Эстәлеккә күсергә

Туғаҙаҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Туғаҙаҡ
Туғаҙаҡ
Туғаҙаҡ
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Otis tarda (Linnaeus, 1758)

Ярым төрҙәр
  • Otis tarda dubowskii
  • Otis tarda tarda
Ареал
изображение

     Күберәк күсмәй торған популяция      Күберәк күсмә популяция

     Күберәк ҡышлау
Һаҡлау статусы
en:Vulnerable species
Юғалыуға бирешеүсе төр
IUCN 3.1 Vulnerable : 106002760

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  176419
NCBI  73107
EOL  915364
Otis tarda

Туғаҙаҡ (лат. Otis tarda, рус. Дрофа) — оҙон, көслө аяҡлы, оҙон муйынлы, ҡыҫҡа суҡышлы бәләкәй генә страусҡа оҡшаған ҡош. Күп илдәрҙә далала йәшәй, ауыр оса, шәп йүгерә, үҫемлек һәм ваҡ хайуандар менән аҙыҡлана, ауырлығы 16 кг-ға етә торған эре ҡоштар.

Был ҡошто башҡорттар туғаҡ, туҙаҡ, дөйәғош тип тә йөрөтәләр.

Оҙонлоғо 1 метр, ҡанаттарының иңе 2—2,4 метр, ауырлығы 7—12 килограмм. Башы, муйыны, ҡанаттарының өҫкө яғы һоро; һырты йыш ҡара һыҙыҡлы — ерән һары; кәүҙәһенең аҫҡы өлөшө аҡһыл һары. Эйәгендә йомшаҡ һоро ҡауырһындарҙан һаҡалы бар. Күҙҙәре көрән, суҡышы ҡара, аяҡтары һоро. Башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин тугел. Шым ҡош, ҡайһы ваҡыт тоноҡ ҡына тырылдай йәки тамаҡ төбөнән «ҡоңҡ» тигән тауыш сығара. Ҡарағуралы дала йәки ваҡ ҡыуаҡлы яландарҙа йәшәй.

Туғаҙаҡ дала ҡошо. Евразияның урманлы далаларында ла осрай. Үлән уҫентеләре һәм орлоҡтары, еләк, бәжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Ояһын ерҙә соҡоп яһай. Ҡара-көрән таплы 2—3 бөртөк йәшкелт һоро йомортҡаһы була.

XX быуат башында туғаҙаҡ иң күп һанлы ҡоштар иҫәбендә булған. Әммә улар йәшәгән сиҙәм ерҙәрҙе эшкәртеү башланғас был ҡоштарҙың һаны ҡырҡа кәмене. Ҡош ите деликатес тип һанала, шуға ла браконьерҙар ҡулынан күпләп ҡырыла. Көҙ көнө ҡанаттары сыланып, ҡырауҙа туңып боҙланһа ҡош оса алмай. Шул ваҡытта вәхшиҙәрсә таяҡ менән һүғып үлтереүселәр ҙә бар.

Башҡортостанда ла хәҙер бик һирәк, айырым йылдарҙа ғына осрай.