Википедия:Викиосрашыу
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викиосрашыу — Википедия төҙөүҙә ҡатнашыусыларҙың айырым ҡалаларҙа үткәрелгән урындағы осрашыуҙары. Был Викиосрашыу битендә буласаҡ һәм үткән викиосрашыуҙар тураһында мәғләүмәт туплана. Викиосрашыуҙы һәр бер кеше тәҡдим итә һәм ойоштора ала. Викимания кеүек конференциялар тураһында айырым викиконференциялар битен булдырға кәрәк. Башҡа телдәр бүлегендәге ҡатншыусыларҙың викиосрашыуҙары тураһында мәғләүмәтте һул яҡтағы "Башҡа телдәрҙә" тигән интревики һылтанмалар аша ҡарарға була.
Йөкмәткеһе |
Викиосрашыуҙы нисек ойошторырға? [үҙгәртергә]
- Буласаҡ викиосрашыуҙар бүлегендә осрашыу тураһында иғлан төҙөгеҙ:
- Осрашыуға саҡырыу яҙығыҙ.
- Осрашыу урынын һәм ваҡытын тәҡдим итегеҙ.
- Осрашыуҙа ниндәй йүнәлештә фекерләшеү буласағын тәҡдим итегеҙ (мотлаҡ түгел).
- Ҡоролтай битендә иғлан яһағыҙ һәм Буласаҡ викиосрашыуҙар бүлегенә һылтанма бирегеҙ.
- Республика, айырым ҡалала йәки районда йәшәүсе ҡатнашыусылар теркәлгән категориялағы исемлекте файҙаланып, уларға "Ҡатнашыусыға хат" ҡоралы аша саҡырыу ебәрегеҙ.