Ҡалты (һырт)
Ҡалты | |
---|---|
Характеристики | |
Оҙонлоғо | 18 км |
Киңлеге | 3 км |
Бейек нөктәләре | |
Абсолют бейеклеге | 725 м |
Урынлашыуы | |
55°23′ с. ш. 57°30′ в. д.HGЯO | |
Ил | |
Тау системаһы | Көньяҡ Урал |
Ҡалты — Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт.
Белорет районы буйлап Байғулла йылғаһы (Төлмәй йылғаһы ҡушылдығы) башынан Манышты йылғаһы (Инйәр йылғаһы ҡушылдығы) киңлек ағымына тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған.
Абсолют бейеклеге 725 м. Һыртты Төлмән йылғаһы ике өлөшкә бүлә: төньяҡ (оҙонлоғо 6 км, киңлеге 3,5 км тиклем) һәм көньяҡ (оҙонлоғо 18 км, киңлеге 3 км).
Төньяҡ өлөшөнөң рельефы ҡатмарлы: көнсығыш битләүҙәре һөҙәк (ауышлығы 5—8°), көнбайышы — текә (30° тиклем), күп һанлы уйһыулыҡтар менән ҡатмарланған.
Көньяҡ өлөшөнөң битләүҙәре текә, таш ишелмәләре бар. Елмәрҙәк свитаһы ҡомташтарынан, конгломераттарынан, алевролиттарынан һәм аргиллиттарынан тора. Ҡалты итәгендә Төлмәй йылғаһы ҡушылдыҡтары башлана.
Ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге күҙәтелә: шыршы-аҡ шыршы урмандары һирәк урмандар һәм бейек таулы яланғас болондар менән алмашына, юғарыраҡ тау тундраһы башлана. Төньяҡ өлөшөн йәйелеп үҫкән тәпәш шыршылар (бейеклектәре 5—8 м), көньяҡ өлөшөн бейек (1,5 м тиклем) ҡуйы үлән (бейек мүктәк, урман ҡолонғойроғо, ябай ҡуян ҡолағы һ.б.) үҫкән урманлы аҡландар биләй. Көньяҡ Урал ҡурсаулығы терр‑яһында урынлашҡан.