Эрзәндәрҙең флагы
Эрзәндәр | |
Раҫланған |
16.04.2006 |
---|---|
Пропорция |
1:2 |
Флагтың авторы |
Валентин Девяткин |
Эрзәндәрҙең милли флагы (эрзя Эрзянь раськень коцт, һүҙмә-һүҙ: эрзән халҡы флагы) — Рәсәйҙә йәшәгән халыҡ — эрзәндәрҙең милли флагы.
Флагтың һүрәтләнеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Флаг дәүмәле — 1:2 пропорцияһында. Бер киңлектәге өс горизонталь һыҙаттан тора: өҫкө өлөшө — аҡ, уртала — ҡыҙыл, аҫҡы өлөшө ҡара төҫтә[1]. Ул Валентин Девяткин тарафынан эшләнә һәм 1990 йылда «Масторава» йәмғиәте тарафынан раҫлана. Төп төҫтәр «эрзән ҡатын-ҡыҙҙары һәм ир-аттарының милли кейеме биҙәктәре төҫөн ҡабатлай». Йылдар үткәс эрзән флагын Эрзән халҡы конгресы раҫлай:
"Эрзән конгресы флаг сифатында аҡ-ҡыҙыл-ҡара (өҫтән-аҫҡа), төҫтәрендә Азатлыҡ, Тормош һәм Эрзә Ерен символлаштырған туҡыманы раҫлай[2].
Флаг символикаһының аңлатмаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡара төҫ — ул ер генә түгел, пулая — эрзән ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеменең янбаш өлөшө төҫө. Бынан шундай һығымта яһарға мөмкин, тимәк, эрзәндәрҙең ата-бабалары өсөн ҡара төҫ — матәм төҫө түгел, ә уңышты һәм ҡатын-ҡыҙ башланғысын символлаштыра. Киң мәғәнәлә алғанда — был Масторав (рус. Мать-земля эрзя мастормастор— ер, эрзя аваау— әсә). Әгәр бында ҡыҙыл төҫтө ҡан — эрзә халыҡтары символы, ә аҡ — Инешкипаз символы (рус. Верховный Бог) тип ҡараһаҡ, түбәндәге мәғәнә килеп сыға: «Инешкипаз-Эрзә-Масторава».
Төҫтәрҙең төп аңлатмаһынан тыш, икенсе тарктовканы ла нигеҙле тип һанарға мөмкин: Масторава (ҡара төҫ), -ҙендә эшләүсе эрзәгә (ҡыҙыл төҫ) таяныс һәм тормош бирә, уларҙы өҫтән Инешкипаз (аҡ төҫ) яҡлап һәм ҡурсалап тора.
Флагты ҡулланыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Ҡара-ҡыҙыл-аҡ» триколор рәсми эрзән байрамдарында ла, халыҡтың көндәлек мәҙәни тормошонда ла ҡулланыла. Ул үҙ халҡы өсөн, хатта рәсми властар танымағанда ла, легитим булып тора[3]. Флаг ҡулланылған күпселек байрамдар Эрзә халҡы конгресында ҡабул ителә:
- 16 апрель — Эрзән теле көнө[4],[5],[6] (эрзя Эрзянь Келень Чи)
- Сельское моление[7] (эрзя Велень озкс)
- Бөтә эрзән моление-байрамы[8],[9] (эрзя Раськень ОзксРаськень Озкс)
- Эрзән халыҡтары конгресы[10],[11] (эрзя Эрзянь Инекужо)
- Эрзянь лисьмапря[12],[13].
- 21 декабрь — «Масторав» эпосы көнө[14]
Бынан тыш, «эрзянь раськенькоцт» фин-уғыр халыҡтарының VI Бөтә донъя конгресында[15], МАФУН Конгресында[16], Ханньяла[17], шулай уҡ Алтай крайында[18] һәм Новгород өлкәһендә[19] елберләй.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Флаги различных национальностей России (рус.)
- ↑ Резолюция 2-го Эрзянского конгресса — 2-це Эрзянь Инекужо, Присутствовало: 93 делегата из 10 регионов РФ. Были наблюдатели от мокшанского, татарского, русского народов. 16 апреля 2006 года, г. Саранск
- ↑ Эрзянский флаг 2015 йыл 11 июль архивланған. (рус.)
- ↑ Эрзяне отмечают 16 апреля День родного языка — Эрзянь келень чи 2018 йыл 25 март архивланған. (рус.)
- ↑ келень Чи(недоступная ссылка) Ҡалып:Ref-myv
- ↑ Зрзяне праздновали Эрзянь келень Чи — День эрзянского языка 2016 йыл 26 март архивланған. (рус.)
- ↑ Раськень (Велень) Озкс 2017 йыл 23 февраль архивланған. (рус.)
- ↑ Эрзянский обрядовый праздник Раськень Озкс глазами чуваша (рус.)
- ↑ Раськень Озкс в Большеигнатовском районе Мордовии (рус.)
- ↑ В Саранске проходит Конгресс эрзян (фото, видео) 2016 йыл 1 апрель архивланған. (рус.)
- ↑ Заявление Исполкома Конгресса Эрзя народа 2016 йыл 6 март архивланған. (рус.)
- ↑ V Межрегиональный фестиваль мордовской национальной культуры «ЭРЗЯНЬ ЛИСЬМАПРЯ», Лукояновский район 2016 йыл 4 март архивланған. (рус.)
- ↑ В Нижегородской области прошел фестиваль «Эрзянь лисьмапря» 2016 йыл 27 март архивланған. (рус.)
- ↑ 21 декабря — День национального эпоса «Масторава» 2016 йыл 31 март архивланған. (рус.)
- ↑ Эрзяне подняли флаг на Конгрессе финно-угров в Венгрии (2012 год) 2020 йыл 8 июль архивланған. (рус.)
- ↑ Эрзя народ был представлен на Конгрессе МАФУН под своим Эрзя именем и под своим национальным флагом 2015 йыл 4 август архивланған. (рус.)
- ↑ Десять незабываемых дней эрзянского ансамбля в Эстонии (ФОТО) (рус.)
- ↑ Тысячелетие вместе с Россией (рус.)
- ↑ Фольклорная экспедиция в Нижегородскую область (рус.)