Һәрәм
Һәрәм | |
Кем хөрмәтенә аталған | Харам |
---|---|
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Harem[d] |
Һәрәм Викимилектә |
Һәрәм, дөрөҫөрәге харе́м[1] (от ғәр. حرم, харам тыйылған, изге урын), йәки сера́ль (итал. seraglio — мосолмандарҙың ҡатындары йәшәгән һарайҙың йәки йорттоң ябыҡ һәм һаҡланған торлаҡ өлөшө. Һәрәмгә инеү хужаға һәм уның яҡын туғандарына ғына рөхсәт ителә. Һәрәмдәге ҡатын-ҡыҙҙар һүрәмимәндәр[1]тип аталған.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һәрәм һүҙе ғәрәпсә харам һүҙенән килеп сыҡҡан — «тыйылған, изге урын» тигәнде аңлата (ғәр. حرم, ғәр. حرام менән бутамаҫҡа, ул бер тамырлы һүҙ, әммә шәриғәттә «тыйылған» тигәнде аңлата)[2]. Төркиҙәр был һүҙҙең яңғырашын йомшарталар һәм урынды аңлатҡан «lik» суффиксын өҫтәйҙәр. Ирҙең бүлмәләрен төрөктәр «selamlik» («сәләмләү урыны»)[3]тип аталған.
Һәрәмдең таралған икенсе исеме — сераль. Итальяндар был һүҙҙе фарсы теленән үҙләштергән. Был термин йорттоң ҡатын-ҡыҙҙар өлөшөн («haremlik») генә түгел, солтан ҡарамағында булған бөтә биналар комплексын да аңлата[4].
Хакимдарҙың һәрәмдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һәрәмдәр, күренеш булараҡ, Ғәббәсиҙәр хәлифәләре идара иткән осорҙа барлыҡҡа килгән һәм артабанғы ислам хакимдарының буласаҡ һәрәмдәре өсөн моделгә әйләнгән. Тәүге Ғәббәсиҙәр хәлифәләре заманында идара итеүсе ғаиләнең ҡатын-ҡыҙҙарының үҙ хужалығы, хатта ир туғандарыныҡына оҡшаш һарайҙары ла булған. X быуат башына ҡатын-ҡыҙҙар ҙур батша һарайы комплексында йомоҡ ғүмер иткән, һәм һәрәм айырым бер структураға әйләнгән. Мәҫәлән, X быуат уртаһы яҙыусыһы Мәсғүди, Һарун әр-Рәшиттең хурамын ҡараған Яхья Бармаҡид төнгөлөккә ҡапҡаларҙы бикләп ҡуйған да асҡысты өйөнә алып ҡайтҡан, тип раҫлай.
Әкренләп хәлифә һәрәме зиннәтле йомоҡ мөхитен һәм ҡанһыҙлыҡ, ҡурҡыныс ҡатыш енси ҡуҙғыу араһындағы айырым йомоҡ донъяның фантастик образы кеүек ҡабул ителгән. Үҙ хеҙмәтселәре менән бергә йәшәүселәр һаны буйынса бер нисә күрһәтмә бар. Һарун әр-Рәшиттең ике меңдән ашыу йырсы һәм һәм хеҙмәтсе ҡатын-ҡыҙы булған. Шунда уҡ уға бала тапҡан егерме дүрт йәриәһе лә йәшәгән.
Ҡыҙҙар төрлө ерҙәрҙән килтерелгән, төрлө мәҙәниәт вәкилдәре булған — ислам закондары ислам дине ҡанундары, ирекле мосолмандарҙы һәм ислам дәүләтендә йәшәгән мосолман булмағандарҙы ла (зимми) ҡол итеп тотоуҙы тыйғанлыҡтан, ғәҙәттә уларҙы сит илдәрҙән килтергәндәр. Ҡайһы бер ҡыҙҙар — хәрби табыш сифатында, ә икенселәре ҡолдар баҙарында һатып алынған. Төньяҡ Африка ярҙарынан бербер ҡол ҡыҙҙары енси ҡараштан юғары баһаланған, һәм бөйөк хәлифә Әл-Мансур үҙе лә уларҙың береһенең улы булған. Әммә IX һәм X быуатта һәрәм аристократияһын тәү сиратта Византия империяһынан килгән грек ҡыҙҙары формалаштырған, һәм тап уларҙың улдары хәлифәләр булған (Васик, Мунтасир, Мөхтәди, Мөтәдид). Башҡа хәлифәләрҙең әсәләре төрөк ҡыҙҙары булған. Мостаин хәлифәнең әсәһе Көнсығыш Европанан славян ҡыҙы була.
809 йылда Һарун үлгәндән һуң, һирәк осраҡтарҙан тыш, дауамсы хәлифәләр бөтөнләй өйләнмәгән. Батша-әсә һәрәмдә иң төп ҡатын-ҡыҙға әүерелгән. Хәлифәләрҙең ҡыҙҙары һәм ике туған һеңлеләре (кузины) эйә булған һарайҙар хакимдар мөлкәтенә күскән.
Ошондай күренеш ете быуат үткәндән һуң, Ғосман империяһында күҙәтелә. Ғосман Төркиәһе солтандары XV быуаттың икенсе яртыһында өйләнеүҙән туҡтай. Бары 1534 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1530 йылда) Күркәм Сөләймәндең Һүррәмгә (Роксолана) өйләнеүе аптырата, һәм Османдың традиционалистары өсөн кәмһетеүле булып тойола. Солтан үҙенең иғтибарын берҙән-бер ҡатынға туплағанға ла халыҡ борсолоу кисергән — был тәбиғи кеүек тойолмаған һәм солтандың сихырланыуы тураһында имеш-мимештәр таралған.
XVI быуатта йәшәгән солтан фавориткалары, Һүррәм улар араһында ни бары иң уңышлыһы, ысын мәғәнәһендә солтан һәрәме менән идара иткән. XVII быуат башына был хәл үҙгәрә һәм вәлидә-солтан (хакимдың әсәһе) идара итә башлай. Һәрәмдәге бөтә ҡарарҙарҙы ла, солтандың яҙма рөхсәте менән, валидә-солтан ҡабул иткән.
Подданныйҙар өсөн һәрәм
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һәрәм, ғәҙәттә, йорттоң алғы өлөшөндә өҫкө ҡатта урынлашҡан һәм айырым инеү урыны менән йыһазландырылған. Унда ихата һәм баҡса булған. Сәләмлек (ир-ат өсөн) һәм һәрәмлек (ҡатын-ҡыҙ урынлашҡан ярты) асҡысы ғәҙәттә йорт хужаһында һаҡланған бикле ишек менән бүленгән. Ишек янында, уның аша ҡатын-ҡыҙ бешергән ризыҡты ирҙәргә бирә торған ҡапҡас менән ябылмалы тишек йәки люк ҡоролған, сөнки ир-ат бер ҡасан да ҡатын-ҡыҙ менән бер өҫтәл артында ашамаған[5].
Хайуандарҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ хайуандарҙың полигам төрҙәрендә бер ата тирәһендә күп орғасы төркөмө Гарем тип атала.
Сәнғәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һәрәм темаһы XVII быуатта көнбайыш сәнғәтендә барлыҡҡа килә; рәссамдар һәм яҙыусылар (һуңыраҡ — кинематографистар) ҡатын-ҡыҙҙың енси буйһоноу урынын күҙ алдына килтереүҙәре аша һынландырған[6]. Малек Аллула кеүек колониализмды тикшереүселәр көнсығыш ҡатын-ҡыҙҙарының асылмаларҙағы һүрәттәре лә башлыса көнсығыш ҡатын-ҡыҙ тураһында көнбайыш фантазияларынан һәм тыйылған һәрәмдә уларҙың яҡын юлай алмаҫлыҡ булыуынан ғибәрәт, тип күрһәткән[7].
-
Сераль террасаһы, Жером Жан-Леон
-
Һәрәмдә сауҙа итеү, Свобода (кесе) Рудольф
-
Һәрәмдә сәхнә, Quintana Olleras, 1851-1919
-
Неваши Лал (?). Һәрәмдә сәхнә: Шахмат уйнаусы һарай яны ханымдары, 1780-1800
-
Ҡабул итеү бүлеге, Льюис Джон Фредерик
-
Һәрәмдә фонтан, Фредерик Бриджман, 1847-1928
-
Одалиска һәм ҡол ҡыҙ, Энгр Жан Огюст Доминик
-
Ҙур одалиска, Энгр Жан Огюст Доминик
-
Одалиска, Лефевр Жюль Жозеф
-
Һәрәмгә, Шпицвег Карл
-
Һәрәмдә хеҙмәтсе ҡыҙ, Поль Трульбер, 1829-1900
-
Ҡолдар баҙары, Жером Жан-Леон
-
Һәрәмдә мунсалар, Фазыл Йылдыздың ҡулъяҙмаһынан
-
Һәрәмдәә бейеүҙәр, Джулио Розати
-
Махараджа (һинд батшаһы) һәм уның һәрәме, 1770 йыл тирәһе
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сәләмлек
- Одалиска
- Альмея (йырсы, бейеүсе, музыкант ҡатын-ҡыҙ)
- Гавази (бейеү)
- Ооку — сёгун һәрәме
- «Киппым» төркөмө (Төньяҡ Кореялағы «рәхәтлек» бригадаһы)
- Гарем (жанр)
- Джали (Jali) Architektur Джарокха (Jharokha) — «һәрәм тәҙрәләре»
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Клуг, 2004
- ↑ Баранов Х. К. Арабско-русский словарь.
- ↑ Пензер, 2007
- ↑ Пензер, 2007, Введение
- ↑ * Блистательные султанские гаремы алмазная смерть и черные евнухи (1 часть)
- ↑ Anwar, Etin (2004), "Harem", in Richard C. Martin, Encyclopedia of Islam and the Muslim World, MacMillan Reference USA
- ↑ Wanted Women, Woman's Wants:The Colonial Harem and Post-colonial Discourse . homepage.villanova.edu. Дата обращения: 15 июнь 2012. Архивировано 4 март 2016 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- урыҫ телендә
- Гарем / Родионов М. А. // Восьмеричный путь — Германцы. — М. : Большая российская энциклопедия, 2006. — С. 402. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 6). — ISBN 5-85270-335-4.
- Мамедов И. Б. Институт хасеки в гаремах османских султанов // Известия Российского Государственного Педагогического Университета им. А. И. Герцена. — 2009. — № 111. — СПб., 2009. — С. 33—40.
- Казиев Ш. М. Повседневная жизнь восточного гарема. — М.: Молодая гвардия, 2006. — 265 с. — (Живая история. Повседневная жизнь человечества). — ISBN 9785235028531.
- Кеннеди Х. Двор Халифов = The Court of the Caliphs. — М.: Хранитель, 2007. — 412 с. — ISBN 9785170457304.
- Клуг Д. Гарем // Клуг Д. История гарема в культурах народов мира / Пер. с англ. И. Соколов. — Смоленск: Русич, 2004. — 336 с. — (Популярная историческая библиотека). — ISBN 5-8138-0546-X.
- Пензер Н. (инг.)баш. Гарем. История, традиции, тайны / Пер. с англ. О. И. Миловой. — М.: Центрполиграф, 2007. — 303 с. — ISBN 978-5-9524-2855-3.
- Фатыхов C. Г. Мировая история женщины. — 2-е изд., испр. и доп. — Екатеринбург: Банк культурной информации, 2008. — 943 с. ISBN 978-5-7851-0653-6
- башҡа телдәрҙә
- Ahmed, Leila. Women and Gender in Islam. — New Haven: Yale University Press, 1992.
- Ansary, Tamim. Destiny disrupted: a history of the world through Islamic eyes (инг.). — New York: PublicAffairs (инг.)баш., 2009. — P. 228. — ISBN 9781586486068.
- Anwar, Etin (2004), "Harem", in Richard C. Martin, Encyclopedia of Islam and the Muslim World, MacMillan Reference USA
- Betzig, Laura Sex in History . Michigan Today. University of Michigan (март 1994). Архивировано 11 сентябрь 2013 года.
- Britannica (2002), "Harem", Encyclopaedia Britannica, <https://www.britannica.com/topic/harem>
- Cartwright-Jones, Catherine (2013), "Harem", The Oxford Encyclopedia of Islam and Women, Oxford: Oxford University Press, doi:10.1093/acref:oiso/9780199764464.001.0001/acref-9780199764464-e-0126, <http://www.oxfordreference.com/view/10.1093/acref:oiso/9780199764464.001.0001/acref-9780199764464-e-0126>
- Davis F. The Ottoman lady: a social history from 1718 to 1918. — 1986. — P. 9. — 321 p. — ISBN 0-313-24811-7.
- Duben, Alan; Behar, Cem. Istanbul Households: Marriage, Family and Fertility, 1880-1940 (инг.). — Cambridge University Press, 2002. — ISBN 9780521523035.
- Fay, Mary Ann. Unveiling the Harem: Elite Women and the Paradox of Seclusion in Eighteenth-Century Cairo (инг.). — Syracuse University Press, 2012. — ISBN 9780815651703.
- Freely J. Inside the Seraglio: Private Lives of the Sultans in Istanbul: The Sultan’s Harem, new ed. Penguin (Non-Classics), 2001. ISBN 0-14-027056-6
- Goodwin, Godfrey. The private world of Ottoman women. — London: Saqi Books, 1997. — ISBN 9780863567513.
- Haslauer, Elfriede (2005), «Harem», Oxford: Oxford University Press, doi:10.1093/acref/9780195102345.001.0001/acref-9780195102345-e-0291, <http://www.oxfordreference.com/view/10.1093/acref/9780195102345.001.0001/acref-9780195102345-e-0291>
- Faroqhi, Suraiya. The Ottoman Empire and the World Around It (инг.). — 2006.
- Lal K. S. (инг.)баш. The Mughal Harem. — New Delhi: Aditya Prakashan, 1988. — ISBN 81-85179-03-4.
- Lewis R. (инг.)баш. Rethinking Orientalism: Women, Travel, And The Ottoman Harem. Rutgers University Press, 2004 ISBN 9780813535432
- Madar, Heather Before the Odalisque: Renaissance Representations of Elite Ottoman Women (инг.) // Early Modern Women : journal. — 2011. — Т. 6. — С. 1—41.
- Marzolph, Ulrich (2004), "Eunuchs", The Arabian Nights Encyclopedia, ABC-CLIO
- Mernissi F. Dreams of Trespass: Tales of a Harem Girlhood (инг.)баш.. Perseus, 1994
- Mukherjee, Soma. Royal Mughal ladies and their contributions (инг.). — New Delhi: Gyan Publishing House, 2001. — ISBN 9788121207607.
- Peirce L. P. (инг.)баш. The Imperial Harem: Women and Sovereignty in the Ottoman Empire, new ed. Oxford University Press USA, 1993. ISBN 0-19-508677-5
- Penzer N. M. The Harēm : Inside the Grand Seraglio of the Turkish Sultans. Dover Publications, 2005. ISBN 0-486-44004-4
- Quataert, Donald. The Ottoman Empire, 1700-1922. — Cambridge University Press, 2005. — ISBN 9780521839105.
- Rodriguez, J.P. (1997), «Ottoman Empire», ABC-CLIO
- Saalih M. Harem Girl : A Harem Girl’s Journal reprint ed. Delta, 2002. ISBN 0-595-31300-0
- Wehr, Hans; Cowan, J. Milton. A Dictionary of Modern Written Arabic. — 3rd. — Spoken Language Services, 1976.
- Alev Lytle Croutier. Harem: The World Behind the Veil, reprint ed. Abbeville Publishing Group (Abbeville Press, Inc.) (инг.)баш., 1998. ISBN 1-55859-159-1
- Alan Duben, Cem Behar, Richard Smith (Series Editor), Jan De Vries (Series Editor), Paul Johnson (Series Editor), Keith Wrightson (Series Editor). Istanbul Households: Marriage, Family and Fertility, 1880—1940, new ed. Cambridge University Press, 2002. ISBN 0-521-52303-6
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һәрәм Викимилектә |
- Гарем // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Гарем османских султанов. Очерк русского вещания Радио «Голос Турции» в тексте и аудио с историей трансформации гарема османских правителей от средневековья к новому времени . Портал о странах.ru. Дата обращения: 1 май 2013.
- Тайны восточных гарнемов, или о чем не рассказывают
- Блистательные султанские гаремы алмазная смерть и черные евнухи (1 часть)