Эстәлеккә күсергә

Һаҙ ябалағы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һаҙ ябалағы
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Asio flammeus Pontoppidan, 1763

Ареал
изображение

     Оялай      Йыл әйләнәһенә      Миграция маршруты

     Миграция районы
Һаҡлау статусы
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 143319

Викитөркөмдә
Систематика

рәсем эҙләү
рәсемдәр
Asio flammeus flammeus
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 143319

Һаҙ ябалағы, бупылдаҡ, бипапай — (болотная сова)

Ҡарғанан бәләкәйерәк. Башлыса ерҙә йөрөй, ағасҡа һирәк ҡуна. Көндөҙ ҙә һунар итә. һырты һарғылт ерән, ҡорһаҡ яғы аҡ. Бөтә кәүҙәһе буй-буй ҡара-көрән һыҙыҡтар менән сыбарланған. Башында бер-береһенә яҡын урынлашҡан бәләкәй генә ҡолаҡтары бар. Күҙҙәре һары. Өкө ябалағынан ҡолаҡтары бәләкәй булыуы һәм һары күҙҙәре менән айырыла.

Тауышы тоноҡ: «бу-бу-бу» һәм «ҡъяу-ҡъяу».

Шарлыҡтарҙа, ҡыуаҡлы асыҡ урындарҙа йәшәй. Сысҡан аулай. Күсмә ҡощ. Киң генә таралған. Ерҙә, ағас төптәрендә, тамыр араларында оялай. З—5 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Сысҡандарҙы ҡырып, файҙа килтерә