Эстәлеккә күсергә

Нейи-сюр-Сен

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нёйи-сюр-Сен
Neuilly-sur-Seine
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Франция

Регион

Иль-де-Франс

Департамент

О-де-Сен

Округ

Нантер

Координаталар

48°53′17″ с. ш. 2°16′07″ в. д.HGЯO

Башлыҡ

Жан-Кристоф Фромантен[d][1]

Майҙаны

3,73 км²

Халҡы

60 341 кеше (2008)

Тығыҙлығы

16177,21 кеше/км²

Почта индексы

92200

Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

ville-neuillysurseine.fr  (фр.)

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Нёйи-сюр-Сен (Франция)
Нёйи-сюр-Сен
Нёйи-сюр-Сен

Нейи-сюр-Сен (франц. Neuilly-sur-Seine [nœˈji syʁ sɛn] — «Нейи на Сене») — О-де-Сан департаментағыкоммуна. Ул Болон урманының көньяғында, Париждың көнбайыш ситендә урынлашҡан. Халҡы яҡынса 60 341 кеше (2008 йыл).

Нейиның үҙәк урамы булған Шарль де Голль авенюһы — Елисей Яландарының дауамы. XVIII быуатта Сена йылғаһы аша Нейиға ул замандың иң ҙур инженер ҡаҙанышы булған шәп күпер һалынған булған, ул күпер Париж менән Нейины тоташтырып торған. Был күпер 1935—1940 йылдарҙа киңәйтелгән. Ә король Франциск I Булон замоғы хәҙерге ваҡытта һаҡланмаған.

ХХ быуатта Нейи-сюр-Сен көслө йоғонтоло Париж халҡының, бигерәк тә бизнес һәм интеллегенция вәкилдәренең, иң яратып йәшәгән урыны булған. 1919 йылдың 27 ноябрендә Нейи-сюр -Сен, Болгария менән Атланта илдәре араһында тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөлгән урын булып, тарихҡа инеп ҡалған.

Нейи-сюр-Сендә билдәле шәхестәр Поль Грим, Жан-Поль Бельмондо, Фредерик Бегбедер һәм Сибилла, Люксембург принцессаһы тыуған. Унда герцог Виндзор (Бөйөк Британияның элекке короле Эдуард VIII), Георгий Гурджиев һәм Василий Кандинскийҙәрҙең вафат булғандар.

Нейиның Иҫке зыяратында рәссам Ви де Шванн, яҙыусылар Анатоль Франс һәм Андре Моруа, режиссёр Рене Клерерләнгән. Ә Нейының Пюто һәм Нантер коммуналары ерендәге яңы зиратында рәссам Василий Кандинский ерләнгән.

  • Борис Талон — сәйәси эшмәкәр, итальян композиторы, эколог.
  • Фредерик Бегбедер — заманса француз телле прозаик, публицист, әҙәби тәнҡитсе һәм мөхәррир.
  • Флора Виллемс (1823—1905) — Бельгия рәссамы.
  • Анис Нин — америка һәм франция яҙыусыһы.
  • Поль Гримо — француз мультипликаторы, рәссам һәм яҙыусы.
  • Бельмондо, Жан-Поль — француз актёры
  • Милон Луи (1766—1845), күренекле француз балетмейстеры, ул да Нейи-сюр-Сендә вафат булған.
  • Монтерлан, Анри де — француз яҙыусыһы, драматург.
  1. Министр внутренних дел Франции (unspecified title)