Әбделмәнов Рим Сәлимйән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әбделмәнов Рим Сәлимйән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 7 сентябрь 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (67 йәш)
Тыуған урыны Ғафури районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө актёр

Әбделмәнов Рим Сәлимйән улы (7 сентябрь 1956 йыл) — балет артисы, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рим Сәлимйән улы Әбделмәнов 1956 йылдың 7 сентябрендә БАССР-ҙың Ғафури районы Оло Ибраһим ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы Ибраһим ауылы) тыуған.

1996 йылда Рәсәй Театр сәнғәте академияһын тамамлай (педагогтары Е. П. Валукин, Л. М. Таланкина).

1973 йылдан Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең солисы, 1989 йылдан педагог-репетиторы булып эшләй[1].

ВЭГУ доценты, Башҡорт педагогия университеты уҡытыусыһы.

Ғаиләһе: ҡатыны — Башҡортостан Республикаһы атҡаҙанған артисы Гүзәлиә Әбделмәнова, 1993 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында балет труппаһы директоры булып эшләй. Ҡыҙы Әбделмәнова Флүрә — Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль солисы.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рим Сәлимйән улы — «Азамат», «Гөлнәзирә», «Еҙ үксә», «Салауат», «Төньяҡ амурҙары», «Һунарсы», «Перовский» бейеүҙәрендә яңғыҙ бейеү һәм партияларҙы башҡарыусы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1983)
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1998)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]