлы процесс» тип атай. Президентты солох килешеүе шарттарын боҙоуҙа ғәйепләп, Милли-азат итеү фронты килешеүҙән сыға һәм хәрби хәрәкәттәрҙе яңынан башлай[1].
1996 йылда, Фидель Рамос идара иткән осорҙа, Милли-азат итеү фронты менән икенсе солох килешеүе төҙөлә. Әммә өс йылдан тағы ҡан ҡойош башлана[1].
2013 йылдың декабрендә Филиппин хөкүмәте менән Моро ислам азат итеү фронты договорға ҡул ҡуя, уға ярашлы, илдең көньяғында Бангсаморо тигән автономиялы мосолман төбәге барлыҡҡа килә[5].
2014 йылдың мартында Филиппин хөкүмәте һәм Моро ислам азат итеү фронты солох килешеүе төҙөй. 13 йыл буйы барған һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә Минданао утрауының мосолмандар йәшәгән көньяғы автономиялы төбәккә әүерелә, ә яугирҙар ҡорал ташлай. Ләкин башҡа фетнәсел төркөмдәр хөкүмәт менән алышты дауам итеү ниәтен белдерә[6].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 Мухаметов А. Р., 2012
- ↑ (UPDATE 5) 14 Marines killed in Basilan clash 2012 йыл 11 ғинуар архивланған. (англ.). Проверено 30 сентября 2009. 8 апреля 2012 года.
- ↑ James J. F. Forest. Lessons from the Fight against Terrorism // Countering Terrorism and Insurgency in the 21st Century: International Perspectives. — Greenwood Publishing Group, 2007. — P. 490. — 646 p. — ISBN 0275990370.
- ↑ Число погибших в столкновениях на Филиппинах выросло до 43 человек. РИА Новости (26 января 2015). Проверено 2 февраля 2015.
- ↑ Филиппины: Исламский освободительный фронт заключил соглашение с властями 2013 йыл 16 декабрь архивланған.. Ислам для всех! (10 декабря 2013). Проверено 10 декабря 2013.
- ↑ Правительство Филиппин заключило перемирие с исламистами. Би-би-си (27 марта 2014). Проверено 27 марта 2014.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мухаметов, Абдулла Ринат Война и мир по-филиппински.