Оренбуркина Раиса Павловна
Викидатала элемент тултырылмаған |
Оренбуркина Раиса Павловна (17 июнь 1947) - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Башҡорт АССР-ы ХII саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты (1991—1995), Башҡортостан Республикаһының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Милләтте - рус.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Раиса Павловна Оренбуркина 1947 йылдың 17 июнендә БАССР-ҙың Ейәнсура районы Ҡананикольский ҡасабаһында тыуған.
1974 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1974 йылда реаниматолог булып башлаған, артабан хирург булып эшләгән.
1981 йылда Өфө ҡалаһының Совет районында медицина хеҙмәткәрҙәре райкомы рәйесе итеп тәғәйенләнә.
1983 йылдан - район советы башҡарма комитетының һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире.
1987-1990 йылдарҙа - тимер юл больницаһының баш табибы.
1991 йылда Өфө ҡалаһының Октябрь районынан Шәфиев һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ы ХII саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Юғары Советы Президиумы ағзаһы була. Ул профессиональ нигеҙҙә Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының Сәләмәтлек, ветерандар һәм инвалидтар эштәре буйынса комиссия рәйесе вазифаһын башҡара [1].
Артабан Башҡортостан Республикаһының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты булараҡ шулай уҡ профессиональ нигеҙҙә эшләүен дауам итә.
Депутатлыҡ мөҙҙәте тамамланғас, Раиса Павловна "РЖД" ААЙ-ының Аяҡҡа баҫтырыу медицинаһы һәм реабилитацияһы үҙәге етәксеһе булып эшләй.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тормош иптәше менән бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр[2]..
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт АССР-ы Юғары Советы
- БАССР-ҙың 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге
- Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары
- Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104