Юлғотло (йыр)
Юлғотло | |
Башҡарыусы |
Шагманова Айгуль , |
---|---|
Жанр | |
Йырҙың теле | |
Оҙайлығы |
4:12 |
Юлғотло —— башҡорт халыҡ йыры.
Риүәйәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был мәҡәләнең стиле энциклопедик түгел йәки башҡорт теле нормаларын боҙа. |
Юлғотло бәләкәйҙән үк бик теремек малай булған, ай үҫәһән көн үҫеп, бик тиҙ егет ҡорона ултырған. Атаһы уны йәштән үк һунарға өйрәткән булған. Көндәрҙән бер көндө һунарҙа йөрөгәндә, быға ике һылыу ҡыҙ тап була.
— Ни эшләп йөрөйһөгөҙ? — тигэн Юлғотло быларға.
— Еләккә килдек, — тиҙәр тегеләр. — Ә һин үҙең ни эшләп йөрөйһөң?
— Мин һунар тотам, — ти егет, — төлкө атам, ҡуян тотам.
— Мә, ағай, еләк аша, — тиҙәр ҡыҙҙар.
— Миңә еләгегеҙ кәрәкмәй, үҙегеҙ кәрәк, — ти ҙә Юлғотло ҡыҙҙарҙың береһен тотоп та ала. Икенсеһе ҡурҡышынан ҡысҡырып ауылға ҡаса. Алып ҡалған ҡыҙҙы Юлғотло өйөнә алып ҡайта. Ауыл халҡы йыйылып хөкөм итәләр. Ҡыҙ әйтә:
— Мин унан ҡалмайым, — ти. Шул ерҙә ике йәшкә фатиха бирәләр, шунан йыр сыға
Йырҙың тексы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аяҙҙа түгел, ай болотло,
Һыу буйына сыҡты ла Юлғотло.
Моңайып та ғына йөрөй торғас,
Ике матур ҡыҙға ла юлыҡты.
Ҡыҙҙар күргәс ҡурҡып ҡасыр инем -
Йәш йөрәгем менән бүркем бар.
Ҡалған яғын үҙәң беләһеңдер,
Хөкөм итһәң, кантон, иркең бар.
Нотаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мөхәммәтша Буранғолов. Сәсән аманаты. — Башҡортостан китап нәшриәте, 1995. — 350 бит. — ISBN 5-295-01397-9 (1-се китап) — ISBN 5-295-01396-0
- Фәнүзә Нәҙершина. Башҡорт халыҡ йырҙары йыр риүәйәттәре.(Өс телдә: башҡорт, урыҫ, инглиз). — Өфө: «Китап», 1997. — 288 бит. — ISBN 5-295-02094-0
- Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шагманова Айгуль Юлғотло
- Юлғотло (йыр) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.