Чепель (Будапешт районы)
Чепель | |
Байраҡ | Герб |
Нигеҙләү датаһы | 1 ғинуар 1950 |
---|---|
Дәүләт | Венгрия |
Административ үҙәге | Individual Constituency Budapest No. 17[d], Будапешт 30 избирательный округ[d] һәм Будапешт 31 избирательный округ[d] |
Административ-территориаль берәмек | Будапешт |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d] |
Хөкүмәт башлығы | Lénárd Borbély[d] |
Халыҡ һаны | 70 084 кеше (1 ғинуар 2024)[1] |
Туғандаш ҡала | Салонта[d] |
Сиктәш | Сигетсентмиклош[d] |
Алдағы | 20-й район Будапешта[d] |
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | XXII район Будапешта[d] |
Алыштырған | Csepel[d] |
Майҙан | 2575 гектар[2] |
Рәсми сайт | csepel.hu |
Школьный округ | Dél-Pesti Tankerületi Központ[d] |
Официальный номер городского квартала | XXI. |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Budapest District XXI[d] |
Чепель Викимилектә |
Чепель — Будапештың Чепель кутрауында урынлашҡан XXI районы.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Чепель районы Будапештың көньяғында Буда менән Пешт араһында, Чепель утрауының төньяғында урынлашҡан. Ҡала райондарының тәбиғи сиге булып Дунай йылғаһы тора. Көньяҡтағы сиге — Будапешт һәм Сигетсентмиклош ҡалалары.
Йәмәғәт транспорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Чепель ҡалаһын H7 линияһы BHÉV (Борарош районы үҙәгендәге майҙанға тиклем) ҡала яны электричкалары хеҙмәтләндерә. Ҡаланың башҡа райондары 35, 36, 148, 151, 179 автобус маршруттары менән тоташҡан. Дунай буйлап «Мәскәү» тибындағы бәләкәй һыу трамвайҙар йөрөй.
Хужалығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Будапешт традицион сәнәғәт өлкәләренең береһе. (Металлургия заводтары, ҡағыҙ фабрикаһы, сауҙа порты бар.)
ХХ быуаттың тәүге яртыһында Вейс Манфред эре конгломераты Чепелдең иң ҙур заводы була. (Манфред Вейс исемендәге металлургия заводы).
Икенсе донъя һуғышынан һуң конгломерат дәүләт предприятиеһы була. Хәҙер элекке сәнәғәт гиганты зонаһында йөҙҙәрсә завод, предприятиелар һәм офистар урынлашҡан.
Ҙур биҫтәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Үҙәк
- Эндре Ади урамы биҫтәһе
- Чиллагтелеп (Йондоҙло)
- Кираймайор
- Визмю (Һыу менән тәьмин итеү биҫтәһе)
- Арпад урамы биҫтәһе
Мәҙәниәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Черепь хеҙмәткәрҙәре мәҙәниәт йорто
- Арпад Фаршанг исемендәге музыка мәктәбе
- Музыка мәктәбе ул. Эгрешши Бени
- Чепель галереяҙы һәм урындағы тарих күргәҙмәһе
- Мәҙәниәт Йорто «Кирайэрд» мәҙәниәт йорто
- Миклош Радноть исемендәге мәҙәниәт йорто (Микрорайонында «Йондоҙло» биҫтәһендә)
Спорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Футбол
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Футбол бүлеге СК «Чепель» — 4 тапҡыр ил чемпионы, уның иң яҡшы миҙгеле 1940 йыл-70 йылдарға тура килә. 1990 йылдар аҙағында банкротлыҡ сығыу арҡаһында баш ҡала лигаһына (һәүәҫкәр) күсә.
Башҡа төрҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ракоци исемендәге ял паркында баскетбол һәм стритбол һәүәҫкәр турнирҙары үткәрелә. Элекке СК "Чепелдың волейбол клубы һәм каноэ һәм каяк клубы хәҙер үҙаллы эшләй.