Эстәлеккә күсергә

Википедия:Викиосрашыу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викиосрашыу. Өфө районы, Жуково ауылы, 17 ноябрь 2016 йыл
Викиосрашыу. Өфө районы, Жуково ауылы, 17 ноябрь 2016 йыл

ВикиосрашыуВикипедия төҙөүҙә ҡатнашыусыларҙың айырым ҡалаларҙа үткәрелгән урындағы осрашыуҙары. Был Викиосрашыу битендә буласаҡ һәм үткән викиосрашыуҙар тураһында мәғлүмәт туплана. Викиосрашыуҙы һәр бер кеше тәҡдим итә һәм ойоштора ала. Викимания кеүек конференциялар тураһында айырым викиконференциялар битен булдырға кәрәк. Башҡа телдәр бүлегендәге ҡатнашыусыларҙың викиосрашыуҙары тураһында мәғлүмәтте һул яҡтағы "Башҡа телдәрҙә" тигән интервики һылтанмалар аша ҡарарға була.

Викиосрашыуҙы нисек ойошторорға?

[сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Буласаҡ викиосрашыуҙар бүлегендә осрашыу тураһында иғлан төҙөгөҙ:
    • Осрашыуға саҡырыу яҙығыҙ.
    • Осрашыу урынын һәм ваҡытын тәҡдим итегеҙ.
    • Осрашыуҙа ниндәй йүнәлештә фекерләшеү буласағын тәҡдим итегеҙ (мотлаҡ түгел).
  2. Ҡоролтай битендә иғлан яһағыҙ һәм Буласаҡ викиосрашыуҙар бүлегенә һылтанма бирегеҙ.
  3. Республика, айырым ҡалала йәки районда йәшәүсе ҡатнашыусылар теркәлгән категориялағы исемлекте файҙаланып, уларға "Ҡатнашыусыға хат" ҡоралы аша саҡырыу ебәрегеҙ.

Буласаҡ викиосрашыуҙар

[сығанаҡты үҙгәртеү]

2020 йыл

Үткән викиосрашыуҙар

[сығанаҡты үҙгәртеү]

2020 йыл

21 май, 19:30. Сираттағы онлайн-конференция үтте.

  • БашВики конференция темаһы: Turkic Marathon 2020 бәйгеһен ойоштороу тураһында
    • 16 майҙа булған «Төрки телле викимедиасылар төркөмө» йыйылышы һәм Turkic Marathon 2020 бәйгеһе тураһында
    • Бәйге ойоштороусыларға ярҙамға БашВикинан вәкил билдәләү тураһында
    • Бәйгегә тәҡдим ителгән мәҡәләләр исемлеген төҙөү тураһында
    • Тәҡдим ителгән мәҡәләләргә сығанаҡтар исемлеген төҙөү тураһында
    • Бәйге ҡағиҙәһен билдәләү тураһында
    • Башвикила бәйге битен булдырыу тураһында
Конференцияла ҡатнаштылар

Рөстәм Нурыев, Guram52, З. ӘЙЛЕ, Һәҙиә, Таңһылыу, Аҡҡашҡа, Zlgll, Тутыйғош, Alfiya55, ZUFAr).

Ҡарарҙар
  • Бәйге ойоштороусыларға ярҙамға БашВикинан вәкил итеп З. ӘЙЛЕ билдәленде;
  • Марафон ҡағиҙәләре билдәләнде:
  • Мәҡәләләр һәм сығанаҡтар исемлеге төҙөү буйынса:
  • Мәҡәләләр төрки донъяһы менән бәйле булырға тейеш
  • Һәр ҡатнашыусы үҙенә оҡшаған темаға 10 мәҡәлә яҙырға йәки тулыландырырға тәҡдим итә. Тема буйынса ҙур күләмле әҙер исемлек булған осраҡта уға һылтанма ҡуя.
  • Мәҡәлә яҙыу өсөн мәғлүмәт сығанағын күрһәтә йәки тәржемә өсөн башҡа тел бүлегендәге мәҡәләгә һылтанма ҡуя.
  • Мәҡәлә яҙыу йәки тулыландырыу тәртибе:
  • Исемлектә тәҡдим иткән мәҡәләләрҙе ҡатнашыусы үҙе яҙмай/тулыландырмай;
  • Башҡа ҡатнашыусылар тәҡдим иткән темалар буйынса мәҡәлә яҙа/тулыландыра;
  • Мәҡәләнең фекер алышыу битенә {{марафон ҡалыбы}} ҡуя;
  • 1/1 шарты: Башҡортостан һәм башҡорттар темаһына ҡарата бер мәҡәләгә башҡа төрки халыҡтар темаһына бер мәҡәлә булырға тейеш;
  • 10/1 шарты: 10 яңы мәҡәләгә 1000 әһәмиәтле мәҡәләләр исемлегенән 1 мәҡәлә тулыландырылға һәм юғары статусҡа сығарылырға тейеш;
  • Мәҡәләләрҙе тикшереү һәм баһалау тәртибе:
  • Һәр кем үҙе тәҡдим иткән мәҡәләләрҙе тикшерә һәм баһалай;
  • Һәр кем үҙе яҙған мәҡәләләрҙе Фонтанда һәм иҫәп таюлицаһына теркәй;
  • бүләктәр буйынса:
  • Бүләктәрҙе, ОЗОН интернет магазин сертификаттарын, төп ойоштроусылар үҙҙәре тапшыра,
  • Биш призлы урын билдәләргә: 100$, 75$, 50$, 45$, 30$ йәки 100$, 80$, 60$, 30$, 30$. Тағы бер вариант: 80$, 70$, 60$, 50$, 40$

Өфө ваҡыты менән киске һигеҙенсе яртыла (19:30) сираттағы ЗУМ конференция башланды. Конференцияла Рөстәм Нурыев, З. ӘЙЛЕ, Һәҙиә, Guram52, Аҡҡашҡа һәм Эрзә Викпедияһы хакимы Андрей Петров ҡатнашты. Рөстәм Нурыев Башҡортостан музейҙары исемлеген төҙөү, Викидатала һәр музей өсөн элемент яҙмаларын булдырыу тураһында һөйләйне. Нисек эшләргә ноутбук экранынан күрһәтте. Оҫталыҡ дәресенән һуң йәнле әңгәмә булды. Андрей Петров Эрзә Википедияһы менән таныштырҙы.

  • Рөстәм Нурыев беренсе онлайн осрашыуға Zoom ҡорона саҡырҙы.
  • Тема: БашВикиның онлайн осрашыуҙары
  • Ваҡыты: 7 май 2020, 19:30, Өфө ваҡыты
  • Подключиться к конференции Zoom (компьютерға/ноутбукка ЗУМ ҡуйығыҙ, нисек ҡуйырға ЮТУБта өйрәткәндәр )
  • конференцияға ҡушылыу урыны.
  • Конференция идентификаторы һораясаҡ шай, был һандарҙы күсереп яҙырға кәрәк була: 323 064 6674
Ҡатнаштылар
Рөстәм Нурыев, З. ӘЙЛЕ, Һәҙиә, Таңһылыу, Аҡҡашҡа, Zlgll, Тутыйғош, Банат Валеева-Яубасарова, Alfiya55, ZUFAr). Даими, айына бер тапҡыр осрашып торорға, айырым темаларға сығыштар әҙерләргә килештеләр.

2019 йыл

Вики-осрашыу / йыйылыш.

Ваҡыты һәм урыны
  • башлана 10:00.
  • Өфө, Ленин урамы, 56. Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто

Башҡортостан викимедиасылары төркөмө ирекмәндәре Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йортонда сираттағы вики-сәйләүгә йыйылды. Осрашыуға Әлфиә Аҡбутина ((Alfiya55) , Гүзәл Ситдиҡова (Guram52), Илдус Ситдиҡов (Il-Gil), Зөфәр Сәлихов (ZUFAr), Миңһылыу Абдуллина (Аҡҡашҡа), Банат Валеева-Яубасарова, Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова (З. ӘЙЛЕ), Рәшиҙә Ғизәтуллина, Рөстәм Нурыев килде. Онлайн бәйләнеш аша Ҡазандан Фәрхәд Фәтҡуллин (Frhdkazan), Сибайҙан Ләйсән Абдрахманова (Ләйсән), Санкт-Петербургтан Андрей Петров (Erzianj jurnalist), Ижевскиҙан Андрей Чемышев, Мәскәүҙән Николай Литвинов (‎Niklitov) һәм Олег Абарников (Soul Train) фекер алышыуҙа ҡатнашты. Сербиянан, Швецариянан, Украинанан, Мәскәүҙән ҡайтҡан күстәнәстәр, Өфөнән, Ҡырмаҫҡалы, Өфө һәм Бөрйән райондарынан килеп еткән ашамлыҡтар, өс төрлө башҡорт балы, телде йотарлыҡ тәмле торт менән биш самауыр сәй эселде. Биш сәғәт дауамында төрлө мәсьәләләр ҡаралды һәм эшлекле ҡарарҙар ҡабул ителде:

  • Бөтә донъя Викимедиа хәрәкәтенең стратегик йүнәлештәре;
    Ҡарар: Бөтә донъя Викимедиа хәрәкәтенең стратегик йүнәлештәре буйынса фекер алышыуҙа ҡатнашыуҙы дауам итергә, ныҡ үҫешмәгән Википедия бүлектәренә Викимедиа Фонды иғтибарын арттырыуҙы яҡларға. Әйҙәүселәр: Зөфәр Сәлихов (ZUFAr), Илдус Ситдиҡов (Il-Gil), Олег Абарников (Soul Train), Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова (З. ӘЙЛЕ).
  • Башҡортостан викимедиасыларының алдағы йылға стратегик планы;
    Халыҡ-ара конференциялар, конкурстар кеүек сараларҙа ҡатнашыуҙы дауам итергә. Әйҙәүселәр: барыһы ла.
    БашВики ирекмәндәренең халыҡ-ара кимәлдә өлгәшкән уңыштары тураһында Башҡортостан Республикаһы етәкселегенә мәғлүмәт еткерергә. Әйҙәүсе: Гүзәл Ситдиҡова (Guram52).
    Викихәрәкәткә яңы ирекмәндәрҙе йәлеп итеүҙе дауам итергә. Йәштәрҙе ылыҡтырыуға өҫтөнлөк бирергә. Социаль селтәрҙәр мөмкинлеген киңерәк файҙаланырға. Әйҙәүселәр: барыһы ла.
    Башҡорт Википедияһында күләмгә ҡарағанда сифат өҫтөнлөклө булыуын дауам итергә. Әйҙәүселәр: барыһы ла.
  • «Киләсәк лидерҙар мәктәбе» менән берлектә Викимедиа эшмәкәрлегенә уҡыусыларҙы һәм йәштәрҙе йәлеп итеү;
    «Киләсәк лидерҙар мәктәбе» майҙанында Викимедиа проекттарын уҡыусы балаларға өйрәтеү тәҡдимен хупларға.
    Мәғариф министрлығы етәселәре менән осрашып һөйләшергә. Әйҙәүселәр: Илдус Ситдиҡов (Il-Gil), (Рөстәм Нурыев).
    Уҡыусылар өсөн мәктәп предметтарына яраҡлаштырылған мәҡәләләр исемлектәрен төҙөргә һәм тәҡдим итергә. Башҡортнамә. Әйҙәүселәр: Гүзәл Ситдиҡова (Guram52), Зөфәр Сәлихов (ZUFAr), Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова (З. ӘЙЛЕ).
    Инглиз телендәге бүлектә Башҡортостанға һәм башҡорттарға арналған мәҡәләләр сифатын яҡшыртыу, яңы мәҡәләләр яҙыу сараларын күрергә. Әйҙәүселәр: Илдус Ситдиҡов (Il-Gil), Зөфәр Сәлихов (ZUFAr).
  • Башҡорт телендәге вики-проекттарҙа «күп теллелек» мөмкинлеген ҡулланыу һәм рус Википедияһына ҡабул ителмәгән мәҡәләләрҙе Башҡорт Википедияһының рус теле бүлексәһендә туплау;
    Тәҡдимде хупларға. Ғәмәлгә индереү сараларын күрергә. Әйҙәүселәр: билдәләнмәне.
  • Халыҡ-ара кимәлдә өлкән йәштәге вики-ирекмән ҡатын-ҡыҙҙары төркөмөн рәсми теркәү;
    Тәҡдимде хупларға. Метала төрҡөмдө теркәү битен төҙөргә. Әйҙәүселәр: Зөфәр Сәлихов (ZUFAr), Илдус Ситдиҡов (Il-Gil), Гүзәл Ситдиҡова (Guram52), Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова (З. ӘЙЛЕ).
  • Авторлыҡ хоҡуҡтарын ирекле лицензия менән билдәләү тураһында;
    Авторлыҡ хоҡуҡтарын ирекле лицензия менән билдәләү мөмкинлектәре тураһында мәғлүмәтте мөмкин тиклем киңерәк таратырға. Әйҙәүселәр:барыһы ла.
  • «Викимедиа РУ» йәмғиәт ойошмаһы алған Президент фонды грантында ҡатнашыу;
    Грант яулаусылар аңлатмаһын көтөргә. Уларҙың тәҡдименән сығып ҡарар ҡабул итергә. Әйҙәүселәр: Николай Литвинов (‎Niklitov), Рөстәм Нурыев
  • Үткәрелгән йыйылыштар тураһында «Викимедиа РУ» йәмғиәт ойошмаһы сайтында протокол яҙыу;
    «Викимедиа РУ» йәмғиәт ойошмаһының рәсми рөхсәтен һорарға. Әйҙәүселәр: Николай Литвинов (‎Niklitov), Рөстәм Нурыев
  • Латин Америкаһы, Яҡын Көнсығыш, Төньяҡ Африка илдәре википедистары үткәргән «Мәҙәниәт-ара күпере» вики-конкурсында ҡатнашыу.
    Тәҡдимде хупларға. Конкурс исемлегенә индереү өсөн Әҙәбит, Музыка, Һынлы сәнғәт, кино, телевединие, милли аш-һыу, ғөрөф-ғәҙәттәр, һәйкәлдәр темалары буйынса инглиз телендә булған кәмендә 5 мәҡәләнән торған исемлек төҙөргә. Инглиз телендә Был темалар буйынса мәҡәләләрҙе яҡшыртырға, яңыларын яҙҙырыу сараларын күрергә. Әйҙәүселәр: Зөфәр Сәлихов (ZUFAr), Олег Абарников (Soul Train).

Вики-осрашыу / бер көнлөк вики-семинар.

Ваҡыты һәм урыны
Көн тәртибендә
  • Вики-осрашыу / бер көнлөк вики-семинар. Ноутбуктар алып килеүегеҙ һорала
  1. ✔--З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 09:31, 20 февраль 2019 (UTC)[яуап бирергә]
  2. ✔--Банат Валеева-Яубасарова (әңгәмә) 14:46, 20 февраль 2019 йыл (UTC)
  3. ✔--Alfiya55 (әңгәмә) 17:13, 20 февраль 2019 (UTC)[яуап бирергә]
  4. ✔ --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 16:59, 21 февраль 2019 (UTC)[яуап бирергә]
  5. ✔ Илдар Кинйәбулатов
  6. ✔ --Лилиә Ҡәйепова (әңгәмә)(UTC)
  7. ✔ --Аҡҡашҡа (әңгәмә) 22:49, 21февраль 2019 (UTC). Дәрестәр 12-гә бөтә, 13:00 сәғәткә килеп етермен.
  8. ✔--ZUFAr (әңгәмә) 15:47, 25 февраль 2019 (UTC)[яуап бирергә]

Бөрйән районы , Иҫке Собханҡол ауылында Вики-осрашыу (бер көнлөк вики-семинар),

  • Дата:2019 йыл 2 март
  • Ҡатнашалар яҡынса 7-10 кеше
  • Ваҡыты 10:00. сәғәттән 13-00 -гә тиклем
  • Урыны: Иҫке Собханғол ауылы, Әбдулман мәсетендә
  • Көн тәртибендә: мәҡәләләр һәм фото ҡуйырға өйрәнеү, тематиканы асыҡлау.
  • Теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Ноутбуктар алып килеү һорала.


2018 йыл

Яңы уҡыу йылы башланыу айҡанлы викиосрашыу форматында үткәрелгән дөйөм сара.

Ваҡыты һәм урыны
Көн тәртибендә
  • 2018 йыл башынан үткәрелгән конкурстарға йомғаҡ яһау, сертификаттар һәм бүләктәр тапшырыу, фекер алышыуҙар һәм сәйләү көтөлә. Викиосрашыуға инеү ирекле. Викиирекмәндәрҙе, викиирекмән булырҙай дуҫ-иштәрҙе көтәбеҙ. Сәйләү өҫтәлен әҙерләү өсөн исемлеккә алдан теркәлеү һорала.
  1. ✔--Рөстәм Нурыев
  2. ✔--Dina1965
  3. ✔ --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 09:27, 16 август 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  4. ✔--Хаят Йосопова 1
  5. ✔--Alfiya55 (әңгәмә) 11:09, 16 август 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  6. ✔--ZUFAr (әңгәмә) 13:24, 16 август 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  7. ✔--Аҡҡашҡа (әңгәмә) 15:54, 16 август 2018 (UTC))[яуап бирергә]
  8. ✔--Юлдашева Луиза (әңгәмә) 15:54, 20 август 2018 (UTC))[яуап бирергә]
  9. ✔--Банат Валеева-Яубасарова (әңгәмә) 20:06, 20 август 2018 (UTC))[яуап бирергә]
  10. Мин Рәмзия Яҡшыбайҙы, Ғәҙилә Бүләкованы саҡырҙым. (Аҡҡашҡа (әңгәмә) 15:08, 20 август 2018 (UTC))[яуап бирергә]
  11. Люция Юлтыеваны — «Молодая Россия» Башҡортостан бүлексәһе етәксеһен саҡырҙым. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 15:10, 20 август 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  12. Габидуллина Фәнүзәне саҡырҙым (биология,химия уҡытыусыһы булып эшләне, хәҙер хаҡлы ялда). Юлдашева Луиза
  13. ✔--Aidar254 (әңгәмә) 18:26, 22 август 2018 (UTC)[яуап бирергә]

14 апрель, Өфө

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Вики-семинар һәм вики-осрашыу форматында үткәрелгән сираттағы дөйөм сара.

Ваҡыты һәм урыны
Программа

Ниндәй темаларға әҙерләнергә тәҡдимдәр яҙығыҙ

  • Категориялар ҡуйыу
  • Медиафайлдарҙы тейәү
  • Гугл переводчик менән эшләү
  • Үҙеңдең гәзит-журналдарҙа баҫылып сыҡҡан әйберҙәреңде вики-китапханаға урынлаштырыу, вики-дәреслеккә үҙең ижад иткән әҫәрҙәреңде яҙыу
  1. ✔--Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 11:48, 3 апрель 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  2. ✔--Һәҙиә (әңгәмә) 16:55, 3 апрель 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  3. ✔--З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 12:06, 3 апрель 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  4. ✔--ZUFAr (әңгәмә) 15:19, 3 апрель 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  5. ✔-- Юлдашева Луиза, 21:55, 4 апрель 2018 (UTC)
  6. ✔--Йосопова Хаят1, 11:18, 5 апрель 2018 (UTC)
  7. ✔--Аҡҡашҡа, 21:46, 5 апрель 2018 (UTC)
  8. ✔--Банат Валеева -Яубасарова, 22:56, 5 апрель 2018 (UTC)
  9. ✔--Лилиә, 21:46, 8 апрель 2018 (UTC)
  10. ✔--Aidar254 (әңгәмә) 09:19, 13 апрель 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  11. ✔ Dina1965

2017 йыл

3 декабрь, 10:00, Өфө, БашВикиКон 2017

БашВикиКон 2017 — «Башҡортостан викимедиасылары» төркөмө ирекмәндәренең конференция форматында ойошторолған беренсе икенсе вики—осрашыуы. Конференцияла сығыштар, ғәмәли оҫталыҡ дәрестәре, тәжрибә уртаҡлашыу, киләсәккә эш йүнәлештәрен аныҡлау күҙаллана. Конференцияны ойоштороусылар: «Башҡортостан викимедиасылары» төркөмө һәм «Викимедиа РУ» йәмғиәт ойошмаһы.

Конференция 2017 йылдың 3 декаберендә Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17, Башстаттың ултырыштар залында үткәрелә, төшкө аш «Иҙел» бистро—кафеһендә әҙерләнә. Йыйыла башлау иртәге ундан, рәсми башланыуы — сәғәт 11-ҙә.

Конференцияла теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Инеү ирекле, әммә сараны юғары кимәлдә үткәреү өсөн өсөн алдан тәркәлеү талап ителә. Республиканың район—ҡалаларынан килгән ирекмәндәргә юл сығымдары ҡайтарыла, уның өсөн теркәләү исемлегенә сығым күләмен алдан күрһәтегеҙ, конференция алдынан Ҡатнашыусы:З. ӘЙЛЕгә транспорт билетын (квитанцияһын), йәки бензин чегын тапшырығыҙ (кире ҡайтҡандың билетен сканлап электрон почта аша, һуңынан ғәҙәти почта аша ебәрергә кәрәк — мотлаҡ). Иҫкәрмә: юл сығымдары Башҡортостанда йәшәгән әүҙем ирекмәндәргә`(исемлек буйынса) һәм уның менән килгән буласаҡ бер ирекмәнгә ҡайтарыла. Башҡортостандан ситтә йәшәгән ирекмәндәргә юл сығымын ҡайтарыу айырым ҡарала.

(тәҡдим ителгән өлгө, үҙгәртеүҙәр 1 декабргә тиклем ҡабул ителә)

  • 10.00—11.00 — теркәлеү, ҡыҫҡа вики—дәрестәрҙе (видео) ҡарау
  • 11.00—11.15 — сараны асыу тантанаһы, ҡатнашыусыларҙы сәләмләү: Банат Валеева—Яубасарова (иң оло ирекмән), Айҙар Сәлихов (иң йәш ирекмән), Владимир Медейко — ВМРУ директоры
  • 11.15—13.45 — презентация—оҫталыҡ дәрестәре:
    —Википедияны мин нисек мөхәррирләйем (З. ӘЙЛЕ, Ләйсән, ...).
    —Йөкмәтке тәржемәсеһе (Ләйсән)
    —Категориялар асылына төшөнәбеҙ. (кем ала?)
    —Викимилеккә фотолар тейәп, мәҡәләләргә ҡуйыу серҙәре (Зөфәр)
    —Викидатаны башҡортсаға өйрәтәбеҙ (Рөстәм)
    —башҡортса Викидәреслек — яңы вики—проект мөмкинлектәре (Ләйсән, Зөфәр, Көнһылыу)
    —Викиһүҙлек (Ришат, 15 минут)
    —Викикитапхана китапханасылар көтә (Рөстәм)
    —Авторлыҡ хоҡуҡтары: Автор текстарын йәмғиәт милке итеп иғлан итеү (Рөстәм, Володя)
    —Яңы теркәлеүсе һәм танышырға килеүселәр өсөн оҫталыҡ дәресе
  • 13.45—14.15 — төшкө аш
  • 14.15—14.30 — тамамланған конкурстарға йомғаҡ яһау, бүләктәрен тапшырыу (Зөфәр, Зәйтүнә, Ләйсән, Рөстәм, Володя)
  • 14.30—15.30 — урындарҙа эшмәкәрлек:
    —Бөрйән вики—клубы тәжрибәһе (Көнһылыу, Рәшиҙә)
    —Уҡыусыларҙы Башҡорт Википедияһы менән таныштырыу (Аҡҡашҡа - кескәй генә тәжрибә башы)
    —ирекле сығыштар (сығыш яһарға теләгәндәр программаға алдан аныҡлыҡ индерә ала)
    --Вики-китапханаға әҙәби текстарҙы ҡуйыу үҙенсәлектәре (Лилиә Ҡәйепова-7-10 мин.)
  • 15.30—16.00 — халыҡ—ара эшмәкәрлек:
    —халыҡ—ара конкурстарҙа ҡатнашыу
    —Викимания, Берлин конфренцияһы, СЕЕ—форумы, ил һәм тел бүлектәре конференцияларында ҡатнашыу тәжрибәһе (Володя, Рөстәм, Зөфәр, Зәйтүнә, Ришат)
  • 16.00—16.30 — Үткән йылға дөйөм анализ (Рөстәм)
  • 16.30—17.00 — Конференцияны йомғаҡлау әңгәмәһе, тәҡдимдәрҙе раҫлау (Рөстәм, Зәйтүнә)
а) ирекмәндәр
  1. Рөстәм Нурыев, Өфө, юл сығымдары талап ителмәй. (06:07, 11 ноябрь 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  2. Аҡҡашҡа, Өфө районы Жуково ауылы. (11:11, 11 ноябрь 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  3. Ләйсән (әңгәмә), Сибай, 07:14, 11 ноябрь 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  4. Һәҙиә, Бөрйән, 21:20, 12 ноябрь 2017 (UTC), барыу-ҡайтыу = 800 +800[яуап бирергә]
  5. Таңһылыу, Бөрйән, (21:23, 12 ноябрь 2017 (UTC), барыу-ҡайтыу = 800 +800[яуап бирергә]
  6. Вәлимә, Бөрйән, (21:23, 11 ноябрь 2017 (UTC), барыу-ҡайтыу = 800 +800[яуап бирергә]
  7. З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 12:37, 14 ноябрь 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  8. ✔Магира 62, Бөрйән, 21:04, 15 ноябрь 2017 (UTC),баралмай барыу-ҡайтыу = 800 +800[яуап бирергә]
  9. Айнабад, Бөрйән, 21:54, 15 ноябрь 2017 (UTC), барыу-ҡайтыу = 800 +800[яуап бирергә]
  10. ✔Азат Хәлилов, Күмертау ҡалаһы, Көйөргәҙе районы (әңгәмә) 16:09, 18 ноябрь 2017 (UTC)бара алмай![яуап бирергә]
  11. ZUFAr (әңгәмә)
  12. Aidar254 (әңгәмә)
  13. Рәшиҙә Ғизәтуллина, Бөрйән, 12:25, 19 ноябрь 2017 (UTC),барыу-ҡайтыу = 800 +800[яуап бирергә]
  14. Лилиә
  15. Банат Валеева-Яубасарова, Ҡырмыҫҡалы районы, Ҡабаҡ ҡасабаһы,
  16. ✔килә алмай Зөһрә
  17. Berkutsan Өфө 9:25, 22 ноябрь, 2017 (UTC)
  18. Лилиә Ҡәйепова Өфө
  19. Сәриә Ҡаһарманова Белорет ҡалаһы, юл сығымы 1000 һум самаһы
  20. Сания Шәғәлиева Белорет ҡалаһы, юл сығымы 1000 һум самаһы
  21. Владимир Медейко Санкт-Петербург,- юл сығымы ВМРУ иҫәбенә
  22. Дмитрий Рожков Мәскәү, юл сығымы ВМРУ иҫәбенә
  23. Ришат Сәйфетдинов Мәскәү, юл сығымы ВМРУ иҫәбенә (Учалы-Өфө поезынан башҡаһы)
  24. Айсар (әңгәмә) 13:32, 27 ноябрь 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  25. Луиза Юлдашева, Бөрйән, 14:44, 28 ноябрь 2017 (UTC)(теркәлеү үтте), барыу-ҡайтыу = 800 +800
  26. Тутыйғош , Стәрлетамаҡ,
  27. Alfiya55, Нуриман районы, бензин 500 һум.
  28. Гөлиә Даутова
  29. Хаят Йосопова1, Ишембай ҡалаһы, пенсионер, БР-ҙың атҡаҙанған мәғлүмәт хеҙмәткәре, юл сығымы - 500 һум.
б) ирекмән булырға теләгәндәр
  1. Фәүзиә Боҫҡонова (уҡытыусы) - үҙ теләге менән- Баймаҡ районы (юл хаҡы...)
  2. Нәфисә Юнысбаева (биолог, уҡытыусы) -Л.Ҡәйепова саҡырҙы - Нагаево ауылынан килә - яҡынса 200 һум.
  3. Рифат Мирхәйҙәров (математик, уҡытыусы) - М.Абдуллина саҡырҙы - Салауат районы Башҡорт Илсекәйе ауылынан килә - яҡынса 1000 һум.
  4. Римма Акманова (филология фәндәре кандидаты) - үҙ теләге менән - Сибай ҡалаһы (юл хаҡы ...)
  5. Ғилманова Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы— тележурналист, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

6 сентябрь, Өфө

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Яңы уҡыу йылына аяҡ баҫыу, «Башҡортостан 100» марафонының өсөнсө этабы башланыу, башҡортса Викидәреслек проектын ҡабаттан тергеҙеү айҡанлы сираттығы викиосрашыу ойошторола. Осрашыу 6 сентябрҙә «Иҙел» кафеһендә (Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17 һанлы йорт) киске сәғәт биштә башлана. Көн тәртибендә йәнле аралашыу, үткән ваҡиғаларҙы байҡау һәм киләсәккә маҡсаттар билдәләү ҡаралған. Викиосрашыуға инеү ирекле. Викиирекмәндәрҙе, викиирекмән булырҙай дуҫ-иштәрҙе көтәбеҙ. Сәйләү өҫтәлен әҙерләү өсөн исемлеккә алдан теркәлеү мотлаҡ.

  1. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 11:28, 28 август 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  2. --Ләйсән (әңгәмә) 19:36, 28 август 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  3. --ZUFAr (әңгәмә)
  4. Лилиә Ҡәйепова (әңгәмә) 14:46, 29 август 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  5. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 05:41, 5 сентябрь 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  6. --Ишьяров Урал [Azamatovic|Berkutsan] (әңгәмә) 07:54, 5 сентябрь 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  7. ----Лилиә (әңгәмә) 20:12, 5 сентябрь 2017 (UTC)[яуап бирергә]

7 июнь 2017 йыл, Өфө

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Көтөлмәгән викиосрашыу! Ләйсәндең Өфөгә эш сәфәре менән килеүе һәм мәшәҡәттәренең йәһәт тамамланыуы уңайынан «Иҙел» кафеһында алдан планлаштырылмаған викиосрашыу булды. Унда Рөстәм Нурыев, ZUFAr, З. ӘЙЛЕ, Ләйсән ҡатнашты. Эшлекле һөйләшеү барышында Башҡорт Википедияһының ағымдағы торошона күҙәтеү яһалды, киләсәккә маҡсаттар билдәләнде.
Үҙәк һәм Көнсығыш Европа илдәре википедистарының Варшавала 22-25 сентябрҙә үтәсәк кәңәшмәһенә делегат итеп Рөстәм Нурыев һәм Ришат Сәйфетдинов күрһәтелде.
Хөрмәтле викиарҡадаштар, был тәҡдимгә үҙ ҡарашығыҙҙы белдерһәгеҙ ине.

18 февраль 2017 йыл, Өфө

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Викиарҡаҙаштар! Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә (21 февраль) бағышлап, үткән йылға йомғаҡ яһап, киләсәккә маҡсаттар билдәләп, әүҙемдәрҙе маҡтап, битарафтарҙы хурлап, көҙгө бәйгеләр алдынғыларын ҡотлап, кемделер бүләкләп, кемделер өгөтләп, яҙғы бәйгеләргә фатиха биреп, күңелдәрҙе елкетеп, иҙәндәрҙе һелкетеп, ғәҙәттәгесә СӘЙЛӘП алайыҡ әле. Баш ҡалабыҙҙың Цурюпа урамындағы «Иҙел» кафеһы хеҙмәткәрҙәре википедистарҙы шул тиклем һағынған, хатта шәмбе көн, 18 февраль, беҙҙең өсөн генә эшкә сығырға ла ризалар. Көндөҙгө сәғәт өскә көтәбеҙ, тинеләр.

Йылға йомғаҡ яһау сараһында ҡатнашыусылар күберәк булһын ине. Йомғаҡтарҙы һәм маҡстатарҙы раҫларға, Башҡортостан викимедиаслары төркөмөнөң идара ағзаларын һайларға кәрәк. Зинһар, ситтә тороп ҡалмағыҙ. Сәйләүҙә булғандар 2017 йылда ла Башҡортостан викимедиасылары ағзаһы тип иҫәпләнер.

Өҫтәл янына нисә ултырғыс ҡуйыу кәрәклеген билдәләү өсөн, зинһар, сарала ҡатнашыусылар исемлегенә теркәлегеҙ.

Өфөнән ситтә йәшәүселәр иғтибарына! Юл сығымдарығыҙ тураһында документ (билет йәки заправка чегы) булһа, хаҡын ҡайтарырбыҙ.

  • Форматы — викиосрашыу
  • ОйоштороусыларБашҡортостан викимедиасылары төркөмө
  • УрыныӨфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17-се һанлы йорт, «Иҙел» кафеһы
  • Ваҡыты — 18 февраль, көндөҙгө сәғәт өскә рәхим итегеҙ!
  • Программаһы — өҫтәге иғланда әйтелгән
  • Алып барыусылар — рәсми өлөштә рәйес һәм сәркәтип, сәйләү өлөшөндә — ирекле
  • Ҡатнашыусылар / Тыңлаусылар (Осрашырға теләгәндәр, зинһар, яҙылығыҙ. Нисә ултырғыс ҡуйырға икәнен белергә кәрәк.)
  1. Аҡҡашҡа,  Риза Дәрес 11:35 сәғәттә тамамлана, аҙ ғына һуңлауым ихтимал мөмкинлеге бар
  2. Ләйсән (әңгәмә) 05:50, 21 ғинуар 2017 (UTC)  Риза[яуап бирергә]
  3. Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 06:08, 21 ғинуар 2017 (UTC)  Риза[яуап бирергә]
  4. ZUFAr (әңгәмә) 07:48, 21 ғинуар 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  5. Зөләйха, (әңгәмә) Риза 21:32, 21 ғинуар 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  6. Лилиә (әңгәмә) 09:53, 24 ғинуар 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  7. Банат Вәлеева-Яубаҫарова  Риза
  8. Менәүерә Бохарбаева  Риза
  9. Лилиә98  Риза
  10. Alfiya55  Риза
  11. Зөлхизә96 Риза
  12. Лилия Каипова  Риза
  13. Һәҙиә Риза
  14. Рәшиҙә Ғизәтуллина Риза
  15. Вәлимә Риза
  16. Файруза Фаткуллина
  17. Әмир
  18. Сәғитова Резеда Риза
  19. Гүзәл Ситдиҡова
  20. Гөлзаһира Риза
  21. Әнисә  Риза
  22. Айсар
  23. З. ӘЙЛЕ Риза
  24. Сәриә Ишемғолова
  25. Гульгина Шамсутдинова
  26. Әминев  Риза
  • Йомғаҡлау
  • Барлығы 26 кеше ҡатнашты.
  • 2016 йылға йомғаҡ яһалды һәм 2017 йылға маҡсаттар билдәленде.
  • Конкурс-марафондарҙың көҙгө-ҡышҡы сезон һөҙөмтәләре иғлан ителде.
  • Кулинар марафоны һәм Ҡышҡы БУМ бүләктәре тапшырылды.
  • Сибай ҡалаһы, Бөрйән һәм Өфө районы вики-клубтарына ноутбуктар тапшырылды.
  • Вики-йәштәрҙе () википедистар йәмғиәтенә ҡабул итеү тантанаһы үткәрелде.
  • Танышырға килгән илһөйәрҙәргә Башҡорт Википедияһы ручкаһы һәм оло өмөт бүләк ителде. Улар Википедияға теркәлде.
  • Сәй мәжлесе үткәрелде.
  • Төрлө темаларға фекер алышыу булды.
  • Бер төркөм ҡатнашыусылар Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында «Нәркәс» спектаклен ҡараны.
  • Матди сығымдар 20 мең 600 һум тәшкил итте.
  • Форматы — вики-осрашыу, кәңәшмә.
  • Урыны — Өфө районы, Нижегородка ауылы, «Һаулыҡ шишмәһе» профилакторийы
  • Ваҡыты — 2-4 декабрь 2016, башлана: 2 декабрь иртәнге сәғәт 10, тамамлана 4 декабрь төшкө аштан һуң
  • Программаһы: урындарҙа вики-клубтар ойоштороу, халыҡ-ара марафондарҙа ҡатнашыу, мәҡәләләрҙең сифатын яҡшыртыу, эшмәкәрлекте финанслау, конференцияларға вәкилдәр һайлау тәртибен ҡарау, киләһе йылға саралар планын аныҡлау, башҡа мәсьәләләр тураһында һөйләшеү һәм күләмле ғәмәли эш эшләү.
  • Ҡатнашыусылар (әүҙем эшләгән, урындарҙа саралар ойоштороу менән шөғөлләнгән ирекмәндәр саҡырыла):
    ZUFAr (ойоштороусы),
    Рөстәм Нурыев (ойоштороусы)  Риза
    Айсар (Нефтекама ҡалаһы вики-клубы)  Риза
    Аҡҡашҡа (әүҙем),  Риза 3 декабрь төштән һуң киләм тигән өмөттәмен, 4 декабргә тиклем булырға инде ниәт
    З. ӘЙЛЕ (ойоштороусы, Өфө районы вики-клубы) Риза,
    Ләйсән (Сибай ҡалаһы вики-клубы),  Риза
    Һәҙиә (Бөрйән районы вики-клубы), Риза
    Мухамадеева (Белорет ҡалаһы вики-клубы)
  • Йомғаҡлау
    Нефтекама, Сибай, Белорет ҡалалырында, Бөрйән районынында ирекмендәр эшмәкәрлеген вики-клуб йүнәлешендә ойошторорға тәҡдим ителә;
    Халыҡ-ара марафондарҙа ҡатнашыуҙы дауам итергә;
    Эшмәкәрлекте финанслауҙы ҡәҙимге ысул, шәхси ирекмәндең банк иҫәп счеты аша, менән дауам итергә. Яңы спонсорҙар йәлеп итергә;
    Берлин конференцияһына З. ӘЙЛЕгә, Викимания 2017 (Монреаль) конференцияһына Ләйсәнгә барырға тәҡдим итергә;
    2017 йылға саралар планын асыҡ ҡалдырырға. Алып барылған йүнәлештәрҙән тыш яңыларын тормошҡа ашырыу юлдарын эҙләргә.

26 ноябрь, Төмән

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Себер татар — Сыбыр теле көнө. Сыбыр Википедияһы тураһында түңәрәк өҫтәл. Рөстәм Нурыев ҡатнашты.

Башҡорт кухняһы нисәгә тиклем эшләй? Тиҙ генә хәл итеп, башҡаларға ла хәбәр итергә кәрәк. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 04:30, 18 октябрь 2016 (UTC)[яуап бирергә]


1-2 октябрь, Санкт-Петербург

[сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Форматы — конференция
  • Ойоштороусылар — Викимедиа РУ,
  • Урыны — Санкт-Петербург ҡалаһы, (ниндәй урында икәнен күрһәтергә)
  • Ваҡыты — 1-2 октябрь
  • Программаһы
  • Алып барыусылар
  • Ҡатнашыусылар / Тыңлаусылар (барырға теләге булғандар, яҙылығыҙ)
  1. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 03:07, 24 май 2016 (UTC)[яуап бирергә]
  2. --Ләйсән (әңгәмә) 04:19, 24 май 2016 (UTC)[яуап бирергә]

#--Мухамадеева (әңгәмә)05:20, 24 май 2016 (UTC) #--Айсар (әңгәмә) 04:33, 24 май 2016 (UTC)[яуап бирергә]

  • Йомғаҡлау
  • Сығымдар
  • Форматы — семинар
  • Ойоштороусылар — Викимедиа РУ, Удмурт Википедияһы ирекмәндәре
  • Урыны — Ижевск ҡалаһы, (ниндәй урында икән күрһәтергә)
  • Ваҡыты — 23-24 сентябрь
  • Программаһы
  • Алып барыусылар
  • Ҡатнашыусылар / Тыңлаусылар (барырға теләге булғандар, яҙылығыҙ)
  1. Айсар: бара алмайым.--Айсар (әңгәмә) 10:05, 1 сентябрь 2016 (UTC)[яуап бирергә]
  2. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 11:10, 30 август 2016 (UTC)[яуап бирергә]
  • Йомғаҡлау
  • Сығымдар


3 сентябрь, Өфө, «Эврен» кафеһы

[сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Форматы — викиосрашыу
  • ОйоштороусыларБашҡортостан викимедиасылары төркөмө
  • УрыныӨфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 128-се һанлы йорт, «Эврен» кафеһы
  • Ваҡыты — 3 сентябрь, киске алтынан һигеҙгә тиклем
  • Программаһы — Әрмәнстандан, Wikimedia CEE Meeting 2016 сараһынан ҡайтып килеүсе Денис сәфәр тәьҫораттары менән бүлешә, тәжрибә уртаҡлашыу, киләсәккә маҡсаттар билдәләү һәм, ғәҙәттәгесә, сәй эсеп «уйнау» ҡаралған.
  • Алып барыусылар — ирекле
  • Ҡатнашыусылар / Тыңлаусылар
  1. --Рөстәм Нурыев
  2. ZUFAr
  3. YANBEK
  • Йомғаҡлау

Ике сәғәтлек осрашыу барышында ентекле фекер алышыу, Әрмәнстан һәм башҡа Европа илдәре викимедиасыларының тәжрибәһе тураһында һөйләшеү, уларҙы Википедияның башҡорт теле бүлегендә ҡулланырға кәрәклеген белдереү булды. Киләсәктә сит илдәргә сәфәргә барғанда, Башҡортостан флагын йөрөтөргә, Башҡортостан вәкилдәре икәнлеген белдереп тороусы өҫ йәки баш кейеме кәрәклеге әйтелде. Грузия викимедиасылары тәҡдим иткән берлектәге ҡара-ҡаршы тематик сараны ойоштороу эшен башларға ҡарар ителде.

2 сентябрҙә әйтелгән Супер-марафон «100» уңышлы тәҡдим икәнен һәм Башҡортостандың юбилейына арнарға кәрәклеге билдәләнде.

YANBEK фотошопта сараның эмблемаһын һәм башҡа дизайн эштәрен башҡарырға йөкләмә алды.

2 сентябрь, Өфө, Иҙел кафеһы

[сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 11:10, 30 август 2016 (UTC)[яуап бирергә]
  2. Банат Валеева-Яубасарова
  3. Лилиә
  4. Faina2016
  5. ZUFAr
  6. Зөлхизә
  7. Илүзә Мөхәмәтйәнова
  • Йомғаҡлау

2 сәғәт ярым дауамында «Иҙел» кафеһында сираттағы осрашыу үтте. Яңы уҡыу йылы башланыу арҡаһында һәм башҡа сәбәптәр менән уға күп ҡатнашыусылар килә алманы. Осрашыуҙа тәжрибәле википедистар менән бергә йәш ирекмәндәр Илүзә һәм Зөлхизәнең ҡатнашыуы шатлыҡлы булды.

Йыйылғандар Вики-милеккә фотографиялар тейәү, Эстәлекте тәржемә итеү редакторы менән эшләү буйынса фекер алышты. Киләсәктәге вики-марафондар һәм конкурстар тураһында йәнле кәңәшләшеү ойошторолдо, яңы вики-осрашыуҙар үткәреү тураһында пландар ҡоролдо. Вики-яҙ 2016 конкурсында әүҙем ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырылды.

Башҡарасаҡ эштәр тураһында һөйләшеү сәй артында ла дауам итте.

Осрашыуҙа иғлан ителгән Башҡортостан айлығы ваҡыты һәм оҙайлығы бик уңайһыҙ тигән фекерҙәр белдерелде. Бер ай эсендә ашығыс эшләү урынына, ҡатнашыусыларға ижади эшләргә мөмкинлек биргән, оҙайлы ваҡытҡа супер-марафон үткәрергә тәҡдим ителде. Марафон барышында, Азия айлығында һәм Вики-яҙ конкурсында ҡатнашырға мөмкинлек буласаҡ.

Супер-марафонды һәр этап 100-әр көндән торған 5 этапта үткәрергә, марафон барышында Википедияның башҡа тел бүлектәрен дә йәлеп итергә тигән тәҡдим индерелде.

  1. Һәҙиә  Риза Тәҡдимгә ҡуш ҡуллап ҡушылам!
  2.  РизаҠыуандыҡова (әңгәмә) 10:58, 6 сентябрь 2016 (UTC)[яуап бирергә]
  3.  РизаАҡҡашҡа (әңгәмә) 18:30, 6 сентябрь 2016 (UTC)[яуап бирергә]
  4.  РизаЛәйсән (әңгәмә) 15:22, 6 сентябрь 2016 (UTC)[яуап бирергә]
  • Сығымдар

Ереван, Дилижан, 26-29 сентябрь

[сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Форматы — осрашыу, семинар
  • Ойоштороусылар — Викимедиа Фонды, Үҙәк һәм Көнсығыш Европа илдәре Википедиялары берлеге, Әрмәнстан Викимедиа фонды
  • Урыны — Ереван, Дилижан, (ниндәй урында икән күрһәтергә)
  • Ваҡыты — (көнө / көндәрен һәм башланыу ваҡытын күрһәтергә)
  • Программаһы —
  • Алып барыусылар —
  • Ҡатнашыусылар / Тыңлаусылар (барырға теләге булғандар, яҙылығыҙ)
    15 апрелдә үткән осрашыуҙа Ҡатнашыусы:Лилиә һәм  РизаҠатнашыусы:YANBEK теләк белдергәйне.
  • Йомғаҡлау
  • Сығымдар
  1. Барлыҡ сығымдар сараны ойоштроусылар иҫәбенә булды. Күстәнәскә 300 г. 4 банка башҡорт балы, 680 һумлыҡ.

15-17 июль — Вики-Йәйләү 2016 «Шүлгәнташ»/Meeting Wiki-Yäyläü2016 «Şülgäntaş»

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Урыны:
Бөрйән районы, Шүлгәнташ, «Аҡбуҙат» турбазаһы
Ваҡыты

  • Башлана: 15 июль, 17.00 турбазаға барып етеү
  • Тамалана: 17 июль, иртәнге аштан һуң таралыу

Маҡсаты

  • Вики ирекмәндәрҙең сираттағы осрашыуын тәбиғәт ҡосағында үткәреү. Башҡорттарға хас булған йола — «Йәйләүгә сығыу» шартын үтәү;
  • Вики ирекмәндәр йәмғиәте эшмәкәрлеген әүҙемләштереү, үҙ-ара аралашыу мөмкинлеге булдырыу;
  • Тәбиғәт ҡомартҡыһы Шүлгәнташ мәмерйәһе һәм ҡурсаулығы менән яҡындан танышыу;
  • 2017 йылда халыҡ-ара викиэкспедиция үткәреү мөмкинлеген өйрәнеү;

Вики осрашыу программаһы (тәҡдимдәрҙе фекер алышыу битендә яҙығыҙ)

  • 15 июль, 17.00 — турбазаға килеү һәм урынлашыу, киске аш, мунса
  • 16 июль — иртәнге аш, семинар, төшкө аш, Шүлгәнташ мәмерйәһенә экскурсия, атта һәм дөйәлә йөрөү, оҙайтылған киске аш
  • 17 июль — иртәнге аш, Йылыҡысыҡҡан күленә сәйәхәт, таралыу

Ойоштороусылар, сығыш яһаусылар

  1. Рөстәм Нурыев, ирекмәндәрҙең Wikimania 2016 Esino Lario конференцияла ҡатнашыу тәьҫораттары менән бүлешә
  2. Әһлиуллина Клара Ишбулды ҡыҙы, Башҡорт энциклопедияһы ғилми-нәшриәт комплексы директоры урынбаҫары. «Энциклопедия мәҡәләләрен яҙыу нескәлектәре» темаһына сығыш яһай
  3. Айсар — «Википедия мәҡәләләренең теле» темаһына сығыш яһай
  4. ???? (Лекция йәки ғәмәли күнекмә тәҡдим итегеҙ)
  5. ???? (Лекция йәки ғәмәли күнекмә тәҡдим итегеҙ)

Ҡатнашыусылар

Урыны, ваҡыты:
Өфө, Цюрупа урамы, 17

  • 16.00 — Викидәрес, Википедия яҙыу буйынса ғәмәли күнекмәләр (конференц-зал, 405-се бүлмә, 12 ҡатлы төп йортҡа алғы яҡтан инергә, вахтала «Пришли на учебу» тип әйтергә)
  • 18.00 — Викиосрашыу (шулай уҡ конференц залда буласаҡ «Иҙел» кафеһы, төп йорттоң уң яғында)

Викидәрес
темалар тәҡдим итегеҙ, нимә һөйләргә?

  • Мәҡәлә эсендәге һылтанмаларҙы яһау (ҡыҙыл булып торған һүҙҙәрҙән ҡотолоу) - Ҡатнашыусы:Айсар тәҡдиме.
  • Мәҡәләгә ҡалыптар һәм категориялар ҡуйыу - Ҡатнашыусы:Айсар тәҡдиме.

Викиосрашыуҙың көн тәртибе:

  1. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы миҙалы менән бүләкләнеүе айҡанлы Зөфәр Сәлиховты тәбрикләү
  2. Петрозаводск ҡалаһында үткән Фин-уғыр викисеминары тураһында Ҡатнашыусы:Айсар сығышы
  3. Башҡортостан викимедиасылар төркөмөнөң стратегик һәм ағымдағы эш планы, 2016-2017 йылға (көҙ-ҡыш) финанс планы проекттарын ҡарау Рөстәм Нурыев
  4. Төрлөләр

Ҡатнашыусылар:

  1. ✔ Рөстәм Нурыев ✔
  2. ✔ Ҡатнашыусы:Айсар ✔
  3. ✔ Ҡатнашыусы: З. ӘЙЛЕ Вики-дәрестә була алыу-алмауым икеле... ✔
  4. ✔ Ҡатнашыусы: Мухамадеева ✔
  5. ✔ Ҡатнашыусы:Faina2016 ✔
  6. ✔ Ҡатнашыусы: Alfiya55 18-00 ✔
  7. ✔ Ҡатнашыусы:Dina1965
  8. ✔ Ҡатнашыусы:Tangilla ✔
  9. ✔ Ҡатнашыусы:Гүзәл Ситдиҡова ✔
  10. ✔ Ҡатнашыусы:Лилиә, +1 тағы берәү ✔
  11. ✔ Ҡатнашыусы:Lizalizaufa ✔
  12. ✔ Ҡатнашыусы:Банат Валеева-Яубасарова ✔
  13. ✔ Ҡатнашыусы:Аҡҡашҡа✔

Ҡарар

Сығымдар

  • 1. «Байрам» магазины, сәй-шәкәр, конфет-мармелад, ҡуйырылған һөт, кофе, салфетка — 528.60 һум
  • 2. «Пышка» магазины, торт 2 кило — 1283.50 һум
  • 3. «Иҙел» кафеһы — 405 һум
  • 4. «Магнит» магазины, Лаки Дейз конфеты — 222.00 һум

Барыһы — 2439.10 һум.

Сығымдар Зөфәр бей (2000һум) һәм ҡаҙнасы (439.10һум) иҫәбәнән.