Эстәлеккә күсергә

Сыңрау торна (көй)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сыңрау торна
Башҡарыусы

Ҡаруанһарай,
Ишмулла Дилмөхәмәтов,
Азат Айытҡолов
Рөстәм Шәрипов
Этно-Ансамбль"Торатау"

Жанр

башҡорт халыҡ йыры

Йырҙың теле

башҡортса

Оҙайлығы

3:30, 7:02

Сыңрау торна — башҡорт халыҡ инструменталь көйө.

Йомабай Иҫәнбаев башҡорт музыкаһының башҡа йыр өлгөләре менән бер рәттән 1927 йылда Франкфурттағы Майн ҡалаһында (Германия) Бөтә донъя музыка күргәҙмәһендә «Сыңрау торна»ны башҡара[1].

«Сыңрау йыры» риүәйәте башҡорт халҡының тотемистик идеяларын сағылдыра. Боронғо башҡорттар торна, аҡҡош, күгәрсен, ҡоҙғон һ. б. изге ҡоштар тип инанған[2].

Риүәйәт сюжеты буйынса 1944 йылда «Сыңрау торна» (рус. Журавлиная песнь) балеты ҡуйыла[3] З. Исмәғилев һәм Л. Степанов музыкаһы. Фәйзи Ғәскәров либреттоһы. 1960 йылда Свердловск киностудияһы тарафынан «Сыңрау торна» кино-балеты төшөрөлә[4]

Ҡурған өлкәһендә «Сыңрау торнаһы» башҡорт мәҙәниәте фестивале үтә[5].

Башҡортостандың халыҡ шағиры (1992), Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1988, үлгәндән һуң) Рәми Ғарипов был көйгә шиғыр яҙған. «Сыңрау торна» йыры башҡорт халҡының иң йыш башҡарылған йырҙарының береһенә әүрелә.

Сыңрау торна
Сыңрай-сыңрай осоп килә
Сыңрау торнаҡай
Уралыңдан сәләм тине
Сыңрау торнаҡай
Уралҡайым, Уралҡайым,
Тыуған Уралҡай,
Иҫән-һау, ти
Урал-тау, ти
Сыңрау торнаҡай.
Юҡ хафа, ти, юҡ афәт, ти
Сыңрау торнаҡай.
Илдә ир-ат — Салауат, ти
Сыңрау торнаҡай.
Уралҡайым, Уралҡайым
Тыуған Уралҡай!
Ил көйләр ти
Тел һөйләр ти
Уйнар ҡурайҡай.
Ҡыуанысым, йыуанысым
Булды Уралҡай
Йыр ҡанатлы, нур ҡанатлы
Сыңрау торнамдай.

Уралҡайым, Уралҡайым
Тыуған Уралҡай!
Быуаттарҙан быуаттарға
Осоп барғандай.

Башҡорт халыҡ йыры (Рәми Ғарипов эшкәртеүендә"

Борон Уралдың көнсығыш һыртында йәшәгән башҡорттар араһында ҡөҙрәтле батыр йәшәгән. Тирә-яҡта уға тиң аҡыллы, көслө һәм ҡыйыу кеше булмаған. Батыр бик оҫта ҡурайсы һәм йырсы ла булып таныла.

Батыр өйләнә һәм уның бик шәп малайы тыуа. Улы атаһы кеүек ысын баһадир булып үҫеп етә, бик оҫта ҡурайсы булараҡ та дан ала. Егеттең өйләнер ваҡыты етә. Бер көндө ул буласаҡ ҡайныһының йортона бара һәм күк толпарын яҡын ҡына туғайға ебәрә.

Таң менән туғайға атын алырға барғас, егет матур көй ишетеп, тауыш килгән яҡҡа табан йүнәлә. Яҡынлашҡас, аҡланда күк торналар тубы уйнағанын күреп, күҙәтә башлай. Уртала бер торна баҫып тора. Ҡанаттарын ҡаҡҡанда, ул моңло тауыш менән ҡысҡырып ебәргән һайын барыһы ла уға ҡушылып ҡысҡырып, түңәрәк буйлап әйләнә башлай.

Егет торналарҙың сыңлап сыҡҡан моңло тауыштарын йотлоғоп, отоп алғансы тыңлай. Шунан, онотолоп ҡуймаһын тип, тиҙ генә күк толпарын менеп, ҡайны йортона ҡайта. Аттан һикереп төшөү менән, ҡурайын алып, отоп алған торна сыңрауын уйнап та ебәрә.

Халыҡ йыйыла, егет был көйҙө торналарҙан отоп алғанын һөйләй. Бер аҡ һаҡаллы ҡарт:

— Был бит сыңрау торналар тауышы. Улар уйнаған ерҙә яу булыр, халыҡ ҡырылыр, тигән ата-олатайҙар,— ти.

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, батыр атаһы янына ҡайтырға ашыға. Оло йәштәге батыр улына ҡоралдарын тапшырып, дошманға ҡаршы һуғышырға әҙерләнергә ҡуша.

Йәш батыр, тирә-яҡ халыҡҡа оран һалып, ғәскәр туплаған. Ысынлап та, оҙаҡламай башҡорт еренә илбаҫарҙар ябырыла. Батыр егет уҡсылары менән уға ҡаршы сыҡҡан, дошмандарҙы, күҙ күреме ерҙән уҡ менән атып, аяуһыҙ ҡырған.

Яуҙы баҫтырғас, халыҡ бер нисә көн байрам иткән, егетте ил батыры тип данлаған. Шунан бирле сыңрау торналарҙан отоп алынған моң «Сыңрау торна» исеме менән йөрөтөлә. Ә яғаһында (ярында) һуғыш барған күл Яугүл булып ҡалған. Ул Баймаҡ районында, Сибайҙан 10—15 саҡрымда көньяҡта ята[6].

БАШҠОРТ ХАЛҠ ЙЫРҘАРЫ - Х.Әхмәтов, А.Харасов, Л.Лебединский (1954г) 2021 йыл 7 май архивланған.

Башҡорттың йөҙ йыры 2021 йыл 23 апрель архивланған.

  1. /Лейля Аралбаева «Сыңрау торна» легендарный напев из глубины веков
  2. Ҡоштар культы
  3. Ватандаш / Соотечественник / Compatriot. Дата обращения: 21 октябрь 2014. Архивировано из оригинала 4 март 2016 года.
  4. Фильм «Журавлиная песнь». Дата обращения: 21 октябрь 2014. Архивировано 5 март 2016 года.
  5. «Сынрау торна». Дата обращения: 21 октябрь 2014. Архивировано 22 август 2016 года.
  6. Кәрим Дияров. «Сал Уралдың моңдары» башҡорт халыҡ йырҙары һәм йыр-риәүйәттәре. — Өфө: «Китап», 1988 й. — С. 12—13.