Эстәлеккә күсергә

Эва Секей

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эва Секей
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Венгрия
Тыуған көнө 3 апрель 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Тыуған урыны Будапешт, Венгрия короллеге
Вафат булған көнө 29 февраль 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[2] (92 йәш)
Вафат булған урыны Будапешт, Венгрия
Ерләнгән урыны Фаркашрети[d]
Ҡәбере һүрәте
Хәләл ефете Дежё Дьярмати[d]
Балалары Andrea Gyarmati[d]
Һөнәр төрө йөҙөүсе, тренер, аптекарь
Уҡыу йорто Thomas Mann Gymnasium[d]
Спорт төрө Йөҙөү
Ҡатнашыусы Летние Олимпийские игры 1948[d], swimming at the 1952 Summer Olympics – women's 200 metre breaststroke[d] һәм swimming at the 1956 Summer Olympics – women's 200 metre breaststroke[d]
 Эва Секей Викимилектә

Эва Секей (мадьярса  Székely Éva; 3 апрель 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}), Будапешт29 февраль 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[2] (92 йәш), Будапешт) — венгр йөҙөүсеһе, 1952 йылдың Йәйге олимпия уйындарында 200 метрға брасс менән ярышта чемпион, 1956 йылда Йәйге олимпия уйындарында көмөш призер[3][4].

Эва Секей 1927 йылда Будапешт ҡалаһында тыуған[5][6]. 1936 йылда ул йөҙөү менән шөғөлләнә башлай[7]. «Локомотив» спорт йәмғиәте өсөн сығыш яһай[8]. 1941 йылда уны йәһүд булыуы арҡаһында команданан сығаралар. 1944 йылда Венгрияла Холокост башлана. Уның хәтирәләре буйынса, атаһы нацистарға уның йөҙөү буйынса чемпион икәнлеген әйтеп ҡотҡара алған[9][10]. Эваны хеҙмәт батальонына ебәрәләр, әммә ул үтеп барған трамвайға һикереп менеп, ҡаса[11]. Бынан һуң ул ғаиләһе менән ике комнаталы фатирҙа 43 кеше араһында йәшеренә. Секей физик формаһын тота, көнөнә 100 тапҡыр 5 -се ҡатҡа баҫҡыстан менә һәм төшә[12]. 43 кешенән тик 10 кеше генә тере ҡала[13]. Секей һыуҙа туп уйнаусы Дьярмати Дежеға кейәүгә сыға, ире һуңынан өс тапҡыр олимпия чемпионы була. Уларҙың ҡыҙҙары Андреа Дьярмати (1954) шулай уҡ йөҙөүсе була һәм 1976 йылда Йәйге олимпия уйындарында ике тапҡыр призер була[14].

Секей 1948 йылдың Йәйге олимпия уйындарында ҡатнаша[15][16]. 1952 йылда Йәйге олимпия уйындарында Хельсинки ҡалаһында ул 200 м брасс ярыштарҙа еңеүсе була[17][18]. 1956 йылда Йәйге олимпия уйындарында икенсе урынды биләй. Ул үҙ карьераһында 10 донъя рекорды, Венгрияның 101 рекордын ҡуя һәм 68 милли титул яулай[19]. 1957 йылда ғаиләһе менән АҠШ-ҡа күсенә, әммә киләһе йылда Будапештҡа кире ҡайта[20].

Спорт карьераһы тамамланғас, Секей тренер һәм фармацевт була. Уның уҡыусылары араһында ҡыҙы ла була. 1976 йылда Секей донъя йөҙөүенең Дан залына индерелә. 2004 йылда уны ил тарихында бөйөк спортсыларҙың береһе тип атайҙар[21]. 3 автобиографияһын баҫтыра. Эва Секей 2020 йылда Будапешт ҡалаһында 93-йәшендә вафат була[22][21].

  • 'Sírni csak a győztesnek szabad!, 1981
  • Jöttem, láttam… Vesztettem?, 1986
  • Megúsztam, 1989
  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #1205667202 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Gyász: elhunyt Székely Éva, a Nemzet Sportolója (Hungarian) (венг.) // Nemzeti Sport Online — 2020. — ISSN 1418-1630
  3. Éva Székely(англ.). SportsReference.
  4. EVA SZEKELY (HUN)(англ.). International Swimming Hall of Fame.
  5. Éva Székely(англ.)
  6. Марьяновская М.Пережившая Холокост олимпийская чемпионка скончалась в возрасте 92 лет. Stmegi(11.03.2020).
  7. Bull, AndyHolocaust survivor to Olympic gold: the remarkable life of Eva Szekely.The Guardian(3 March 2020).Дата обращения: 4 марта 2020.
  8. Марьяновская М.Пережившая Холокост олимпийская чемпионка скончалась в возрасте 92 лет. Stmegi(11.03.2020).
  9. Марьяновская М.Пережившая Холокост олимпийская чемпионка скончалась в возрасте 92 лет. Stmegi(11.03.2020).
  10. Bull, AndyHolocaust survivor to Olympic gold: the remarkable life of Eva Szekely.The Guardian(3 March 2020).Дата обращения: 4 марта 2020.
  11. Bull, AndyHolocaust survivor to Olympic gold: the remarkable life of Eva Szekely.The Guardian(3 March 2020).Дата обращения: 4 марта 2020.
  12. Jacov Sobovitz.Eva Szekely(англ.). Jewish Women's Archive.Дата обращения: 9 марта 2020.
  13. Bull, Andy Holocaust survivor to Olympic gold: the remarkable life of Eva Szekely. The Guardian (3 март 2020). Дата обращения: 4 март 2020.
  14. Bull, AndyHolocaust survivor to Olympic gold: the remarkable life of Eva Szekely.The Guardian(3 March 2020).Дата обращения: 4 марта 2020.
  15. Éva Székely(англ.). SportsReference.
  16. Марьяновская М.Пережившая Холокост олимпийская чемпионка скончалась в возрасте 92 лет. Stmegi(11.03.2020).
  17. Éva Székely(англ.).
  18. EVA SZEKELY (HUN)(англ.). International Swimming Hall of Fame.
  19. EVA SZEKELY (HUN)(англ.). International Swimming Hall of Fame.
  20. Jacov Sobovitz.Eva Szekely(англ.). Jewish Women's Archive.Дата обращения: 9 марта 2020.
  21. 21,0 21,1 Bull, Andy Holocaust survivor to Olympic gold: the remarkable life of Eva Szekely. The Guardian (3 март 2020). Дата обращения: 4 март 2020.
  22. Марьяновская М. Пережившая Холокост олимпийская чемпионка скончалась в возрасте 92 лет. Stmegi (11 март 2020).