Эстәлеккә күсергә

Ташбаш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 184448

Ташбаш,ташый, ҡомтөркөс, ҡомай, хөмәй (лат. Gobio gobio, рус. Пескарь) — ҡара-йәшел, һоро йәки һорғолт-йәшел төҫтә, сыбар ваҡ йылға балығы. Оҙонлоғо 7-22 см-ға тиклем етә, әммә 15 см-ҙан оҙонорағы һирәк осрай. Кәүҙәһенең көмөш төҫтәге ян-яҡтары, айғолаҡҡа яҡын уҡ башланып ҡойроғона тиклем теҙелгән 12-шәр ҡара йәки зәңгәр-ҡара таптар менән ҡапланған. Аҫҡа ҡараған ауыҙының мөйәштәрендә ҡуш мыйыҡсаһы бар. Күкрәк йөҙгөстәре ян-яҡҡа тырпайып тора. Шуға, өҫтән ҡарағанда кәүҙәһе өскөл булып күренә.[1]. Европала, төньяҡ һәм көньяҡ диңгеҙҙәренән башҡа, киң таралған. Балыҡ тотоу тармағында ҡулланылмай, башҡа йыртҡыс балыҡтарҙың ризығы булып тора.

Киң таралған төр. Промысла әһәмиәтенә эйә түгел. Йыртҡыс балыҡтарға аҙыҡ булып тора. Шулай ҙа, балыҡсылар яратып ҡармаҡлай. Һалҡын аквариумда аҫырарға була.[2][3].

Балыҡтың төрлө исемдәре бар: ташбаш, ҡомтөрткөс, хөмәй, ҡомай, ҡомтой, ҡомоҡа, һөмбаш, тәрбе, таран. Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә йәнә утыҙлап исеме билдәле.

Ташбаш иң киң таралған һәм һәр кемгә билдәле балыҡтарҙың береһе. Беҙҙең илдә ташбаш һәм уның төрҙәре, Европа өлөшөнән башҡа, бөтә Себерҙә тиерлек таралған. Ташбашты, бигерәк тә, Башҡортостандың ваҡ йылғаларында осратып була. Бында ҡомайҙың ике төрө осрай.

Көнсығышта нәҡ бындай ваҡ йылғаларҙан Краснахты тигәнен күрһәтеп була. Ул Уйға ҡояр йылға (Учалы төбәгендә). Көньяҡта шундайҙарҙан Инәк, Абысҡан, Наҡаҫ, Урманка һәм бүтән ваҡ йылғаларҙа ташбаш айырыуса күп. Өршәккә ҡойған Үҙән дә — ҡомай төйәге.

Был ваҡ балыҡ, ғәҙәттә төбө ҡомло булған урындарҙа йәшәй. Шулай ҙа, ташбаштар ҡырсынташлы, йә төбө ташлы булған йылға-күлдәрҙә лә булалар.

Был ваҡ балыҡ йәшәгән урында һыу төбө ҡомло булмаҫҡа ла мөмкин (мәҫәлән, Шәмәҡ быуаһы).

Ташбашҡа ентекләберәк ҡараһаң, ул үҙенең һыны һәм төҫмөрләнеше менән йәшәгән урынға бик камил яраҡлашҡан: балыҡтың кәүҙәһе өҫтән ҡарараҡ, ян-яҡтары тимгел-тимгел.

Уның өсөн һыу таҙа булырға тейеш. Әммә ҡомай артыҡ һалҡын һыуҙы ла яратмай. Ул затлы балыҡ түгел. Үҙе һымаҡ уҡ балыҡтар менән бергә көтөү-көтөү булып йөрөй.

Ул һыу төбөндәге ҡомға һыйынып ята, шуның өсөн дә уны ҡомай, ҡомоҡа, ҡомбәрә тип тә йөрөтәләр.

Ташбаш бик үк йылғыр балыҡ түгел. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, шаҡтай тиҙ үҫә. Ашаған аҙығы — бөжәк ҡарышлауыҡтары, һыуҙағы ҡорт-маҙар. Ҡайһы берҙә үҙенең һәм башҡа балыҡтарҙың ыуылдырығынан да баш тартмай. Ә үҙе ыуылдырығын яҙ аҙағынан алып авгусҡа тиклем сәсә. Ташбаш көндөҙ генә йөҙөп йөрөй, төндә йөҙгөстәренә таянған хәлдә һыу төбөндә ята.

Үрсеү дәүере 3-4 йәшендә башлана. Был мәлдә оҙонлоғо 7-8 см-ҙан кәм булмай. Ыуылдырыҡ сәсеү һыу +7 °C-ҡа йылынғас башлана һәм яҙ аҙағынан алып авгусҡа тиклем дауам итә (1,5—2 ай тирәһенә һуҙыла). Үрсеме 10—12 мең ыуылдырыҡ тәшкил итә. Ыуылдырыҡтарын һайлыҡтарға сәсәләр. Һыу төбөндәге таштарға йәки башҡа ҡаты ерлеккә лайла менән беркетеп ҡуялар. Лайлаға ҡом йәбешә. Шуға, ыуылдырыҡтар күҙгә салынмай.

Личинкалары сыҡҡас, бер нисә көн һыу төбөндә боҫоп ята. Ныҡ пигментлы күҙҙәре тәүге мәлдә яҡтылыҡты һиҙмәй. Күкрәк йөҙгөстәре ҙур була.

Вегетацияның тәүге йылына ташбаш 5 см оҙонлоҡҡа етә. Туҡланыу үҙенсәлеге буйынса бентофаг булып торалар: личинкалары өсөн һыу төбөндәге ваҡ умыртҡаһыҙҙар аҙыҡ булып хеҙмәт итә. Йәш һәм өлкән балыҡтар бөжәк ҡарышлауыҡтары, һыуҙағы ҡорт-маҙар, ваҡ ҡусҡарҙар, башҡа балыҡтарҙың ыуылдырыҡтары менән туҡлана.

  • Нафиҡов Шамил. Һыу буйында балыҡсы.— Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1997.— 176 бит.
  • Берг Л. С. Рыбы пресных вод СССР и сопредельных стран. — М.:Акад. Наук СССР, 1949.  (рус.)
  • Л. П. Сабанеев. Жизнь и ловля пресноводных рыб: Пескарь
  • Аннотированный каталог круглоротых и рыб континентальных вод России (под ред. Ю. С. Решетникова). — М.: Наука, 1998. — 219 с.
  • Берг Л. С. Рыбы пресных вод СССР и сопредельных стран. — М.: Акад. Наук СССР, 1949.
  • Кузнецов В. А. Рыбы Волжско-Камского края. — Казань, 2005. — 208 с., ил.
  • Пескарь // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
  2. Ганс Фрей. Твой аквариум. М.: «Колос», 1966.
  3. Ҡалып:Книга:Декоративное рыбоводство