Эстәлеккә күсергә

Мәрйенгүҙ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәрйенгүҙ
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Aythya nyroca (Gueldenstadt, 1770)

Һаҡлау статусы
en:Near Threatened
Хәүефле хәлгә яҡын
IUCN 3.1 Near Threatened : 100600476

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  175139
NCBI  197939
EOL  1048479
Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы
популяция ҡыҫҡара
ИПЭЭ РАН сайтында эҙләргә
Aythya nyroca

Мәрйенгүҙ, аҡкүҙ сумғыс, һыргүҙ, мәрйенкәй өйрәк, (рус. Белоглазый нырок, лат. Aythya nyroca — йорт өйрәгенән бәләкәйерәк ҡош.

Парлашып йәки күмәкләшеп йөрөйҙәр. Ата өйрәктең башы, түше, муйыны, ҡабырғаларының өҫ яғы ерәнһыу, көрән. Ҡанаттары, һырты, ҡойроғо ҡара-көрән. Кәүҙәһенең аҫ яғы аҡ. Инә ҡоштоң төҫө тоноғораҡ, ҡорһаҡ яғы һоро. Күҙҙәре аҡ, мәрйен һымаҡ күренә. Сөрәгәйҙәрҙән аҡ көҙгөһө һәм аҡ күҙе менән айырыла.

Тауышы тупаҫ: «ҡрраҡ-ҡрраҡ».


Ситтәре үлән һәм ҡамыш менән ҡапланған, үҫемлектәргә бай йылға-күлдәрҙә йә¬шәй. Үлән, һыу үҫемлектәре һәм бөжәктәре ашай. Күсмә ҡош. һирәк осрай. Ояһы ерҙә. 7—11 бөртөк һарғылт аҡ йомортҡаһы була. Ите өсөн аулайҙар.

  • Бёме Р. Л., Флинт В. Е. Пятиязычный словарь названий животных. Птицы. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. / под общей редакцией акад. В. Е. Соколова. — М.: Рус. яз., «РУССО», 1994. — С. 32. — 2030 экз. — ISBN 5-200-00643-0
  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. Өфө,1986 йыл. ИБ 3478 28.693.35 И 90