БАЛ Башҡортостан авиалиниялары
БАЛ Башҡортостан авиалиниялары — баш офисы Өфө аэропортында урынлашҡан авиакомпания[1]. Ул региональ һәм чартер рейстарҙа Өфөнән Европаға, Азияға һәм Төньяҡ Африкаға йөк һәм пассажирҙар ташыуға махсуслаша. Компания 1991 йылда төҙөлә һәм 2007 йылда бөтөрөлә.[2]
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Авиалиния Аэрофлот дивизионы булараҡ ойошторола һәм формаль рәүештә Һамарҙағы Аэроволганың өлөшө була. Таралған ваҡытта 1,513 хеҙмәткәр эшләй. 2006 йылдың ноябрендә ТУ-154 самолётын Иранда тикшергәндән һуң был агенетлыҡ хәүефһеҙлек даирәһендә ҡағиҙәләр үтәлгән тип ҡарар итә һәм осош дауам ителә.
Тәғәйенләнеш пункттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2005 йылдың ғинуарына ҡарата БАЛ Башҡортостан авиалиниялары түбәндәге хеҙмәттәрҙе күрһәтә.
- Урындағы регуляр рейстар: Мәскәү, Надым, Нижневартовск, Яңы Уренгой, Санкт-Петербург, Сорғот.
- Халык-ара регуляр рейстар: Баҡы, Барселона, Дүшәмбе, Истанбул һәм Ереван.
Башҡортостан авиалиниялары, шулай уҡ Шарм-Эль-Шейх, Хургада, Ҡаһирә, Тунис һәм Барселонаға чартер рейстарын башҡара.
Флот
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2006 йылдың авгусына ҡарата, Башҡортостан авиалинияларында түбәндәге маркаларҙағы 21 самолет иҫәпләнә:
Авариялар һәм инцеденттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан авиалинияларының 2937 рейсы (2002) Мәскәүҙән (Рәсәй) Барселонаға (Испания) чартер рейсын башҡара. ТУ-154 самолеты Көньяҡ Германия өҫтөнән осоп барғанда, Боинг-757 самолеты менән бәрелешә. Һәләкәттә Боингтың 2 летчигы һәм Тупелевта урындағы ЮНЕСКО комитеты Испанияның Коста Доадо регионына ял итергә барған 69 бала һәләк була.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Bashkirian Airlines v. Federal Republic of Germany. District Court of Kostanz. Retrieved on September 11, 2011. «BASHKIRIAN AIRLINES vertreten durch d. Generaldirektoren Flughafen d. Stadt UFA, Russische Föderation, 450056 Russland-UFA»
- ↑ Information about Bashkirskie Avialinii at the Aviation Safety Network
Тышҡы һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]БАЛ Башҡортостан авиалиниялары Викимилектә |
- (RU) bal.ufanet.ru
- (EN) bal.ufanet.ru
- (RU) aircompanybal.ru
- (EN) Russian airline’s 'good safety record, BBC