Эстәлеккә күсергә

Ҡаты ҡанатлылар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡаты ҡанатлылар

Музея Виктория һәм Альберт музейындағы тропик ҡуңыҙҙар коллекцияһы (Лондон).
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Coleoptera Linnaeus, 1758

Аҫ отряд

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр

Ҡаты ҡанатлылар, йәки ҡуңыҙҙар (лат. Coleoptera) — алғы ҡанаттары ҡаты булған, артҡы ҡанаттары ярынан торған, бөтә ер йөҙөнә таралған, төрлө ҙурлыҡта була һәм 200 меңгә яҡын төргә бүленә торған бөжәктәр[1]. Бөжәктәрҙең иң ҙур отряды. 350 меңдән артыҡ төрө иҫәпләне. Рәсәйҙә ҡуңыҙҙарҙың 20 мен төрө булыуы билдәле.

Ҡаты ҡанатлыларҙың тәүге ике ҡанаты ҡаты ҡанат япҡысына әүерелгән. Икенсе йоҡа ярылы ике ҡанаты осоу өсөн тәғәйенләнгән. Ҡуңыҙҙарҙың барыһы ла осмай, әммә бараһының да ҡанат япҡымы бар. Ҡыңыҙҙар сағыу һорғолт йәшел, ҡара һәм һоро төстә булыуы мөмкин. Күп төрҙәрҙең ҡанат япҡысында йә иһә башында үҫентеләре була.

Баш өлөшөнде ҡатмарлы күҙҙәре, мыйыҡтары, ике көслө яңаҡлы кимереүсе ауыҙ ағзалары була. Ҡуңыҙҙар йомортҡа һалалар. Йомортҡаларҙан төрлөсә йәшәү рәүеше алып барған личинкалар сыға. Ҡайһы берҙәре үҫемлек япраҡтарында, икенселәре — тупраҡ өҫтөндә, өсөнсөләре — тупраҡта, дүртенселәре — һыуҙа, бишенселәре үҫемлектәр туҡымаларында һәм башҡа ерҙә йәшәйҙәр.

Личинкалары төҫө һәм формаһы буйынса бик күп төрлө булалар. Личинкалар күп тапҡыр төләй. Был процеес бер нисә айҙан 10,5 айға тиклем һуҙылырға мөмкин. Ҡуңыҙҙарҙың үҫешендә тулы әүрелеш башҡарыла: йомортҡа → личинка→ ҡурсаҡ → үҫеп еткән бөжәк.

Ҡаты ҡанатлылар барлыҡ йәшәү мөхитен дә үҙләштергән. Ер өҫтәндә йәшәүсе төрҙәре ифрат та күп. Урмандарҙа, туғайҙарҙа, сүллектәрҙә, һаҙлыҡтарҙа, үҙәндәрҙә, тауҙарҙа, һыу ятҡылыҡтарында йәшәҙәр.

Туҡланыуы күп төрлө: япраҡ, үҫемлек тамырҙары, ҡайыр, ағас, тиреҫ, аҙыҡ-түлек, органик ҡалдыҡтар һәм башҡа күп нәмәләр.

Дошмандарҙан һакланыу өсөн бик әһәмиәтле яйланмалары була. Ҡуңыҙ төҫөн алыштырырға мөмкин, дошманын ҡурҡытыу өсөн ағыулы матдәләр бүлеп сығарарға мөмкин. Ҡамҡалар, колорадо ҡуңыҙҙары зәһәр шыйыҡлыҡ бүлеп сығаралар. Ҡайһы бер ҡуңыҙҙар ҡатап ҡалып ысын бумаған үлем күрһәтәләр.

Ҡуңыҙҙарҙың әһәмиәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күп кенә ҡуңыҙҙар баҡса һәм йәшелсә ҡоротҡостарын, уларҙың личинкаларын, тиреҫ, үләкһә ҡалдыҡтарын ашап кешегә файҙа килтерәләр. Күп кенә төрҙәре балыҡ ыуылдырығын, үлән тамырын, орлоғон, сәскәһен ашап ҙур зыян килтерәлер.

  1. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)

Лобанов А. Л. Упрощённая классификация и русские названия семейств современных жуков Палеарктики. Дата обращения: 23 апрель 2011. Архивировано 10 май 2012 года.