Салла
Салла | |
фин. Salla[1] | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | 1857 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Sallan kunta |
Рәсми тел | Фин теле[2][3] |
Дәүләт | Финляндия |
Административ-территориаль берәмек | Лапландия[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d] |
Статистическая область | Восточная Лапландия[d][4] |
Ассоциацияләшкән сайлау округы | Lapland[d] |
Закондар сығарыу органы | Salla municipal council[d] |
Халыҡ һаны | 3344 кеше (31 декабрь 2023)[5] |
Туғандаш ҡала | Вильдау[d][6], Ковдор[d][6], Ботсфьорд[d][6] һәм Арьеплуг[d][6] |
Сиктәш | Савукоски[7], Куусамо[d][7], Кемиярви[7], Посио (Финляндия)[7] һәм Пелкосенниеми[7] |
Майҙан | 5729,81 км² (1 ғинуар 2023)[8] |
Рәсми сайт |
salla.fi salla.fi/en/ |
Тасуирлау биттәре | imdb.com/search/title/?l… |
Салла Викимилектә |
Салла (фин.Salla; 1936 йылға тиклем — Куолаярви фин.Kuolajärvi) — Финляндияның төньяғында община, Лапли провинцияһында урынлашҡан. 5872 км² майҙанды тәшкил итә. Кемиярвинан 67 км, Куусамонан 115 км, Рованиеминан 150 км алыҫлыҡта ята.
2012 йылға Салла — Финляндияла иң дотациялы муниципалитет, үҙ эшмәкәрлеген 70 % хөкүмәт иҫәбенә тормошҡа ашыра[9].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Салла коммунаһына 1857 йылда нигеҙ һалына һәм Куолаярви тип атала. Коммунаның атамаһы 1936 йылда мәхәллә руханийы Эркки Койвисто инициативаһы менән Салла итеп үҙгәртелә. Коммунаның элекке үҙәге Саллантуртури ҡалҡыулығы итәгендә Саллайоки йылғаһының ике яғында урынлашҡан була. Куолаярви атамаһы саам Guollejaur һүҙенән килеп сыҡҡан, ул балыҡлы күл тигәнде аңлата. Иҫке Саллала Куолаярви күлдәренең системаһы бар, унан көнбайышҡа ағыусы һәм Сайялағы Тенниоки йылғаһы менән тоташтырыусы Куолайоки йылғаһы башланғысын ала. Һуғышҡа тиклем Куолоярви 12 000 квадрат километр майҙанды биләүсе коммуна була һәм унда 5500 самаһы кеше йәшәгән[10].
1939—40 йылдарҙағы совет-фин һуғышы барышында совет ғәскәрҙәре Салла территорияһына баҫып инә, общинаның бер өлөшө Советтар Союзы тарафынан оккупациялана. 1941—44 йылдарҙа совет-фин һуғышы барышында Салла ҡалаһы сиктең икенсе яғында була, әммә совет позицияларына герман һәм фин ғәскәрҙәре һөжүм итә, юғалған территориялары Финляндияға кире ҡайтарыла. Һуғыш аҙағында немец ғәскәрҙәре Лапландиянан ҡыҫырыҡлап сығарыла. Салланың көнсығыш яртыһы (Иҫке Слла тип аталған яғы) тулыһынса РСФСР-ҙың Мурманск өлкәһе составына инә.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2012 йылдың 30 сентябрендәге халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса халҡы 4007 кеше тәшкил итә; 2000 йылғы мәғлүмәттәр буйынса 5142 кеше иҫәпләнә. Халыҡ тығыҙлығ 0,71 кеше/км². Общинаның 98,9 процент халҡы өсөн фин теле - туған тел, 0,1 % — швед, 0,1 % — саам теле һәм 0,9 % — башҡа телдәр. 15 йәштән кесе йәштәге кешеләр өлөшө —11 %; 65 йәштән өлкән кешеләр өлөшө 27,7 % тәшкил итә.
Лаппиның башҡа общиналарындағы кеүек үк Саллала етди проблема булып эшһеҙлек тора, 2007 йылдың ғинуарына ҡарата мәғлүмәттәр буйынса уның кимәле 25,8 % — был Финляндия общиналары араһында иң юғары күрһәткес.
1970 | 1975 | 1980 | 1985 | 1990 | 1995 | 1998 | 2000 | 2002 | 2004 | 2006 | 2008 | 2010 | 2011 | 2016 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
8840 | 7926 | 7256 | 6875 | 6269 | 5812 | 5462 | 5142 | 4822 | 4683 | 4479 | 4308 | 4218 | 4104 | 3654 |
Транспорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Саллала Кемиярвинан йөк тимер юл тармағы бар, әммә 2006 йылда ул фин тимер юлдары хакимиәте уны ябыу планы тураһында иғлан итә. 2013 йылда Салла-Кандалакша сифатлы тимер юлын төҙөү тураһында килешеүҙәр башлай[12]
Ауылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аатсинки, Ахоланваара, Ахвенселькя, Хаутаярви, Хирвасваара, Исохалме, Каллунки, Келлоселькя, Котала, Коутело, Куру, Кясмя, Лапаярви, Леусярви, Наруска, Ниемеля, Оуланка, Онкамо, Пахкакуму, Палоперя, Сайя, Салмиваара, Селкяля, Туохикюля, Валловаара, Варвикко, Виттикко.
Сәйәсәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Партия | 2008 һайлауҙар һөҙөмтәһе[13] | Урындар |
---|---|---|
Финляндия үҙәге | 50,2 % | 14 |
Һул союзы | 27,5 % | 7 |
Милли коалиция | 13,1 % | 3 |
Социал-демократтар | 10,8 % | 3 |
Галереяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Салла сиркәүе
-
Салланың типик пейзажы
-
Салпа һыҙығы (Salpalinja) - Икенсе донъя һуғышы ваҡытындағы танкыға ҡаршы нығытма
Туризм
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Салланың таҙа һәм кеше ҡулы теймәгән тәбиғәте күп туристарҙы йәлеп итә. Ҡышын Саллала тау саңғыһында шыуырға, болан һәм эттәр егеп походҡа юлланырға йәки уңайлы коттеджда ябай камин янында хәл йыйырға була.
Йәй һәм көҙ төбәктә йәйәүлеләр маршруты асыла, еләккә һәм бәшмәккә бай урмандары еләк һәм бәшмәк йыйыусыларҙы ылыҡтыра. Ҡунаҡтар өсөн спа-үҙәк, күп функциялы спорт залдары, ҡыҙыҡлы Болан паркы, Салланың һуғыш ваҡыты һәм һуғыштан һуң тергеҙелгән музейы һәм күп һанлы ресторандар көтә.
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Салла (тау саңғыһы курорты)
- Һуғыш ваҡытындағы һәм һуғыштан һуңғы тергеҙелгән Салла музейы
- Саллы музейы
- Оуланка (милли парк)
- Салланың болан паркы
Туғандаш ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ковдор[14]
.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://tietokortit.maanmittauslaitos.fi/nimisto/paikka/10575941 — National Land Survey of Finland.
- ↑ http://www.stat.fi/meta/luokitukset/kunta/001-2012/luokitusavain_ks.html
- ↑ Kuntien ja kielisuhdeluokituksen 2024 välinen luokitusavain, Klassificeringsnyckeln mellan kommuner och språklig indelning år 2024, The correspondence table between municipalities and language distribution in 2024 — Статистический центр, 2024.
- ↑ Kuntien ja seutukuntien vuoden 2024 välinen luokitusavain — Статистический центр.
- ↑ Population growth biggest in nearly 70 years — Статистический центр.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 Ystävyyskunnat — Салла.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 https://www.stat.fi/org/avoindata/paikkatietoaineistot/kuntapohjaiset_tilastointialueet.html
- ↑ Suomen pinta-ala kunnitain 1.1.2023 (фин.) — MML.
- ↑ Больше 100 муниципалитетов живут за счет госдотаций // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 9 август 2012. (Тикшерелеү көнө: 9 август 2012)
- ↑
- ↑ Tilastokeskus (tilastotiede Suomen)(недоступная ссылка)
- ↑ Россия торопит строительство железной дороги Салла-Кандалакша // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 18 июнь 2013. (Тикшерелеү көнө: 18 июнь 2013)
- ↑ 26.10.2008 MUNICIPAL ELECTIONS (недоступная ссылка)
- ↑ Туғанлашҡан ҡалалары мурманск өлкәһе 2015 йыл 28 ғинуар архивланған. //башҡорт энциклопедияһы Кола. 5 т. т. 1. Ә — Д / Гл. а. Киселевтың ре. — СПб. : ИС ; Апатиты : КНЦ ӨФӨ, 2008. — С. 502.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Salla Ski Resort — горнолыжный центр
- Олений парк — Sallan Poropuisto 2014 йыл 22 март архивланған.
- На Викискладе есть медиафайлы по теме Салла
- Официальный сайт общины (фин.)
- Туристическая информация о Салле
- Деревня Лапаярви(недоступная ссылка) (рус.)