Өсмөйөш галактикаһы
Өсмөйөш галактикаһы | |
Каталог коды | NGC 598[1], M 33[1], 1ES 0131+30.3[1], RBS 214[1], UGC 1117[1], 2MASX J01335090+3039357[1], 1RXS J013350.9+303932[1], UZC J013351.1+303922[1], PGC 5818[2], LEDA 5818[1], RX J013351+30399[1], Z 0131.0+3024[1] һәм Z 502-110[1] |
---|---|
Асыусы йәки уйлап табыусы | Уильям Парсонс, 3-й граф Росс[d], Джованни Баттиста Годиерна[d] һәм Шарль Мессье[d] |
Асыу датаһы | 1654 |
Йондоҙлоҡ | Өсмөйөш |
Тело-спутник | Карликовая галактика в созвездии Рыбы[d] һәм Андромеда XXII[d] |
Родительское тело | Андромеда галактикаһы |
Ҡыҙыл тайпылыш | −0,000597 ± 1,0E−5[3] |
Расстояние от Земли | 0,8 ± 0,1 мегапарсек[4] |
Склонение собственного движения | 0,827 ± 0,269 миллиарксекунд в год[5] |
Прямое восхождение собственного движения | 0,707 ± 0,336 миллиарксекунд в год[5] |
Радиальная скорость | −182 km/s[6][4] |
Галактиканың морфологик төрө | SA(s)cd[7] |
Видимая звёздная величина | 5,72 ± 0,04[8] |
Радиус | 27 500 ± 0 световой год |
Эпоха | J2000.0[d][9][1] |
Прямое восхождение | 23,46206906218 °[5] |
Склонение | 30,66017511198 °[5] |
Өсмөйөш галактикаһы Викимилектә |
Өсмөйөш галактикаһы (M 33, 598 NGC) — Sc тибындағы спираль галактика һәм Ҡош юлына иң яҡын галактикаларҙың береһе (унан 850 килопарсек алыҫлыҡта ята). Урындағы төркөмдә ята һәм унда үлсәмдәре, массаһы һәм яҡтыртылышы буйынса Андромеда Галактикаһы һәм Ҡош юлынан һуң ул өсөнсө урынды биләй.
Ул дөйөм алғанда үҙ тибындағы галактикаларҙан параметрҙары буйынса айырылып тормай. M 33 диаметры 50—60 мең яҡтылыҡ йылына тигеҙ, был Ҡош юлының диаметрына ҡарағанда ике тапҡырға кәмерәк, унда 40 млрд йондоҙ бар, ә беҙҙең галактикала, төрлө баһалар буйынса, 100 миллиардтан 400 миллиардҡа тиклем йондоҙ иҫәпләнелә. Өсмөйөш галактикаһының төп өлөшөн уның дискы тәшкил итә. Галактиканың спираль тармаҡтары өҙөк-өҙөк һәм тығыҙ рәүештә бороп ҡуйылмаған. Әллә ни сағыу булмаған балдж, шулай уҡ гало күҙәтелә. Ядроһы сағыу һәм ыҡсым, унда үтә ҙур ҡара упҡын да юҡ.
Өсмөйөш галактикаһындағы йодоҙҙар тупланмаһы Ҡош юлындағы йондоҙҙар тупланмаһынан айырылып тора — улар беҙҙең Галактикалағына ҡарағанда яҡтылыҡтары һәм йәштәре буйынса тигеҙерәк урынлашҡандар, төрлө типтағы тупланмалар араһында аныҡ сиктәре юҡ. M 33 Өсмөйөш Галактикаһы H II өлкәлренә бай — галактикала уларҙың һаны 3000 самаһы, иң ҙур, иң сағыу һәм иң ауыры — NGC 604. Ҙурлығы һәм яҡтылығы буйынса Урындағы төркөмдә ул тик Оло Магеллан Болотондағы Тарантул Томанлығынан ғына ҡалыша.
Галактикала рентген сығанаҡтарының һәм үҙгәреүсән йондоҙҙарҙың күп һанда булыуы билдәле. Урындағы төркөмдә даими рентген сығанаҡтарының иң сағыуы — M33 X-8 — Өсмөйөш галактикаһы ядроһында урынлашҡан.
Өсмөйөш галактикаһын 1764 йылда Шарль Мессье аса, бәлки, 1654 йылға тиклем Джованни Баттиста Годиерна ла күҙәткәндер. Галактиканы өйрәнеүгә Эдвин Хаббл тос өлөш индерә: 1926 йылда ул ошо галактикаға арналған ентекле мәҡәлә баҫтыра, унда, атап әйткәндә, объекттың галактиканан ситтә хасил булыуын иҫбатлай.
M 33 Өсмөйөш йондоҙлоғонда күҙәтелә. Ябай күҙгә күренгән йондоҙ нурланышы +5,7m булған был галактика — ябай күҙгә күренгән иң алыҫ объекттарҙың береһе.
Үҙенсәлектәре
Төп характеристикалары
Өсмөйөш галактикаһы (M 33, NGC 598) — Sc тибындағы спираль галактика (Хаббл классификацияһы буйынса). M 33 Урындағы төркөмдә урынлашҡан һәм Ҡош юлына иң яҡын галактикаларҙың береһе — уға тиклемге ара 850 ± 20 килопарсек тәшкил итә. 50-гә яҡын галактиканы туплаған Урындағы төркөмдә M 33 үлсәме, яҡтыртылышы һәм массаһы буйынса өсөнсө урынды биләй[10]. Был күрһәткестәр буйынса ул Ҡош юлынан һәм Андромеда Галактикаһынан ғына ҡалыша. Был өс галактика ― Урындағы төркөмдә берҙән-бер спираль галактикалар[11].
Дөйөм алғанда, М 33 һуңғы типтағы спираль галактикалар араһында параметрҙары айырылып тормай. Уның диаметры уртасанан ҙурыраҡ һәм 50-60 мең яҡтылыҡ йылын (15-18 кпк) тәшкил итә[12], был яҡынса төркөмдөң ике иң ҙур галактикаһынан ике тапҡырға кәмерәк. V һыҙатында абсолют йондоҙ дәүмәле —19,04m. Галактика үҙәгенән 23 кпк сиктәрендәге ҡара материяны иҫәпкә алып, дөйөм массаһы — 7,9·1010 M⊙, был массанан 11 проценты йондоҙҙарға һәм газға тура килә[10][11]. Өсмөйөш галактикаһында 40 миллиард йондоҙ, был Ҡош юлындағына ҡарағанда байтаҡҡа кәмерәк ― төрлө баһалар буйынса, 100 миллиардтан 400 миллиардҡа тиклем.
М 33-төң V һыҙатында күренгән йондоҙ дәүмәле +5,72m[13] тәшкил итә, төҫ күрһәткес B−V 0,6m-ға тигеҙ. Галактика дискының йөҙө картина яҫылығына ҡарата, 56° градуслы мөйөш хасил итеп, ауышҡан, галактиканың күренгән дискыһының ҙур күсәре 23 градуслы позицион мөйөштә тора. Галактиканың төньяҡ-көнсығыш өлөшө көньяҡ-көнбайыш өлөшөнә ҡарағанда Ергә яҡыныраҡ урынлашҡан[11].
Структураһы
Өсмөйөш Галактикаһы — спираль галактикаларҙың һуңғы төрө: уның спираль тармаҡтары асылған һәм тығыҙ итеп бороп ҡуйылмаған, ә балджы сағыу түгел, шуға күрә Хаббл классификацияһында ул Sc, хатта Scd төрөнә ҡаратыла[14]. Өсмөйөш галактикаһында бар юҡ, ә спираль тармаҡтар галактиканың тап үҙәгендә башлана, һәм де Вокулер классификацияһында ул SAc(s) булараҡ билдәләнә. M 33-тә яҡтыртылыштың галактик класы II—III-кә[комм. 1] тигеҙ[11].
M 33-төң төп өлөшө — галактик диск, һәм ул радиусы буйынса 8 килоперсектан да кәм булмаған арала ята[15]. Өсмөйөш галактикаһында бик күп һанда өҙөк-өҙөк спираль тармаҡтар бар, шуға күрә ул флоккулент тибына ҡарай[16][11].
Диск ҡалын һәм йоҡа дискҡа бүленә[17].
Йондоҙҙарҙың 4 проценты гало галактик галоға ҡарай, айырым йондоҙҙар үҙәктән 40 кпк алыҫлығында күҙәтелә. Оҙаҡ ваҡыт галактикала балдждың булыу-булмауы билдәле түгел ине: тикшеренеүҙәр йә уның барлығын күрһәтә, йә бөтөнләй булмауын раҫланы[11]., Спитцер космик телескобынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, галактикала балдж бар, әммә ул бик бәләкәй — уның радиусы 4 кпк-ға тигеҙ, ә яҡтыртылышы галактиканың дөйөм яҡтыртылышының 4 процентына тигеҙ[15][18].
Өсмөйөш галактикаһының ядроһы сағыу һәм ыҡсым. Ядроның төҫө бер төрлө генә түгел: ядроның үҙәгенә ҡарай төҫ нығыраҡ зәңгәрләнә бара. Ядро радиусы 0,14 парсек тәшкил итә, һәм ул эллиптик формала. Ядрола дисперсия тиҙлеге — 21 км/сәғ. Ядро ике өлөштән тора: беренсеһенең йәше 1 миллиард йыл (дөйөм массаһы ― 8·105 M⊙) тәшкил итһә, икенсеһенең йәше 40 миллион йыл (дөйөм массаһы — ·104 M⊙). Йәш йондоҙҙар күбеһенсә үҙәккә табан тартылған, шуға ла үҙәк зәп-зәңгәр булып күренә. Галактиканың ядроһында иң ҡеүәтле даими M33 X-8 рентген нурланышы бар. М 33 үҙәгендә үтә ауыр ҡара упҡын
Йондоҙ-ара мөхит
Хәрәкәте һәм юлдаштары
Өйрәнеү тарихы
Күҙәтеүҙәр
Иҫкәрмәләр
Комментарийҙар
Сығанаҡтар
- ↑ 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 1,12 SIMBAD Astronomical Database
- ↑ http://haroldcorwin.net/rc3/rc39b.csv.gz
- ↑ Vaucouleurs G. d., De Vaucouleurs A., Corwin J. R., Buta R. J., Paturel G., Fouque P. Third Reference Catalogue of Bright Galaxies, Version 9 (ингл.) — NYC: Springer Science+Business Media, 1991.
- ↑ 4,0 4,1 Haynes M. P., Giovanelli R., Kent B. R., Adams E. A. K., Craig D. W., Fertig D., Giovanardi C., Hallenbeck G., Hess K. M., Hoffman G. L. et al. The Arecibo Legacy Fast ALFA Survey: The ALFALFA Extragalactic H i Source Catalog (ингл.) // Astrophys. J. / E. Vishniac — IOP Publishing, 2018. — Vol. 861, Iss. 1. — P. 49. — ISSN 0004-637X; 1538-4357 — doi:10.3847/1538-4357/AAC956 — arXiv:1805.11499
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 Gaia Early Data Release 3 (ингл.) / Data Processing and Analysis Consortium, European Space Agency — 2020.
- ↑ Tully R. B., Courtois H. M., Sorce J. G. Cosmicflows-3 (ингл.) // Astron. J. / J. G. III, E. Vishniac — NYC: IOP Publishing, AAS, University of Chicago Press, AIP, 2016. — Vol. 152, Iss. 2. — P. 50. — ISSN 0004-6256; 1538-3881 — doi:10.3847/0004-6256/152/2/50 — arXiv:1605.01765
- ↑ Batcheldor D., Axon D., Valluri M., Mandalou J., Merritt D. An STIS atlas of Ca II triplet absorption line kinematics in galactic nuclei (ингл.) // Astron. J. / J. G. III, E. Vishniac — NYC: IOP Publishing, AAS, University of Chicago Press, AIP, 2013. — Vol. 146, Iss. 3. — P. 67. — ISSN 0004-6256; 1538-3881 — doi:10.1088/0004-6256/146/3/67 — arXiv:1308.1983
- ↑ Paz A. G., Boissier S., Madore B. F., Seibert M., Joe Y. H., Wyder T. K., Thilker D., Bianchi L., Soo‐Chang Rey, Barlow T. A. et al. The GALEX Ultraviolet Atlas of Nearby Galaxies (ингл.) // The Astrophysical Journal: Supplement Series — AAS, 2007. — Vol. 173, Iss. 2. — P. 185–255. — ISSN 0067-0049; 1538-4365 — doi:10.1086/516636 — arXiv:astro-ph/0606440
- ↑ Skrutskie M. F., Cutri R. M., Stiening R., Weinberg M. D., Schneider S., Carpenter J. M., Beichman C., Capps R., Chester T., Elias J. et al. The Two Micron All Sky Survey (2MASS) (ингл.) // Astron. J. / J. G. III, E. Vishniac — NYC: IOP Publishing, AAS, University of Chicago Press, AIP, 2006. — Vol. 131, Iss. 2. — P. 1163–1183. — ISSN 0004-6256; 1538-3881 — doi:10.1086/498708
- ↑ 10,0 10,1 Kam S. Z., Carignan C., Chemin L., Foster T., Elson E. H I Kinematics and Mass Distribution of Messier 33 (инг.) // The Astronomical Journal. — Bristol: IOP Publishing, 2017. — Т. 154. — С. 41. — ISSN 0004-6256. — DOI:10.3847/1538-3881/aa79f3
- ↑ 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 11,5 11,6 Hodge, 2012
- ↑ 12,0 12,1 Stoyan et al., 2008
- ↑ M 33 .
- ↑ Frommert H., Kronberg С. Messier Object 33 .
- ↑ 15,0 15,1 Kam Z. S., Carignan C., Chemin L., Amram P., Epinat B. Kinematics and mass modelling of M33: Hα observations (инг.) // Monthly Notices of the Royal Astronomical Society. — Oxf.: Wiley-Blackwell, 2015. — Т. 449. — С. 4048–4070. — ISSN 0035-8711. — DOI:10.1093/mnras/stv517
- ↑ Dobbs C. L., Pettitt A. R., Corbelli E., Pringle J. E. Simulations of the flocculent spiral M33: what drives the spiral structure? (инг.) // Monthly Notices of the Royal Astronomical Society. — Oxf.: Wiley-Blackwell, 2018. — В. 3. — Т. 478. — С. 3793–3808. — ISSN 0035-8711. — DOI:10.1093/mnras/sty1231
- ↑ Hodge, 2012, pp. 150—152
- ↑ Banik I., Thies I., Famaey B., Candlish G., Kroupa P. The Global Stability of M33 in MOND (инг.) // The Astrophysical Journal. — Bristol: IOP Publishing, 2020. — Т. 905. — С. 135. — ISSN 0004-637X. — DOI:10.3847/1538-4357/abc623
- ↑ Williams T. G., Gear W. K., Smith M. W. L. The star formation law at GMC scales in M33, the Triangulum galaxy (инг.) // Monthly Notices of the Royal Astronomical Society. — Oxf.: Wiley-Blackwell, 2018. — В. 1. — Т. 479. — С. 297–314. — ISSN 0035-8711. — DOI:10.1093/mnras/sty1476
Әҙәбиәт
- Hodge P. The Spiral Galaxy M33. — Dordrecht; New York: Springer, 2012. — 160 p. — (Astrophysics and space science library). — ISBN 978-94-007-2025-1. — ISBN 9400720254. — ISBN 9786613454263. — ISBN 6613454265. — DOI:10.1007/978-94-007-2025-1.
- Stoyan R., Binnewies S., Friedrich S., Schroeder K. Atlas of the Messier Objects: Highlights of the Deep Sky. — N. Y.: Cambridge University Press, 2008. — 370 p. — ISBN 978-0-511-42329-1.
Һылтанмалар
- Информация на английском и французском из оригинального «Нового общего каталога»
- Информация (инг.) из Пересмотренного «Нового общего каталога»
- VizieR (инг.)
- NASA/IPAC Extragalactic Database (инг.)
- Список публикаций, посвящённых NGC {{{1}}}
Во избежание поломок страниц, использующих данный шаблон, желательно экспериментировать в своём личном пространстве.