Тимер ҡапҡалар
Тимер ҡапҡалар | |
---|---|
серб. Ђердапска клисура, рум. Porțile de Fier | |
Координаты: пропущена долгота | |
Оҙонлоғо | 15 км |
Киңлеге | 0,162 км |
Тимер ҡапҡалар Викимилектә |
Тимер ҡапҡалар (сер. Ђердапска клисураЂердапска клисур, рум. Porţile de FierPorţile de Fier) — Карпат һәм Балҡан тауҙары (йылға ҡапҡалары) яҡынайған ерҙә, Оршов ҡалаһынан түбәндә Сербия менән Румыния сигендә Дунай йылғаһының үҙәне тарайған урын. Оҙонлоғо — 15 км, киңлеге — 162 м. Европаның иң матур урындарының береһе тип һанала.
Тәбиғи һәм тарихи-мәҙәни ҡиммәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уң яҡ ярында Джердап (Сербия) милли паркы урынлашҡан. Тимер ҡапҡалар өлкәһенең хәҙерге халыҡтарының иң боронғолары — роман телле валахтарҙың (балкан-роман төркөмө) ярымкүсмә малсылыҡ менән шөғөлләнеүсе ҡәбиләләре. Төньяҡ ярында уларҙың вари: тары булып румындар тора. Көньяҡ ярында әлеге ваҡытта сербтар һәм серб влахтары йәшәй.
Хужалыҡта ҡулланыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дунай йылғаһының Переграда тип аталған шаршылары һәм тупһаһы 1896 йылда оҙонлоғо 2,5 километр булған Сипск урау каналын төҙөгәнгә тиклем судноларға йөрөргә ҡамасаулай[1]. 1964 — 1972 йылдарҙа Югославия менән Румыния СССРҙың фәнни-техник ярҙамында заманса суднолар йөрөү системаһын эшләй, плотиналар төҙөлә һәм ике ҡеүәтле гидроэлектростанция (Джердап I һәм Джердап II) тәҙәлә. Тарлауыҡтың иң ҙур ҡалаһы — Дробета-Турну-Северин (Румыния).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҙур совет энциклопедияһы, 3-сө баҫма.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Викимилектә Тимер ҡапҡалар темаһы буйынса медиафайлдар бар.
- Железные Ворота (сербск.)
- Национальный парк Железные Ворота (рум.)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Изоляцияланған серб ятҡан ауылдарҙы йөрөп булмай.