Ашҡаҙар (йыр)
Ашҡаҙар | |
Башҡарыусы | |
---|---|
Жанр | |
Йырҙың теле | |
Оҙайлығы |
2:13 |
Ашҡаҙар (башҡ. Ашҡаҙар )) — башҡорт халыҡ йыры (оҙон көй), ғәҙәттә ҡурайға ҡушылып башҡарыла.
Һүрәтләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сюжет нигеҙенә ҡатындың һунарҙан әйләнеп ҡайта алмаған ире хөрмәтенә сығарылған йыр ваҡиғаһы һалынған.
Йырҙың һүҙҙәрен һәм көйөн 1894 йылда Сергей Гаврилович Рыбаков Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең[1] Юлыҡ ауылында яҙып ала һәм үҙенең «Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта» (СПб., 1897) китабына индерә.
Йырҙың килеп сығышы тураһында Ғабдулла Туҡай 1910 йылда Ҡазанда баҫылған «Халыҡ әҙәбиәте» лекцияһында ҡыҫҡаса әйтеп үтә.
1915 йылда Мөхәмәтша Буранғолов «Шура́» журналында легенданың Ғүмәр ахундан яҙып алған вариантын һәм һүҙҙәрен баҫтыра. 1917 йылда Буранғолов «Ашҡаҙар» тип аталған пьеса яҙа.
Артабанғы йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов, Лев Лебединский , И. В. Салтыков, Ғата Сөләймәнов был йырҙың тағы бер нисә вариантын һәм риүәйәтен яҙып ала.
«Ашҡаҙар» йыры башҡорт халыҡ ижадының киң билдәле әҫәре булараҡ Рәшиҙә Әхмәҙиева, Флүрә Килдейәрова, Әсмә Шайморатова кеүек бик күп профессиональ йырсылар башҡарыуында яңғырай.
Йырҙы эшкәртеүселәр — Халиҡ Заимов (1949), Рәүеф Мортазин (тауыш һәм фортепиано өсөн), Камил Рәхимов (симфоник оркестр өсөн).
1941 йылда Мөхәмәтша Буранғолов либреттоһы буйынса А. А. Эйхенвальд опера яҙа.
Һүҙҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе вариант
- Йәнкәй-йәнем китте, ай, һунарға
- Ашҡаҙарҡай буйына шәшкегә.
- Шәшкеләргә китеп вафат булды,
- Башҡынайым ҡалды ла йәш кенә.
- Йәнкәй-йәнем китте, ай, һунарға
- Атҡайҙарға менеп, теҙген тотҡас,
- Мылтыҡҡайын бирҙем дә ҡулына.
- Күрә алмаҫтай булып ҡарап китте,
- Киткән икән дә үлем юлына.
- Атҡайҙарға менеп, теҙген тотҡас,
- Ҡайтты ла ғына тиеп, ишек асһам,
- Аҡ бурҙайы тора ла, үҙе юҡ.
- Күҙкәйҙәрен текләп миңә ҡарай,
- Һөйләр ҙә ине, теле-һүҙе юҡ.
- Ҡайтты ла ғына тиеп, ишек асһам,
- Ишеккәйем алды керелсәгә
- Сығайым да тиһәм, таянам.
- Төштәремдә күреп, ай, ҡыуанам,
- Һүҙ әйтәйем тиһәм, уянам.
[2]
- Ишеккәйем алды керелсәгә
Икенсе вариант
- Йәнкәй-йәнем китте, ай, һунарға
- Ашҡаҙарҡай буйына шәшкегә.
- Шәшкеләргә китеп вафат булды,
- Башҡынайым ҡалды ла йәш кенә.
- Йәнкәй-йәнем китте, ай, һунарға
- Ҡайғы-хәсрәт өсөн үҫә икән
- Ашҡаҙарҡай һыуының ҡамышы.
- Шәшкеләргә китеп вафат булды,
- Күңелкәйем өйкәй ҙә һағышы.
[3]
- Ҡайғы-хәсрәт өсөн үҫә икән
«Ашҡаҙар» йыры — сәхнәлә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фольклорсы һәм драматург Мөхәмәтша Буранғоловтың «Ашҡаҙар» пьесаһы буйынса спектакль менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында башҡорт драма театры асыла (өс йылдан театр Өфө ҡалаһына күсерелә).
- 2018 йылдың ноябрендә Стәрлетамаҡ драма театрында «Ашҡаҙар» спектакле ҡуйылды (реж. З. Сөләймәнов). Бөгөнгө «Ашҡаҙар»ҙың сәхнә версияһы (Г. Саламатова) — 100 йыл аша халыҡ йолалары, традициялары, көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре тасуирланған әҫәргә генә түгел, ә тотош быуатҡа, Буранғоловтың һәм башҡа күренекле шәхестәрҙең яҙмышына ҡараш[4].
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт халыҡ йырҙары. Өфө, 1954. (баш.)(баш.)
- Песни моего народа=Халҡым йыры=Songs of my folk. Уфа, 1995.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы
- ↑ Йырҙар. Алтынсы баҫма. Төҙөүсеһе Х. Биҡҡолов. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте. 1984
- ↑ Башҡорттоң 100 йыры. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992. 29 бит
- ↑ «Ашҡаҙар» (Ашкадар) 2019 йыл 24 октябрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ашҡаҙар (йыр) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- БАШ БИТ 2017 йыл 22 май архивланған.
- Башҡорттоң 100 йыры. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992. 29 бит.