Күсмәева Мәрйәм Тимерхан ҡыҙы
Викидатала элемент юҡ |
Ҡусмаева Мәрйәм Тимерхан ҡыҙы (1 ғинуар 1952 йыл) — яҙыусы. Рәсәй һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы.
Тормош юлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәрйәм Тимерхан ҡыҙы Ҡусмаева 1952 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Хоҙайбирҙин ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуа.
Балалыҡ, үҫмерлек йылдары атаһының тыуған яғы — Мәләүез ерендә үтә. Нөгөш урта мәктәбенән һуң Стәрлетамаҡ педагогия институтын, Мәскәүҙә Юғары комсомол мәктәбен тамамлай. Бер аҙ Өфөлә матбуғатта эшләй. Ғүмере буйы тыуған яғына тоғро ҡалып, Мәләүездә комсомол ҡала комитетында, «Октябрь юлы» гәзите мөхәрририәтендә, дәүләт органдарында етәксе вазифаларын башҡара, «Сатурн» телевидениеһында фәһемле тапшырыуҙар алып бара. Байтаҡ йылдар «Мәләүез таңдары» әҙәби берекмәһен етәкләй, ижадсыларға ярҙам итә. Фәтҡулла Комиссаровтың «Дауыл булып остом дауылдарҙа» китабын баҫмаға әҙерләй[1].
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рус һәм башҡорт телендә яҙылған шиғырҙары республиканың төрлө баҫмаларында даими баҫыла, хикәйәләр яҙа, бер нисә китабы донъя күрә. 2003 йылда «Айҙың тулған мәле» китабы өсөн — Булат Рафиҡов исемендәге, ә 2012 йылда Фәтҡулла Комиссаров исемендәге премияға лайыҡ була[2].
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кусмаева Марьям Тимерхановна
- Лауреаты премии имени Фаткуллы Комиссарова в области журналистики. Библиографический дайджест
- Мәләүез ере таланттары