Эстәлеккә күсергә

Сусҡалар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Сусҡалар (лат. Suidae) — 8 төрҙө үҙ эсенә алған ҡуш тояҡлы көйшәмәүселәр (Artiodactyla) ғаиләһе, шул иҫәптән сусҡаларҙың ата-бабаһы ҡабан ошо ғаиләгә ҡарай.

Сусҡа 1030—175 см оҙонлоҡта була. Кәүҙәһәнең алғы өлөшө өҫҡә күтәрелеберәк тора һәм 100 см бейеклеккә етә. Уртаса ауырлығы 60—150 кг була, 300 кг еткәнделе лә осорай. Ҡалын тиреһе ҡуйы шырт менән ҡапланған. Ҡаҙыҡ тештәре ауыҙынан ситкә сығып тора. Морононда кимерсәкле морон осо бар. Ашҡаҙаны ябай төҙөөшлө. Байтаҡ ҡына тире аҫты майы бар. Мөгөҙҙәре юҡ. Ата сусҡаның аҫҡы яңағындағы ҡаҙыҡ тешетәре бөгөлгән һәм 10 см оҙонлоҡҡа етә.

Инә сусҡанан яҙын 4—5, ҡайһы берҙә 10—12 сусҡа балаһы тыуа. Инә сусҡа улырҙы 2—3 ай имеҙеп үҫтерә. Инә заттар — 8—10 айҙа, ата заттар 2 йәштә енси яҡтан өлгөрә.

Тәбиғи ареалы Европала һәм Азияла киң таралған. Йортлаштырыу нәтижәһендә Антарктиданан башҡа бөтә континеттарға таралған һәм бөтә ерҙә лә ҡарағый популяциялары бар.

  • Биологический энциклопедический словарь / Гиляров М. С., Баев А. А., Винберг Г. Г., Заварзин Г. А. и др. — М.: Советская энциклопедия, 1986. С. 562.