Эстәлеккә күсергә

Тау кәзәләре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тау кәзәләре

Пиренея кәзәһе
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Capra Linnaeus, 1758

Синонимдар
  • Aries Link, 1795[1]
Ареал
изображение

Викитөркөмдә
Систематика

рәсем эҙләү
рәсемдәр

Тау кәзәләре йәки тәкәләре (лат. Capra; рус. Горные козлы) — ҡыуышмөгөҙ кәзәләр ғаиләһенә ҡараған ҡуш тояҡлы көйшәүсе һөтимәрҙәр нәҫеле. Был ырыуҙың ҡайһы бер төрҙәрен — кәзәмөгөҙ, Кавказда йәшәгән ике төрөн тур тип атайҙар.

Кәзәмөгөҙ тоҡомоноң типик вәкиле — Себер тау тәкәһе башы.

Йорт кәзәһе (Capra hircus) — ошо төрҙән 8500 йылдар самаһы элек кешегә эйәләштерелгәнлеге иҫбатланған.

Тау кәзәләре таулы райондарҙа йәшәй. Етеҙ һәм сыҙамлы хайуандар, текә ҡая буйлап менеп, ярлы үҫемлектәр менән туҡланып йәшәй ала[2].

Ҡар кәзәһе төрө айырым ырыуға бүленгән (Oreamnos).

Мөгөһ төҙөлөшө буйынса, тау кәзәләренең һигеҙ төрө өс төркөмгә бүленә.[1]

  1. 1,0 1,1 Тау кәзәләре (инг.) Берләшкән таксономик мәғлүмәт хеҙмәте (ITIS) буйынса.
  2. Francesca Parrini; James W. Cain, III; Paul R. Krausman Capra ibex (Artiodactyla: Bovidae) (инг.) // Mammalian Species[en]. — 2009. — Т. 830. — С. 1—12. — ISSN 0076-3519. Архивировано из первоисточника 3 март 2014.