Жан-Поль Бельмондо

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Жан-Поль Бельмондо
Jean-Paul Belmondo
Jean-Paul Belmondo 2013 2.jpg
Жан-Поль Бельмондо 2013 йылда
Тыуған:

9 апрель 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (84 йәш)

Тыуған урыны:

Нёйи-сюр-Сен, Франция

Гражданлығы:

Франция Франция;
Швейцария Швейцария

Һөнәре:
актёр
Карьера:

1957—2013

Наградалары:
Командор ордена Почётного легиона
Сәнғәт һәм әҙәбиәт  ордены (Франция)
Леопольд I ордены кавалеры
«Ҡаҙаныштар өсөн» ордены командоры (Франция)
«Сезар» (1989)
IMDb:

ID 0000901

Commons-logo.svg Жан-Поль Бельмондо

Жан-Поль Бельмондо (Нейи-сюр-Сендә, Францияла 1933 йылдың 9 апрелендә тыуған) — француз актёры, уға дан килтергән иң тәүге роле булып француздарҙың «Яңы тулҡын» манифесы булған «Һуңғы һулышта» (1960) фильмендәге амораль йөҙлө Хамфри Богарт роле тора. Үҙенең тәүге картиналарында (Голливуд артисы Джеймс Дин кеүек) һәр саҡ алсаҡ күңелле, йылмайыусан йәш боласы ролен уйнап, Европа йәштәренең кумирына әйләнгән артист. Олоғая башлағас, комедияларҙа һәм боевиктарҙа үҙенсәлекле, үткер характерлы ролдәрҙе уйнай.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бельмондо 1933 йылдың 9 апрелендә Нейи-сюр-Сендә (Францияның Сена департаментында) Париж скульпторы Поль Бельмондо (1898—1982) ғаиләһендә тыуған. Мәктәптә уҡыған сағында ул ниндәй профессия һайлау тураһында ныҡлап уйланған, сөнки ул спортты ла, актер һөнәрен дә оҡшатҡан булған. 20 йәшендә ул, актерлыҡ һөнәрен спортсыныҡына ҡарағанда өҫтөнөрәк күреп, Юғары милли драматик сәнғәт консерваторияһына уҡырға инә. Уҡыуын тамамлағас, Жан-Поль үҙенең профессиональ карьераһын сәхнәлә актер булып башлай һәм 50-се йылдарҙа театрҙа эшләй.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1957 йылда уның иң тәүге роле булып «Мольер» фильмендағы роле торған, ләкин уның ҡатнашлығындағы күп кенә эпизодтары кино сығыр алдынан ғына бөтөнләйе менән ҡырҡып ташланған. Уның әһәмиәтле ролдәренең береһе булып, уның Ален Делон һәм Анри Видалдәр менән бергә «Матур бул һәм өндәшмә» (1958) фильмындағы уйнаған роле торған. 26 йәшлек актер Жан-Люк Годарҙың "Һуңғы һулыш"та фильмында вайымһыҙ елғыуар Мишель Пуакарҙың ролен башҡарып, донъя кинематографына үҙенең ҙур өлөшөн индергән.

Бер йылдан һуң ул үҙенең авторитетын, Витторио Де Сиктың «Ике ҡатын-ҡыҙ» фильмында «Оскар» америка премияһына лайыҡ булған Софи Лорен менән бергә уйнап, нығытып ҡуйған. Ул үҙенең иң яҡшы тип табылған ролдәрен «Яңы тулҡындағы» француз режиссерҙарының фильмдарындә уйнаған, әйтәйек, шул уҡ Годарҙың «Ҡатын-ҡыҙ ҡатын-ҡыҙ инде», 1961), Луи Маляның «Оғоро», 1967), Франсуа Трюффоның «Миссисипи сиренаһы», 1969), Клод Шабролдың «Доктор Пополь», 1972), Ален Рененың «Стависки», 1974) фильмдарында.

Голливуд боевиктары һәм комедияларының француздарса аналогы булған коммерция проектлы фильмдарҙа Бельмондо төҙәлмәҫлек авантюрист сифатында бик күп етди, характерлы ролдәр башҡарған, тик уларҙың ҡайһы берҙәре тәнҡитселәр тарафынан бик үк уңышлы тип табылмай ҡалған. Мәҫәлән, «Вариҫ» фильмында ул атаһы менән ҡайнатаһы араһындағы ыҙғыштың сәбәбен асыҡлай аласаҡ бик бай вариҫ Барт Корделдың ҡабатланмаҫ образын ижад иткән. 1974 йылда ул публикаға тағы ла бер сағыу характерлы кеше ролен — иң юғары француз даирәләрендә йөрөүсе авантюрист Антуан Ставискиҙы, еврей сығышлы Рәсәй эмигрантын, — сығарған.

Феериялы һәм гротеск менән һуғарылған «Профессионал» (1981) фильмында ул, Жосс Бомондың персонажын ижад итеп, үҙ карьераһында ҙур ҡаҙанышҡа ирешә.

Бельмондо Францияла иң күп аҡса эшләгән актерҙарҙың береһе. Ул Ален Делон кеүек, үҙенең фильмдарын тиҙерәк сығарыу маҡсатында, Cerito (был уның оләсәһенең ҡыҙ фамилияһы)компанияһын үҙ аҡсаһына аса һәм унда 1986 йыл үткәнсе эшләй. Театр сәхнәһенә ул тик 1987 йылда ғына әйләнеп ҡайтҡан һәм театрҙағы эштәрен киноларҙа ролдәр башҡарыу менән бер рәттән алып барған. 1995 йылда уның «Ситләтелгәндәр» (реж. Клод Лелюш) фильмында башҡарған роле тураһында кино тәнҡитселәре бик матур итеп яҙып сыҡҡандар. 2001 йылда актер инсульт кисерә һәм шунлыҡтан театрҙа һәм кинола эшләүен туҡтатырға мәжбүр булған. 2008 йылда 75 йәшлек Бельмондо яңынан кино төшөрөү майҙансығына кире ҡайта. Ул был юлы режиссер Франсис Юстерҙың «Кеше һәм уның эте» фильмында уйнаған. «Пари-матч» журналына биргән интервьюһында Бельмондо үҙенең был фильмда уйнауы тураһында былай тип әйтә: «Мин быға тиклем 95 фильмда төшөп, театрҙа 40 роль ижад итһәм дә, был фильмда ҡатнашҡанымды үҙемдең иң бәхетле саҡтарым тип иҫәпләйем, сөнки был фильм минең быға тиклем төшкән фильмдарымдан нигеҙҙә бик ныҡ айырылып ятҡан эш тип иҫәпләйем».

2015 йылдың февралендә Бельмондо кинола үҙ карбераһының тамаланыуы тураһында публикаға иғлан итә.

Шәхси тормош[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бейеүсе Элли Константен менән никахта булған сағында(1953—1966)[1], актерҙың донъяға өс балаһы тыуған — ҡыҙҙары Патриция (1958—1994) һәм Флоранс (1960), «Формула-1» ярышында ҡатнашыуын ташлаған спортсы улы Поль Бельмондо. Оло ҡыҙҙары Патриция 1994 йылда янғын ваҡытында фажиғәле вафат булған.

Манекенщица һәм балерина Нати Тардивель (1961) менән ул 2002 йылдың декабренән алып 2008 йылдың йәйенә тиклем икенсе никахта була, уның был никахта ҡыҙы Стелла (2003) тыуған. Жан Поль Бельмондоның бер балаһы ла, аталарының юлынан китеп, актер һөнәрен үҙ итмәгәндәр. Тик уның улы Поль генә, «Яҙмыш һөйөүлеһе» фильмында француз публикаһына бер тапҡыр күренеп ҡалған.

Ул элекке Бельгия моделе һәм хәҙерге бизнес-леди Барбара Гандольфи менән дә романтик мөнәсәбәттә булған.

Бельмондоның ейәндәре: Алессандро (1992), Джакомо (1999) Поль Бельмондоның балалары, тағы ла ҡыҙы Флоранстан тыуған өс ейәне бар[2].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ағаһы продюсер Ален Бельмондо һәм[3] апаһы — актриса Мариэль Бельмондо[2][4].

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кино[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • BAFT премияһына ул 1963 йылда «Леон Морен, дин әһеле» һәм 1967 йылда «Аҡылдан шашҡан Пьеро» фильмдәрендә уйнағаны өсөн Иң яҡшы сит ил актеры номинацияһында тәҡдим ителгән.
  • 1989 йылда ул «Яҙмыш һөйөүлеһе» фильмында уйнағаны өсөн «Сезар» премияһына лайыҡ булған
  • 2011 йылда Канн фестиваленең Алтын пальма ботаҡтары призына лайыҡ булған.

Дәүләт наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Почетлы легион командоры ордены
  • Сәнғәт һәм әҙәбиәт командоры ордены
  • Леопольд кавалеры ордены[5]

Башҡа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Чемпион Париж буйынса бокс.

Ҡыҙыҡ факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]