Ҡышҡы һарай баҡсаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡышҡы һарай баҡсаһы
Нигеҙләү датаһы 1896
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Карта
 Ҡышҡы һарай баҡсаһы Викимилектә

Ҡышҡы һарай баҡсаһы[1][2] (Ҡалҡып торған баҡса)[3][4]Санкт-Петербургта Һарай майҙаны, Һарай юлы, Һарай яр буйы урамы төҙөлә һәм Ҡышҡы һарай араһындағы ҙур булмаған сквер.

Төҙөлөшө[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һарай юлы, 1902-1917

Адмиралтейство үҙенең һаҡланыу функцияларын юғалтҡандан һуң, 1760 йылда архитектор А.В. Квасов Адмиралтейство бинаһын уратып алған үҙәк майҙан сиктәрен билдәләй. Был бушап ҡалған арауыҡты тәртипкә һала, шул уҡ ваҡытта Ҡышҡы һарай һәм Нева араһындағы участка ҡарауыл булдырыу өсөн ҡулланыла башлай. Ваҡыт үтеү менән был майҙан Киңәйтелгән майҙан исемен йөрөтә башлай. Ошо ҡиәфәттә майҙан 1870 йылға тиклем була, һуңынан Һарай яр буйы төҙөлә. Нева прпоспектынан яр буйы йүнәлешенә ҡарай Һарай юлы һалына.

Ваҡыт үтеү менән был яңы юл йәнләнә, өҫтәүенә быуат аҙағында һалынған ат юлы урамға өҫтәмә шау-шыу килтерә. Тәҙрәләре менән юлға ҡараған Ҡышҡы һарай яғында батша ғаиләһенең бүлмәләре була, шулай уҡ бында сит ил илселәрен ҡабул итәләр. Шул уҡ 1880 йылдың 5 (17) февралендә С Н. Халтурин Ҡышҡы һарайҙың ҡунаҡтар залы аҫтындағы подвалды шартлата. Был Императорҙың ғүмеренә ҡул һалыуҙарҙың береһе була, ошонан һуң батша ғаиләһе хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса саралар ҡабул ителә.

Был эш сиктәрендә урамдың кеше йөрөү өлөшө менән һарай араһында буфер-баҡса проекты төҙөлә, ул Александр III батшалыҡ иткән осорҙа тамамлана. Төҙөлөш архитектор Н. И. Крамский проекты буйынса 1896 йылда башлана. Эш процесы ваҡытында баҡса әйләнә-тирә пейзаж өҫтөнән ҡалҡып тора — 13 000 квадрат метрҙан ашыу майҙанда бейеклек айырмаһы яҡынса метр тәшкил итә.

Баҡса уртаһында фонтан төҙөлә, сәскә түтәлдәр һәм ағастар ултыртыла, был эштәр менән баҡса оҫтаһы Р. Ф. Катцер етәкселек итә. Эштәрҙә архитектор Р. Шмеллинг ҡатнаша

Баҡса ҡапҡаһы, рәшәткәләр һәм фонарь
Нева яғынан ҡойма
Реконструкцияланған фонтан

Киләһе, 1897 йылда император Николай II баҡса кәртәһе буйынса архитектор Р. Ф. Мельцерҙың Растрелли бароккоһы стилендәге проектын һайлай. Рәшәткә стилләштерелгән акант япраҡтары биҙәге рәүешендә үтәлгән, уларҙы император ғаиләһенең вензеле һәм Рәсәй империяһы гербы уратып ала. Рәшәткә 1899 йылда А.Ф. Эгельсон оҫтаханаһында эшләнә, ул 1900 йылда Парижда бөтә донъя күргәҙмәһендә күрһәтелә. Экспонат үҙ эсенә ҡапҡаларҙы, рәшәткәнең дүрт бүлеген, кәртә бағаналары өсөн алты вазаны ала; был экспонатҡа күргәҙмәнең Гран-приһы тапшырыла.

1902 йылда ҡойма ҡуйыла, ул гранит нигеҙҙә юғары урында эффектлы күренә. Баҡсаға инеү урыны Һарай стеналары янында урынлаша, был ике башлы бөркөт менән ҙур ҡапҡа була, бағаналарына фонарҙар ҡуйыла. Ҡоймаһы эргәһендә даими һаҡсы тора, баҡсала ағастар ултыртыла, һөҙөмтәлә баҡса император ғаиләһен тауыштан һәм ҡырын күренештәрҙән һаҡлай.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төҙөлгән баҡса айырым статусҡа эйә булмай, сөнки 1904 йылда батша ғаиләһе Царское Селоға күсеп китә, һарайҙа балдар башҡа үткәрелмәй, рәсми ҡабул итеүҙәр һирәк ваҡиға була. Әммә ҡала халҡына баҡсаға инергә рөхсәт итмәйҙәр.

Революциянан һуң һарай яңы власть вәкилдәре тарафынан емерелә. Беренсе сиратта зыян рәшәткә символдары зыян күрә — бөркөт һәм монограммалары һындырып ташлана, бағана баштарындағы таждар шулай уҡ алына. 1918 йылда клумбалар юҡ ителә, ҡойма етди зыян күрә.

1918 йылдың 7 ноябрендә — революцияның беренсе йыллығында — рәшәткә бүлегенең бер фундаментына Радищевтың гипс бюсы урынлаштырыла, был ваҡиға Ленин монументаль пропаганда планының беренсе сағылышы булып һаналапропаганданың Ленин планы тип ҡабул ителә. ленин беренсе пландағы пропаганда был ваҡиғалар монументаль билдәне иҫәпләнә.

1920 йылдың 1 майында баҡса юҡ ителә, бының өсөн тарихи «ленин» өмәһе ойошторола. Өмәлә ете мең эшсе, студенттар һәм курсанттар ҡатнаша, Нева буйлар йөҙөүсе кран килтерелә. Сүп-сарҙы сығарыу өсөн йөк машиналары, ылауҙар мобилизациялана, шулай уҡ өмә өсөн махсус тар колеялы тимер юлы һалына, улар буйлап йөҙләгән вагонетка йөрөй.

Рәшәткәнең һигеҙ бүлеге һүтеп алына һәм 1925—1926 йылдарҙа Стачка проспектындағы 9-сы Ғинуар ҡоймаһы өсөн алына. Яңы урында рәшәткәләрҙе урынлаштырғанда нисбәттәр боҙола — рәшәткә күпкә түбән ҡуйыла, был композицияны боҙа. Өҫтәүенә, картуштарҙа ике башлы бөркөт һәм вензелдәр урынында ҙур тишектәр ҡала, улар шулай уҡ ҡойманың ҡиәфәтен боҙа.

Баҡсала тарихи ағастар һәм фонтан һаҡлана. Был фонтан 20072008 йылдарҙа тарихи ҡиәфәтен трегеҙеү менән реконструкциялана.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Собственный садик в Царском Селе
  • Собственный садик в Павловске
  • Собственный садик в Гатчине

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Региональная геоинформационная система Санкт-Петербурга(недоступная ссылка)
  2. Закон Санкт-Петербурга от 08.10.2007 № 430-85 «О зеленых насаждениях общего пользования» — № 18013
  3. Региональная геоинформационная система Санкт-Петербурга
  4. Закон Санкт-Петербурга от 08.10.2007 № 430-85 «О зеленых насаждениях общего пользования» — № 18013