Боғорослан (Ырымбур өлкәһе)
Ҡала | |||
Боғорослан | |||
| |||
Ил | |||
---|---|---|---|
Федерация субъекты | |||
Ҡала округы | |||
Координаталар | |||
Нигеҙләнгән | |||
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |||
Ҡала с | |||
Майҙаны |
76 км² | ||
Халҡы |
49 942 кеше (2013) | ||
Этнохороним |
Буғарыҫлансы | ||
Телефон коды |
+7 35352 | ||
Почта индексы |
461630-...-461639 | ||
Һанлы танытмалар | |||
Автомобиль коды |
56 | ||
ОКАТО коды | |||
ОКТМО коды | |||
Рәсми сайт | |||
Боғорослан (Буғарыҫлан) — рус. Бугуруслан — Ырымбур өлкәһендә, Рәсәйҙә өлкә әһәмиәтендә булған ҡала. Ҡалала Боғорослан районы үҙәге урынлашҡан. Буғарыҫлан ҡалаһы үҙе район составына инмәй.
Ҡала Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында, Оло Кинәле йылғаһы ярында урынлашҡан. Һамарҙан — 180, Ырымбурҙан — 360, Мәскәүҙән — 1200 км алыҫлыҡта.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исеме төрки телдән килә: боға[1] (буға)[2] — үгеҙ, телец; арслан — арыҫлан.
Топонимдың килеп сығышын һәм урыҫ телендә әйтелеше тураһында Ырымбур топонимдар белгесе Б. А. Моисеев "Местные названия Оренбургской области. Историкотопонимические очерки" тигән китабында ошондай фекер әйтә:
Многие краеведы и исследователи полагают, что слово Бугуруслан по происхождению сложное, образовалось из двух тюркских корней. Первая часть бугу- или богу-, вторая часть — -араслан или -арслан. Поэтому первоначально произносилось Богуараслан, затем после фонетических изменений установилось современное произношение Бугуруслан. В разных источниках по истории Бугуруслана встречаются и такие варианты названия, как
Богорослан, Богоруслан, Богуруслан. Вторая часть названия переводится всеми одинаково — «лев». Слово широко употреблялось в прошлом в качестве имени собственного у многих народов: у татар, башкир, казахов, калмыков, ногайцев и даже у древних печенегов. Вот некоторые примеры: султан Араслан, Джан Араслан, Арасланбай, Арасланбек. [3] |
.
Йәғни, ул да атаманың "буға" һәм "арыҫлан" һүҙҙәренән килеп сыҡҡанын дөрөҫләй.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала 1748 йылда Боғорослан биҫтәһе булараҡ нигеҙ һалына[4]. Боғорослан 1781—1920 йылдарҙа Боғорослан өйәҙе үҙәге.
Боғоросланда 267 йорт иҫәпләнгән, шул иҫәптән хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм отставкалағы чиндарға 63 йорт ҡараған, канцелярия хеҙмәткәрҙәренә — 3, сауҙагәр һәм мещандарға — 5, руханиҙарға — 4, крәҫтиәндәргә — 159 йорт.
1811 йылда 1300 кеше йәшәгән, 1897 — 12141 (башҡорттар — 66, мордвалар — 363, татарҙар — 868, урыҫтар — 10624 һ.б.), 1910 — 15000 кеше. 19 быуат аҙағында халҡы сауҙа, игенселек, баҡсасылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән.
Һабын ҡайнатыу һәм балауыҙ һығыу заводтары эшләгән. Йыл һайын йәрминкәләр үткәрелгән. Покров ҡатын-ҡыҙҙар монастыры, 2 сиркәү, дини, 2 класлы ҡала һәм 2 мәхәллә училищелары, ҡыҙ балалар прогимназияһы, 2 дауахана булған. 1935—1941 йылдарҙа ҡалала татар-башҡорт педагогия техникумы (училищеһы) эшләгән.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
|
Элемтә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалала Боғорослан граждан авиацияһының осоу училищеһы, Ырымбур дәүләт университеты филиалы эшләй.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ боға—племенной бык. Прим. күл боғаһы — большая выпь. Башкирско-русский словарь (под редакцией З. Г. Ураксина, 1996)
- ↑ Буға — Бык, корова. Боға, буға һүҙҙәре боронғо төрки ҡомартҡыларҙағы үгеҙ мәғәнәһендәге воуа~вUуа һүҙенә барып тоташа. — Слова боға, буға восходят к слову воуа/вUуа в значении `бык`, встречающемуся в древнетюркских памятниках. Мифологический словарь башкирского языка (Ф. Г. Хисамитдинова, 2010)
- ↑ Моисеев, Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историкотопонимические очерки / Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО «Оренбург. гос. пед.ун-т». — Оренбург : Изд-во ОГПУ, 2013. — 380 с. ISBN 978-5-85859-528-1
- ↑ Бугуруслан // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡолбахтин Н. М. Боғорослан (Ырымбур өлкәһе) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Ҡолбахтин Н. М. Боғорослан биҫтәһе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Боғорослан
- История основания города Бугуруслана на сайте «История Оренбуржья»
- Герб Бугуруслана на сайте «Heraldicum»
- В Бугуруслане — городской портал 2014 йыл 8 февраль архивланған.
- Бугурусланский историко-краеведческий музей