Әзербайжанда фән
Әзербайжанда фән— Әзербайжан Республикаһы ғалимдары тарафынан үҫтерелгән фән йүнәлештәре.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яңырыу осоронда (IX—XIV быуаттар) гуманитар (Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге осоронда) һәм теүәл фәндәр (Илханлылар дәүләте]]) үҫешә. Мәҫәлән, мәктәптәрҙә һәм башҡа уҡыу йорттарында фәлсәфә, әҙәбиәт, хоҡуҡ, математика, химия, тел ғилеме, астрономия, медицина һәм башҡа фәндәр уҡытылған.
XIX быуатта тәбиғи һәм техник фәндәр үҫеше башлана. XIX быуаттың икенсе яртыһында нефть сәнәғәте үҫешенә бәйле химия һәм нефть химияһы үҫешә башлай. Император Рус техник йәмғиәтенең Баҡы бүлексәһе булдырыла.
Бөгөнгө көндә Әзербайжанда 145 фәнни ойошма, шул иҫәптән 96 фәнни институт эшләй [1].
Милли фәндәр академияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Республикала төп фәнни берекмә- Әзербайжан фәндәр академияһы (НАНА) (әзерб. Azərbaycan Milli Elmlər Akademiyası (AMEA))- элекке1945 йылдың 27 мартында Баҡыла ойошторолған Әзербайжан ССР-ы Фәндәр академияһы вариҫы < ref>Академия наук Азербайджанской ССР</ref> Унан алда 1923 йылда Әзербайжанды тикшереү һәм өйрәнеү йәмғиәте ойошторола . 1929 йылда Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы Үҙәк Башҡарма Комиссияһы янында Әзербайжан дәүләт фәнни- тикшеренеү институты , 1932 йылдың декабрендә СССР Фәндәр Академияы Кавказ арты филиалының Әзербайжан бүлеге, 1935 йылдың октябрендә был бүлек нигеҙендә Франц Юльевич Левинсон- Лессинг етәкселегендәге СССР Фәндәр Академияһының Әзербайжан филиалы булдырыла. Филиал зоология, химиия физика, тарих, геология, этнография һәм археология, ботаника, энергетика, тупраҡты өйрәнеү секторҙарынан тора. Бер аҙҙан айырым геология, тарих, география, нефть һәм химия, тел һәм әҙәбиәт ғилми- тикшеренеү институттары булдырыла. Әзербайжандың тәүге геологик картаһы төҙөлә, вулканология һәм мезозой тарихы буйынса тикшеренеүҙәр башлана, Нафталанда шифалы нефть табыла, Әзербайжан флораһы буйынса өс томдан торған йыйынтыҡ донъя күрә, Әзербайжандың географик атласы төҙөлә[2].
Әзербайжан ғалимы- химик Юсиф Мамедалиевтың хеҙмәттәре Икенсе донъя һығышы осоронда мөһим роль уйнай[3]. Уның башланғысы менән Шемахала астрофизик лаборатория, Ҡулъяҙмалар институты, химия фәнни –тикшеренеү институтары булдырыла(Сумгаит).[2]
2001 йылда Әзербайжан Республикаһы Президенты Гейдар Алиев Указына ярашлы Фәндәр Академияһына « Милли фәндәр академияһы» статусы бирелә.[4]
2002 йылдың 7 авгусында Әзербайжан Республикаһы Президенты Гейдар Алиев күрһәтмәһе буйынса Фәндәр академияһының Нахичеван бүлексәһе булдырыла. Уның эсенә Тарих, археология һәм этнография институты, Сәнғәт, тел һәм әҙәбиәт институты, Тәбиғәт ресурстары институты, Ҡулъяҙмалар фонды, шулай уҡ, Батабат астрофизика обсерваторияһы инә.[5]
Әзербайжан Республикаһы Президенты Илһам Алиев указына ярашлы («Әзербайжан Милли Фәндәр Академияһы статусы тураһында, 4.01. 2003 ) Фәндәр Академияһына иң юғары дәүләт фәнни ойошмаһы статусы бирелде, уның вәкәләте киңәйтелде. Нахичеван, Гәндж, Шеки һәм Ленкоранда Фәндәр Академияһының филиалдары булдырылды.
2015 йылда дүрт яңы институт булдырыла: молекуляр биология һәм биотехнологиялар, донъя сәйәсәте, фән тарихы, Кавказды өйрәнеү ғилеме. Физика институты янында Биофизика һәм смарт материалдар бүлеге булдырыла. Институт Кибернетика институты Идара итеү системалары институты итеп үҙгәртелә. Информацион технологиялар институты асыла.[2]
Академияның төп маҡсаты- республиканың социаль- иҡтисади үҫешен тиҙләтеү[5]
Бөгөн Әзербайжан Фәндәр Академияһында 10300 хеҙмәткәр бар. Академияла 60 мөхбир ағза, 107 ағза — корреспондент .[5]
Фәндәр Академияһының президенттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1945 йылда Әзербайжан Фәндәр Академияһының тәүге президенты итеп Миркасимов Мир Асадулла Мир Алескер оглы һайлана.
Президент итеп барлығы 11 академик һайланған. Әлеге ваҡытта Әзербайжан Фәндәр Академияһының Президенты- академик Мехтиев Рамиз Энвер оглы (2019 йылдан), вице-президент- академик Расим Алгулиев.[6]
№ | ФИО | годы работы |
---|---|---|
1 | Миркасимов Мир Асадулла Мир Алескер оглы | 1945—1947 |
2 | Мамедалиев Юсиф Гейдар оглы | 1947—1950 1958—1961 |
3 | Алиев Муса Мирза оглы | 1950—1958 |
4 | Халилов Захид Исмаил оглы | 1961—1967 |
5 | Исмаилов Рустам Гаджиали оглы | 1967—1970 |
6 | Абдуллаев Гасан Мамедбагир оглы | 1970—1983 |
7 | Салаев Эльдар Юнис оглы | 1983—1997 |
8 | Максудов Фарамаз Газанфар оглы | 1997—2000 |
9 | Махмуд Керим оглы Керимов | 2000—2013 |
10 | Акиф Агамехти оглы Ализаде | 2013—2019 |
11 | Рамиз Энвер оглы Мехтиев | 2019 по настоящее время |
Әзербайжан Фәндәр Академияһынң академиктары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
|
|
|
|
Хеҙмәттәшлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әзербайжан Милли Фәндәр Академияһы төрлө илдәҙең Фәндәр Академияһы менән хеҙмәттәшлек итә.
21 мая 2019 йылдың 21 майында Әзербайжан Фәндәр Академияһы менән Рәсәй Фәндәр Академияһы (РАН) араһында фәнни-техник хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлә [7].
Әзербайжан менән Башҡортостан араһындағы фәнни бәйләнеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]СССР осоронда Әзербайжан менән Башҡортостан араһында фәнни бәйләнештәр һиҙелерлек роль уйнай. 1930 йылдарҙан башлап, Башҡортостанда нефть ятҡылыҡтарын асыу менән, был нефть һәм нефть химияһына бәйле була. Бынан тыш башҡорт теле һәм әҙәбиәте ғилеме буйынса тикшеренеү алып барған Башҡортостан ғалимдары Әзербайжан ғалимдары менән хеҙмәттәшлек итә, ҡайһы берҙәре фәнни дәрәжәгә диссертацияларын да Әзербайжандың баш ҡалаһы Баҡыла яҡлай.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Кандидат ф.м.н. Э. М. Байрамова: «Современное состояние науки Азербайджана и пути использования её в инновационной деятельности». 2010 йыл 6 июль архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 НАНА .
- ↑ Академия Наук .
- ↑ 27 марта - День Науки в Азербайджане . zoologiya.az. Дата обращения: 11 июнь 2019.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Независимый Азербайджан . republic.preslib.az. Дата обращения: 11 июнь 2019.
- ↑ Media Design. Академик Расим Алгулиев избран вице-президентом НАНА . irp.science.az. Дата обращения: 11 июнь 2019.
- ↑ Между НАНА и Российской академией наук подписано соглашение о научно-техническом сотрудничестве ВИДЕО . azertag.az. Дата обращения: 11 июнь 2019.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алимирзоев X. Советский Азербайджан. Образование, наука и здравоохранение. — Баку, 1970.
- Багирзаде А. З. Интеллигенция Азербайджана в годы Великой Отечественной войны. — Баку, 1989.
- Керимова Т. Из истории Национальной академии наук Азербайджана. — Баку, 2005
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Центральная научная библиотека НАНА
- Мардакянский дендрарий НАНА
- Институт информационных технологий НАНА
- Шамахинская астрофизическая обсерватория им. Н. Туси НАНА
- Официальный сайт НАНА
- Список действительных членов НАНА
- Институт зоологии НАНА
- Институт радиационных проблем НАНА
- Институт биофизики НАНА 2020 йыл 29 апрель архивланған.