Себер һумы
Себер һумы | |
Юрисдикция таралышы | Временное Сибирское правительство[d] |
---|---|
Себер һумы Викимилектә |
Себер һумы (Ваҡытлы Себер хөкүмәтенең казначей билдәһе, «сибиркалар») — Бөтә Рәсәй Ваҡытлы хөкүмәте, Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте һәм Юғары Хаким адмирал А. В. Колчактың 1918—1919 йылдарҙа Омскиҙағы Рәсәй хөкүмәте тарафынан эҙмә-эҙлекле рәүештә сығарылған һәм Волга, Урал, Себер, Байкал аръяғы, Алыҫ Көнсығыш һәм Маньчжурияла киң таралыу тапҡан аҡса берәмеге.
Колчакты Рәсәйҙең Юғары хаким итеп иғлан иткәнгә тиклем үк Ваҡытлы Себер хөкүмәттең Себер дәүләт казначейының биш процентлы ҡыҫҡа сроклы йөкләмәләр — 500, 1000 һәм 5000 һумлыҡ облигациялар һәм 1, 5, 10 һумлыҡ казначей билдәләре — сығара. А. В. Колчак осоронда уларға 3 һәм 300 һум номиналы менән казначей билдәләре өҫтәлә.
Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте (Директория) үҙенең аҡсаларында 1917 йылғы Ваҡытлы хөкүмәт мисәтенән күсереп, «билибин» ике башлы бөркөттө урынлаштыра (батша тажы, скипетр, держава, гербтар булмай).
А. В. Колчак идара иткән осорҙа казначей билдәләрендә дәүләт гербы икенсе төрлө вариантта һүрәтләнә. Бөркөт баштары өҫтөндә Георгий тәреһе һәм «Сим победиши» девизы урынлашҡан, ҡулдарына ҡылыс һәм дәүләттең территориаль бөтөнлөгөн сағылдырған монархия эмблемаһы — держава (тәре менән уратылған шар) һалынған, түшенә Георгий Победоносец һүрәте төшөрөлгән Мәскәү гербы ҡайтарыла.
Власҡа килгәс, Колчак хөкүмәте Ваҡытлы Себер хөкүмәтенең аҡсаһын таный һәм уның өлгөһө буйынса үҙенең казначей билеттарын һәм ҡыҫҡа сроклы йөкләмәләрен сығара; 1919 йылдың көҙөндә Америкала етештерелгән аҡсалар сығарыла — 50 тин бон, һәм аҡса суррогаттары (1917 йылғы Отоу займынан Эске 4,5 % I, II һәм III разрядлы облигациялар һәм купондар). Көндәлек тормошта Ваҡытлы Себер хөкүмәтенең һәм Колчак хөкүмәтенең аҡса билдәләрен (казначей билдәләре, ҡыҫҡа сроклы йөкмәткеләр, американ илле тинлектәре, облигациялар һәм купондар) «себер» йәки «омск» тип исемләнә. Колчак власын ҡолатҡандан һуң 1920 йылда Себерҙә кассаларҙағы күләмде тулыландырыу өсөн «омск» аҡсаларының эмиссияһын Иркутск Политцентры (5-25 ғинуар) һәм уны һуңынан алмаштырған Иркутск хәрби-революцион комитеты (26 ғинуар- 17 февраль) башҡаралар. Совет Себер территорияһында себер аҡсаларының бөтә төрҙәре ғәмәлдән сығарыла һәм 1919 йылдың сентябренән 1920 йылдың февраленә тиклем ҡулланыуҙан алына.
-
50 тин. Аверс
-
50 тин. Реверс
-
50 тин. Ҡултамғалы реверс
-
1918 йылғы 1 һум. Аверс
-
1918 йылғы 5 һум. Аверс
-
1918 йылғы 5 һум. Реверс
-
1919 йылғы 3 һум. Аверс
-
1919 йылғы 3 һум. Реверс
-
1918 йылғы 10 һум. Аверс
-
1918 йылғы 10 һум. Реверс
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Наволочкин Н. Д. Дело о полутора миллионах. Хабаровск: Книжное издательство, 1969. 2008 йыл 4 ғинуар архивланған.
- Рынков В. М. Финансовая политика антибольшевистских правительств востока России (вторая половина 1918 — начало 1920 г.): Монография. Новосибирск, 2006.
- Петин Д. И. ДЕНЕЖНО-ЭМИССИОННАЯ ПОЛИТИКА СОВЕТСКОЙ ВЛАСТИ И АНТИБОЛЬШЕВИСТСКИХ РЕЖИМОВ В СИБИРИ (октябрь 1917 — ноябрь 1920 г.)Специальность 07.00.02 — «Отечественная история»: Автореф. дис. …канд. ист. наук. Барнаул — 2011. — 24 с. http://www.fox-notes.ru/spravka/fn_s100611_1.htm
- Петин Д. И. Фальшивые краткосрочные обязательства Государственного казначейства правительства А. В. Колчака: источниковедческий подход в изучении бумажных денежных знаков // Вестник Тюменского государственного университета. 2010. № 1. http://www.fox-notes.ru/spravka/fn_140610_1.htm
- «Сибирский» казначейский знак номиналом пять рублей: история появления сквозь призму архивных документов. Публикация Д. И. Петина // Новейшая история России. 2015. № 1. С. 210—220 : илл. http://history.spbu.ru/NIR/NIR12/Petin.pdf 2016 йыл 21 ғинуар архивланған.