Эстәлеккә күсергә

Рәсәй Федерацияһы Геройы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәсәй Федерацияһы Геройы
Нигеҙләү датаһы 1992
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Түбәнерәк дәрәжә Изге апостол Андрей Первозванный ордены (Рәсәй Федерацияһы) һәм Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройы
Барлыҡҡа килеү урыны Мәскәү
Пиктограмма
Һаны 1045
Лауреаттар категорияһы Категория:Рәсәй Федерацияһы Геройҙары
 Рәсәй Федерацияһы Геройы Викимилектә

Рәсәй Федерацияһы Геройы (йышыраҡ ҡулланылған ҡыҫҡа варианты — Рәсәй Геройы) — Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһы — ил һәм халыҡ мәнфәғәтендә батырлыҡ күрһәтеү менән бәйле ҡаҙаныштар өсөн бирелеүсе юғары маҡтаулы исем.

Рәсәй Федерацияһы Геройына айырым отличие билдәһе — «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла.

2013 йылда булдырылған «Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт Геройы» исеме менән бергә «Рәсәй Федерацияһы Геройы» исеме илдең айырым дәүләт наградалары иҫәбенә инә һәм, иң юғары маҡтаулы исем булараҡ, Рәсәй Фдерацияһының дәүләт наградалары исемлек-иерархияһында тәүге урында тора[1].

Шәхескә Рәсәй Федерацияһы Геройы һәм Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройы исемдәре бирелгән осраҡта Рәсәй Федерацияһы Президенты указы нигеҙендә тыуған ерендә тейешле яҙыу менән уның бронза бюсы ҡуйыла[2].

Маҡтаулы исем Рәсәй Федерацияһының 1992 йылдың 20 мартындағы «„Рәсәй Федерацияһы Геройы“ исемен һәм уның айырым отличие билдәһе „Алтын Йондоҙ“ миҙалы тураһында»ғы Законы нигеҙендә булдырыла һәм Рәсәй Федерацияһы Юғары Советы ҡарары менән шул уҡ көндө ғәмәлгә индерелә.

«Рәсәй Федерацияһы Геройы» исеме Рәсәй Федерацияһы Президенты тарафынан тик бер генә тапҡыр бирелә[3].

Рәсәй Федерацияһы Геройы исеменә беренсе булып Осоу составының Липецк хәрби әҙерлек һәм яңынан уҡыу-өйрәнеү үҙәге начальнигы авиация генерал-майоры Соламбек Сусаркулович Осҡанов лайыҡ була. Был юғары исем уға Рәсәй Федерацияһы Президентының 1992 йылдың 11 апрелендәге 384-се указы менән үлгәндән һуң бирелә. 1992 йылдың 7 февралендә «МиГ-29» самолётында сираттағы осош заданиеһын үтәгән ваҡытта техника эшләүҙән баш тарта, һәм генерал, үҙ-үҙен ҡорбан итеп, осҡостоң тораҡ пунктына төшөүенә юл ҡуймай. Соланбек Осҡановтың тол ҡатынына 2-се «Алтын Йондоҙ» миҙалын тапшыралар. Николай Антошкин фаразы буйынса, ил етәкселегендә 1-се Рәсәй Геройы мотлаҡ тере булырға тейеш тип ҡарар итәләр[4].

1-се «Алтын Йондоҙ» миҙалы «Мир» орбиталь станцияһында оҙайлы йыһан осошо өсөн лётчик-космонавт Сергей Крикалёвҡа тапшырыла. Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме уға Рәсәй Федерацияһы Президентының шул уҡ 1992 йылдың 11 апрелендәге, әммә һуңыраҡ ҡул ҡуйылған 387-се указы менән бирелә[5].

Маҡтаулы исемгә лайыҡ булыусылар араһында лётчик-космонавтар, хәрби хеҙмәткәрҙәр, Бөйөк Ватан һуғышында һәм башҡа хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар, лётчик-һынаусылар, спортсылар, разведчиктар, ғалимдар һәм башҡа һөнәр вәкилдәре бар.

Атаҡлы атыу ҡоралдары конструкторы Михаил Тимофеевич Калашников бер үк ваҡытта Рәсәй Федерацияһы Геройы һәм ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы ла ине. Дүрт Рәсәй Федерацияһы Геройы бер үк ваҡытта Советтар Союзы Геройы исемен дә йөрөтә: улар — СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең лётчик-космонавтары Сергей Крикалёв һәм Валерий Поляков, вертолётсы Николай Майданов, совет һәм Рәсәй океанолог ғалимы, полярник Артур Чилингаров. Ике космонавт — Тәлғәт Мусабаев менән Юрий Маленченко, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, лётчик Бахтурас Бейскбаев бер үк ваҡытта Рәсәй Геройы һәм Ҡаҙағстандың Халыҡ Геройы. Рәсәй Геройы космонавт Сәлижан Шәрипов бер үк ваҡытта Ҡырғыҙ Республикаһы Геройы исеменә лә лайыҡ булған. Һауа-Десант ғәскәрҙәре сержанты Виталий Вольф]] Рәсәй Геройы һәм Абхазия Геройы.

2018 йылдың 16 мартына Рәсәй Федерацияһы Геройы исеменә дөйөм алғанда 1101 кеше лайыҡ булған, шуларҙың 480-ненә был юғары исем үлгәндән һуң бирелгән. Рәсәй Геройы исемен алыусылар исемлеге, шулай уҡ Президентың был исемде биреү тураһындағы указдарының барыһы ла рәсми баҫылмай. Ҡайһы бер бүләкләүҙәрҙең «йәшерен» грифы менән булыуы арҡаһында геройҙарҙың аныҡ исемлеге билдәле түгел, был үҙ сиратында киң мәғлүмәт сараларындағы материалдарҙа төрлө хаталарға һәм ҡапма-ҡаршылыҡтарға алып килә.