Токио фонд биржаһы
Токио фонд биржаһы | |
Тармаҡ | financial instruments exchange[d] һәм финансовые услуги[d] |
---|---|
Нигеҙләү датаһы | 16 май 1949 |
Дәүләт | Япония |
Ойошма ағзаһы | Japanese Stock Exchanges Conference[d] |
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы | кабусики-гайся[d] |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Japan Exchange Group[d] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы |
Nihonbashi-Kabutochō[d], Тюо[d], Токио, Япония Токио, Япония[1] |
Фонд баҙары индексы | Nikkei 225[d] һәм TOPIX[d] |
Хеҙмәткәрҙәр | 411 кеше |
Каталог коды | tyo[2], JT[3], TSE[3] һәм T[4] |
Хеҙмәтләндереүсе | Japan Exchange Group[d] |
Рәсми сайт | jpx.co.jp[1] |
Ранг Alexa | 487 281[5] |
Токио фонд биржаһы Викимилектә |
Токио фонд биржаһы (яп. 東京証券取引所 То: кё: сё: кэн торихикидзё) 1878 йылда асыла[6]. Токио биржаһы — ағзалыҡҡа нигеҙләнгән килемһеҙ ойошма, үҙидаралыҡ өлкәһендә киң хоҡуҡтарға эйә юридик шәхес.
Биржа Азия һәм Океанияның фонд биржалары ассоциацияһына инә[7]. 2012 йылда Токио фонд биржаһы Осака фонд биржаһын йота, 2013 йылдың 1 ғинуарында барлыҡҡа килгән берләшкән компания Japan Exchange Group, Inc тигән атама ала[8].
Биржа ағзалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Биржаның ағзалары:
- даими ағзалар (үҙ иҫәбендә лә, клиент мәнфәғәтендә лә ҡиммәтле операциялар алып бара алған ҡиммәтле ҡағыҙҙар менән эш итеүсе компаниялар);
- сайтори ағзалар (биржаның даими ағзалары араһында аралашсы булған ҡиммәтле ҡағыҙҙар менән эш итеүсе компаниялар);
- махсус ағзалар (төбәк биржаларында үтәлә алмаған бойороҡтарҙы Токио фонд биржаһында үтәүсе биржа баҙарҙарын бәйләп торған компаниялар) һәм башҡа ағзалар;
- банктарға ҡарамаған ҡиммәтле ҡағыҙҙар менән эш итеүсе компаниялар (банктар менән ассоциациялы бәйләнештә тороусылар);
Биржаның эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Токио фонд биржаһы баҙар капиталлашыуы буйынса Нью-Йорк майҙансығынан ғына ҡалыша. Әле унда 3560 япон компанияһының, шул иҫәптән 6 сит ил компанияһының, ҡиммәтле ҡағыҙҙары һатыла-һатып алына[9]. Үҙенең акцияларын Токио биржаһына урынлаштырған компаниялар араһында төрлө тармаҡҡа ҡараған трансмилли бәһлеүәндәр күп: Honda, Mazda, Mitsubishi, Toyota автомобиль концерндары, Konica Minolta, Nikon, Olympus, Casio, Sony кеүек юғары технологиялы ҡорамалдар етештереүселәр, эре-эре япон банктары һәм башҡа финанс ойошмалары.
Илдең биржа әйләнешенең 80 проценттан ашыуы Токио биржаһына тап килә. Ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙың институциональ эйәләре төп һатыусылар һәм һатып алыусылар булып тора. Японияла биржала әйләнгән акцияларҙың 20 проценты ғына акция тотоусы айырым кешеләр өлөшөнә төшә, ә 80 процент — финанс учреждениеларыныҡы, страховка компанияларыныҡы һәм корпорацияларҙыҡы. Акция эйәләре дивидендтарға түгел (1990 йыл башында дивидендтар акцияларҙың баҙар хаҡынан 70 тапҡырға кәм була), ә акцияларҙың курсы күтәрелеүгә һәм уларҙы шул күтәренке хаҡҡа һатып килем алыуға иҫәп тота (1980—1994 йылғы бер акцияны һатыуҙан алынған уртаса килем 34,7 процент тәшкил иткән).
Сауҙа итеүҙең төп ысулы — икәүле асыҡ аукцион.
Японияла әйләнештә булған бөтә акцияларҙың 80 проценты Токио фонд биржаһында һатыла һәм һатып алына. Илдәге 1,3-1,5 миллион акционерҙар фирмаһының 1517-һе ошонда теркәлгән, әммә етештерелгән бөтә тауарҙар һәм хеҙмәттәрҙең 25 проценты улар иҫәбенә тап килә.
2005 йылда Токио фонд биржаһы донъяның иң эре фонд баҙарҙары араһында икенсе урынды ала. Уның составына йыл һайын 3000 миллиард долларҙан ашыу килем килтереүсе 2,5 мең компания ингән.
Биржаның тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1878 йылдың майында Токиола Япония өсөн өр-яңы финанс учреждениеһы — фонд биржаһы бинаһы асыла. Японияның шул замандағы финанс министры Окума Сигэнобу һәм корпоратив хоҡуҡиәт менән шөғөлләнгән юрист Шибусава Ейичи Токио биржаһының тәүге хужалары һәм идарасылары була. Башта акция менән сауҙа итеүселәр биржала мотлаҡ рәүештә милли кейем — кимоно кейеп йөрөй.
XIX быуаттың 90-сы йылдары уртаһында биржа яңы бинаға күсә, уның ҡоролошо үҙгәрә — ике партнёрҙан торған ширҡәт урынына акция тотоусыларҙың сикләнгән даирәһе ҡатнашлығындағы акционерҙар йәмғиәте барлыҡҡа килә. Ваҡыт үтеү менән дәүләт облигациялары күбәйә — ул замандағы башҡа илдәрҙәге кеүек, Япония хөкүмәте лә хәрби ҡеүәтте үҫтерергә тырыша һәм, эре капиталистарҙың аҡсаларын йәлеп итеп, оборона бюджеттарын арттыра.
Һуғыштан һуңғы йылдар
Икенсе донъя һуғышы башланған мәлгә Японияла 11 биржа эшләй. Әммә һуғыш башланғандың тәүге йылдарында уҡ шул асыҡлана: ҡиммәтле ҡағыҙҙар менән һатыу иткән майҙансыҡтарҙың күп булыуы отошло түгел. 1943 йылда бөтә биржаларҙы Токио биржаһына берләштерергә ҡарар ителә. Әммә берләштерелгән биржа 1945 йылдың авгусында Хиросима менән Нагасаки ҡалалары бомбаға тотолғандан һуң ябыла.
Токио биржаһының бинаһын Америка хәрбиҙәре биләй. 1948 йылдың ғинуарына тиклем унда оккупациясы ғәскәрҙәрҙең штаб-фатиры урынлаша. 1950-се йылдар уртаһында бөтә власты япон хөкүмәтенә тапшырғанға тиклем илгә улар идара итә. Шул уҡ ваҡытта илдә ҡиммәтле ҡағыҙҙар менән сауҙа ла туҡталмай, әммә килешеүҙәр дөйөм биржа майҙансығында түгел, ә аныҡ инвесторҙар менән акция, облигация тотоусылар араһында төҙөлә.
Һуғыштан һуң үҫеп сыҡҡан Азия мөғжизәһе — ҡитғалағы ҡайһы бер илдәрҙең иҡтисад һәм финанс системаларының йылдам үҫеп китеүе — Японияға ла ҡағыла. Технологик эшләнмәләре һәм алдынғы инновациялары аша ил донъя иҡтисады лидерҙары араһына эләгә.
1983—1990 йылдарҙа ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙың килемдәре айырыуса йылдам үҫә — ошо ете йылда Токио фонд биржаһы үҙендә урынлаштырылған компанияларҙың баҙар капиталлашыуы буйынса донъяла беренсе урынға сыға (донъя фонд баҙары күләменең 60 проценты Япония баш ҡалаһында туплана). Нью-Йорктағы көнәркәштәрҙең уңышлы эшмәкәрлеге тиҙҙән хәлде үҙгәртә, Токио биржаһы иһә икенсе урында нығынып ҡала.
Электрон дәүере
1999 йылдың 30 апрелендә Японияның иң эре фонд биржаһында «йәнле» сауҙалашыу осоро тамамлана — брокерҙар эш иткән майҙансыҡтар ябыла. Бөтә сауҙа электрон баҙарға күсә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 MIC
- ↑ https://app.swaggerhub.com/apis-docs/Crunchbase/crunchbase-enterprise_api/1.0.3#/Ipo
- ↑ 3,0 3,1 https://stockmarketmba.com/globalstockexchanges.php
- ↑ https://help.yahoo.com/kb/SLN2310.html
- ↑ Alexa Internet (ингл.) — 1996.
- ↑ Tokyo Stock Exchange, Inc.: History of Stock Trading Floor 2018 йыл 12 июнь архивланған.
- ↑ Официальный сайт Федерации фондовых бирж Азии и Океании
- ↑ Establishment of JPX 2017 йыл 4 июль архивланған.
- ↑ на 30 апреля 2017 года
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт биржи (яп.)(яп.)
- Официальный сайт биржи (англ.версия) (англ.)
- Устав, корпоративная философия токийской фондовой биржи(недоступная ссылка)