Офоҡ
Офоҡ | |
Способствовавшим фактором является | географик урынлашыу[d], aбсолютная высота[d] һәм астрономическая рефракция[d] |
---|---|
Офоҡ Викимилектә |
Офоҡ (бор. грек. ὁρίζων — һүҙмә-һүҙ: сикләнгән) — ер йәки һыу яҫылығы менән күк сиге[1]. Икенсе төрлө билдәләмә был төшөнсәгә атап үтелгән яҫылыҡтарҙың күренеп торған өлөшөн индерә[2]. Күренеп торған офоҡ һәм ысын офоҡ бар. Ысын офоҡ яҫылығы һәм күренеп торған офоҡ араһындағы мөйөштө офоҡ ауышлығы (синонимдары: офоҡтоң кәмеүе, офоҡ депрессияһы)[3]. тип атайҙар. Һүрәттәрҙә: A нөктәһе — күҙәтеү урыны; Н Н' — ысын офоҡ яҫылығы; AC1 киҫәге — күренеп торған офоҡтоң геометрик (теоретик) оҙонлоғо; AB1 дуғаһы — күренеп торған офоҡтоң географик оҙонлоғо; α мөйөшө —офоҡ ауышлығы; B.1B.2B.3B4 — күренеп торған офоҡ һыҙаты.
Күрнеп торған офоҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күренеп торған офоҡ тип күк менән ер йөҙө тоташҡан урында хасил булған һыҙатты һәм был сик өҫтөндәге арауыҡты һәм күҙәтеүсе күргән Ер йөҙөн, шулай уҡ күҙәтеүсе тирәләй күренгән арауыҡты атайҙар[4]. Башҡа күк есемдәренә ҡағылышлы ла офоҡ төшөнсәһе ошолай билдәләнелә[5].
Синонимдар: күк йөҙө, күҙ күреме, шаңдаҡ, глазоем, зреймо, завесила, закрой, озор, овидеть, окоем, оглядь[6].
Күренеп торған офоҡҡа тиклемге алыҫлыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әгәр күренеп торған офоҡ ер менән күк араһындағы сик булараҡ бидәләнһә, күренеп торған офоҡтоң геометрик алыҫлығын Пифагор теоремаһын файҙаланып иҫәпләргә мөмкин:
- Бында d — күренеп торған офоҡтоң алыҫлығы, R — Ер радиусы, h — ер йөҙөнә ҡарата күҙәтеү нөктәһенең бейеклеге[7].
- Яҡынлашҡанда Ер — түп-түңәрәк, һәм рефракция иҫәпкә алынмаһа, был формула бик яҡшы һөҙөмтә бирә.
- Ер радиусы 6371 километрға тигеҙ, тип алынһа һәм h.2 дәүмәленең тамыры табылһа, үтә ябай формула килеп сыға[8]:
бында d һәм h километрҙарҙа
бында d километрҙарҙа, ә h. метрҙарҙа.- Түбәндә төрлө бейеклектән күҙәнкәндә офоҡҡа тиклемге ара күрһәтелгән.[9]:
Ер өҫтөнән бейеклеге h. | Алыҫ горизонтта d | Миҫалдар күҙәтеү урыны |
---|---|---|
1,75 м | 4,7 км | торған ерҙә |
25 м | 17,9 км | 8 ҡатлы йорт |
50 м | 25,3 км | күҙәтеү тәгәрмәсе |
150 м | 43,8 км | һауа шары |
2 км | 159,8 км | тауҙар |
10 км | 357,3 км | самолет |
350 км | 2114,0 км | космос карабы |
- Күҙәтеү нөктәһенең бейеклеген һәм рефракцияны иҫәпкә алып офоҡ алыҫлығын иҫәпләүҙе еңеләйтеү өсөн таблицалар һәм номограммалар төҙөлгән. Ысынбарлыҡта күренеп торған офоҡтоң алыҫлығы, бигерәк тә юғары киңлектәрҙәтаблицаларҙағынан байтаҡҡа айырыла, атмосфераның һәм ер йөҙөнөң торошона бәйле[10][11]
Күренеүсәнлек алыҫлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һүрәттә уңда күренеүсәнлек алыҫлығын түбәндәге формула буйынса иҫәпләнелә:
,
— күренеүсәнлек алыҫлығы километрҙарҙа, һәм — күҙәтеү һәм объект нөктәһенең бейеклеге метрҙарҙа.
Әгәр ер рефракцияһын иҫәпкә алһаҡ, формула түбәндәгесә булыр:
шул уҡ — диңгеҙ милдәрендә:
Объекттарҙың күренеүсәнлек алыҫлығын яҡынса иҫәпләү өсөн Струйский номограммаһы ҡулланыла (һүрәтте ҡара): номограмманың ситтә торған ике шкалаһында күҙәтеү нөктәһе бейеклегенә һәм объект бейеклегенә тап килгән нөктәләрҙе билдәләйҙәр, шунан һуң улар аша тура һыҙыҡ һыҙалар һәм был тура һыҙыҡ урта шкала менән киҫешкән урында объекттың күренеүсәнлек алыҫлығы килеп сыға.[12].
Диңгеҙ карталарында, лоцияларҙа һәм башҡа навигация әсбабтарында маяҡтарҙың һәм ут нөктәләренең күренеүсәнлек алыҫлығы, күҙәтеү нөктәһенең бейеклеге 5 метрға тигеҙ алынып, күрһәтелә[10]
Айҙағы офоҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шуны әйтеп үтергә кәрәк: Айҙа аралар бик алдаусан. Һауа булмағанға күрә, Айҙа алыҫтағы әйберҙәр бик асыҡ күренә һәм шуға ла яҡын тип ҡабул ителә. Айҙың офоғо ерҙекенә ҡарағанда ике тапҡырға яҡыныраҡ. Өҫтәүенә ай офоғона тиклемге араны ябай күҙ ҡарашы менән генә билдәләү бик ҡыйын.
— Николай Носов. «Незнайка на Луне». 1964.
Ысын офоҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Философияла офоҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Философияға офоҡ төшөнсәһен Эдмунд Гуссерль индерә, ә Гадамер уны түбәндәгесә билдәләй: «Горизонт — ниндәй ҙә булһа пункттан күрергә мөмкин булған тирә-йүндәге мөхит»[13]
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Авиагоризонт
- Секстант
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Значения слова «горизонт» на сайте gramota.ru .
- ↑ Статья «Горизонт» в Большой советской энциклопедии
- ↑ Ермолаев Г. Г., Андронов Л. П., Зотеев Е. С., Кирин Ю. П., Черниев Л. Ф. Морское судовождение / под общей редакцией капитана дальнего плавания Г. Г. Ермолаева. — издание 3-е, переработанное. — М.: Транспорт, 1970. — 568 с.
- ↑ Словари и энциклопедии на Академике .
- ↑ Изучение Солнечной системы . 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Даль В. И. Толковый словарь живого великорусского языка. — М.: ОЛМА Медиа Групп, 2011. — 576 с. — ISBN 978-5-373-03764-8.
- ↑ Верюжский Н. А. Мореходная астрономия: Теоретический курс. — М.: РКонсульт, 2006. — 164 с. — ISBN 5-94976-802-7.
- ↑ Перельман Я. И. Горизонт // Занимательная геометрия. — М.: Римис, 2010. — 320 с. — ISBN 978-5-9650-0059-3.
- ↑ Вычислено по формуле «расстояние = 113 корней из высоты», таким образом, влияние атмосферы на распространение света не учитывается и предполагается, что Земля имеет форму шара.
- ↑ 10,0 10,1 Мореходные таблицы (МТ-2000). Адм. № 9011 / главный редактор К. А. Емец. — СПб: ГУН и О, 2002. — 576 с.
- ↑ Мир путешествий и приключений . Расчёт расстояния до горизонта и прямой видимости онлайн. Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ starpomlom Учебник судоводителя любителя . Глава VII . Навигация. 2016 йыл 14 март архивланған.
- ↑ Истина и метод. С.358
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Витковский В. В. Горизонт // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Горизонт // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.