Экленд художество музейы
Экленд художество музейы | |
ингл. The Ackland Art Museum | |
Нигеҙләү датаһы | 16 май 2008 |
---|---|
Дәүләт | Америка Ҡушма Штаттары |
Административ-территориаль берәмек | Төньяҡ Каролина |
Урын | Чапел-Хилл[d] |
Ойошма ағзаһы | North American Reciprocal Museum Association[d][1] |
Рәсми сайт | ackland.org |
Файлы артиста по адресу | Philadelphia Museum of Art Library and Archives[d][2] |
URL-адрес онлайн-каталога | ackland.emuseum.com/coll… |
Страница учреждения на Викискладе | Ackland Museum |
Экленд художество музейы Викимилектә |
Экленд художество музейы (ингл. The Art Ackland Museum) ― художество музейы һәмЧапел-Хиллдағы Төньяҡ Каролина университетының бүлексәһе (подразделениеһы). Төньяҡ Каролина университетына үҙенең картиналары коллекцияһын бүләк итеп биргән америка юрисы Экленд Хейс (1855—1940) васыяты буйынса нигеҙләнгән[3]. Музейҙың адресы: С. Колумбия-стрит, 101. Бина университет кампусының төньяғында Франклин-стрит менән киҫешкән урында тора.
Музей, университеттың структура подразделениеһы булғанлыҡтан, ололар һәм балалар өсөн белем биреү программалары тәҡдим итә.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уильям Экленд Хейс, (Теннессиҙа тыуған) юрист һәм сәнғәт әҫәрҙәренән коллекция йыйыусы, үҙенең вафатынан һуң Көньяҡта художество музейы асырға ниәтле университетҡа аҡса ҡалдырырға була. 1936 йылда был маҡсатта ул үҙе Дьюк университетын, Чапел-Хиллдағы Төньяҡ Каролина университетын һәм Флорида штатында Роллинз-колледжын (нәҡ шул тәртиптә) һайлай. Дьюк университеты уның мираҫынан баш тарта, шунлыҡтан мираҫ Төньяҡ Каролина университетына күсә[4][5]. Дьюк университеты кампусына килеп, уның хакимиәте вәкилдәре менән осрашыуҙарҙан һуң, Экленд Дьюкка васыят буйынса 1,25 миллион доллар ҡалдырырға була, ә Төньяҡ Каролинаға бер нәмә лә ҡалмай, шул уҡ ваҡытта Роллинз-колледж Дьюкка ҡарағанда байтаҡҡа кәмерәк сумма алырға тейеш була. Экленд йәш саҡта уны тыуған йортонан алыҫтағы Гарвард колледжына ебәрергә риза булмаған ғаиләһе баҫымы арҡаһында был уҡыу йортонда уҡый алмай ҡала ― был хәлде ул һуңынан һәр саҡ үкенеп иҫкә ала. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, Дьюкты ул үҙенә күрә «Көньяҡ Гарварды» тип иҫәпләп йөрөгән була[6].
Әгәр Дьюк университеты үҙенең яңы ғына төҙөлгән музейы территорияһында Эклендты вафатынан һуң ерләргә риза булһа, бар мөлкәтен Дьюк университетына ҡалдырырға була. 1940 йылда ул вафат булғас, Дьюк етәкселеге, Дьюк ғаиләһенән сыҡҡан өс меценаттың барыһы ла кампус территорияһында ерләнгән булыуға ҡарамаҫтан, уның мираҫынан баш тарта.
Эклендтың туғандары судҡа биреп, васыят өсөн көрәшә башлай. Роллинз-колледж етәкселеге лә судҡа бирә (уның вәкиле АҠШ-тың элекке генераль прокуроры Каммингс Гомер була). Төньяҡ Каролина университетының адвокаты О. Макс Гуадалахара була. Вафат булған Эклендтың туғандары АҠШ Юғары судына тиклем барып етә, сөнки закон буйынса, Дьюк мираҫтан баш тартҡас, Эклендтың мираҫы туғандарына ҡалырға тейеш була.
Суд тикшереүе биш йыл дауам итә. Юғары суд 1947 йылда Экленд мөлкәтен Роллинзҡа бирергә була, сөнки ғүмеренең һуңғы йылдарында Экленд үҙе лә ошо фекерҙә булған була. Әммә Эклендтың васыятын үтәүселәр Экленд мираҫы Төньяҡ Каролина университетына күсергә тейеш тип уйлай. Был арала Экленд мөлкәтенең хаҡы 1,4 млн долларға тиклем үҫә. 1949 йылда мираҫ Төньяҡ Каролина университетына тапшырыла. Эклендтың мәйете ҡалдыҡтары Мт. Оливет зыяратынан Төньяҡ Каролина университеты музейы территорияһына күсереп алына һәм ошонда ерләнә[7].
Экспозиция
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Музей фондында 17 000-гә яҡын сәнғәт әҫәре бар. Улар араһында иң киң таралған әҫәрҙәр Азияға бағышланған һәм шулай уҡ ҡағыҙ сәнғәт әҫәрҙәре (гравюра, һүрәт һәм фотолар). Шулай уҡ коллекцияла егерменсе быуат европа рәссамдары картиналары һәм африка сәнғәте әҫәрҙәре менән Төньяҡ Каролинаның керамик изделиелары һаҡлана[8]. Бындағы сәнғәт әҫәрҙәре араһында Эжен Делакруа, Альбрехт Дюрер, Жан-Оноре Фрагонар, Кете Кольвиц, Пабло Пикассо һәм Макс Вебер картиналары бар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://narmassociation.org/wp-content/uploads/2022/09/NARM_FALL-2022.pdf
- ↑ https://pacscl.exlibrisgroup.com:48994/F/?func=find-b&request=000202082&find_code=SYS
- ↑ Ackland Art Museum: About, Artinfo, 2008, <http://www.artinfo.com/galleryguide/21962/8480/about/ackland-art-museum-chapel-hill/>. Проверено 24 июль 2008.
- ↑ Mr. Ackland's Wills, Time magazine (30 июнь 1947). 30 ноябрь 2008 тикшерелгән. 2009 йыл 24 май архивланған.
- ↑ Fight for a Fortune, Time magazine (4 февраль 1946). 30 ноябрь 2008 тикшерелгән. 2009 йыл 20 май архивланған.
- ↑
- ↑ Chapel Hill Wins Legacy; Court Holds University Heir to Ackland's $1,400,000, 'The New York Times' (4 февраль 1949). 30 ноябрь 2008 тикшерелгән.
- ↑ About the Collection . Дата обращения: 21 март 2015.