Википедия:Вики-саралар/Вики-Йәйләү 2016

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Вики-Йәйләү 2016 «Шүлгәнташ»/Meeting Wiki-Yäyläü2016 «Şülgäntaş»
Вики-Йәйләү 2016 «Шүлгәнташ»/Meeting Wiki-Yäyläü2016 «Şülgäntaş»
Проект
Урыны

Шүлгәнташ, («КаповоТур» турбазаһы)

Башлана

15 июль 2016

Тамамлана

17 июль 2016

Маҡсаты

2017 йылда халыҡ-ара викиэкспедиция үткәреү мөмкинлеген өйрәнеү

Сығымдар

Махсус грант

Башвики үткәргән саралар Викимилектә

Урыны:[вики-тексты үҙгәртергә]

Бөрйән районы, Мәндәғол ауылы, «КаповоТур» турбазаһы

Ваҡыты[вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башлана: 15 июль, төштән һуң ҡа тиклем турбазаға барып етергә.
  • Тамамлана: 17 июль, иртәнге йәки төшкө аштан һуң.

Маҡсаты[вики-тексты үҙгәртергә]

  • Вики ирекмәндәрҙең сираттағы осрашыуын тәбиғәт ҡосағында үткәреү. Башҡорттарға хас булған йола — «Йәйләүгә сығыу» шартын үтәү;
  • Вики ирекмәндәр йәмғиәте эшмәкәрлеген әүҙемләштереү, үҙ-ара аралашыу мөмкинлеге булдырыу;
  • Тәжрибә уртаҡлашыу, яңы алымдар өйрәнеү;
  • Тәбиғәт ҡомартҡыһы Шүлгәнташ мәмерйәһе һәм ҡурсаулығы менән яҡындан танышыу;
  • 2017 йылда халыҡ-ара викиэкспедиция үткәреү мөмкинлеген өйрәнеү;
  • Грант буйынса билдәләнгән маҡсаттар.

Программаһы[вики-тексты үҙгәртергә]

(тәҡдимдәрҙе фекер алышыу битендә яҙығыҙ)

  • 15 июль, төштән һуң — турбазаға килеү һәм урынлашыу. Өфөнән 2 такси бара. Өфө универмагынан, иртәнге сәғәт 10.00.
    • «түңәрәк өҫтәл», семинар, киске аш,
  • 16 июль — иртәнге аш, семинар, төшкө аш, Шүлгәнташ мәмерйәһенә экскурсия, киске аш.
  • 17 июль — иртәнге аштан һуң таралыу

Ойоштороусылар, сығыш яһаусылар[вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Рөстәм Нурыев, ирекмәндәрҙең Wikimania 2016 Esino Lario конференцияла ҡатнашыу тәьҫораттары менән бүлешә
  2. Айсар — «Википедия мәҡәләләренең теле» темаһына сығыш яһай
  3. Түңәрәк өҫтәлдәр

Ҡатнашырға теләгәндәр исемлеге[вики-тексты үҙгәртергә]

Википедия:Викиосрашыу +/-
Яҡындағы
Өфө 18 февраль
Сибай
Иҫке Собханғол
Үткәне
Сибай 3 ноябрь
Төмән 26-27 ноябрь
Өфө 2-4 декабрь
Ижевск, «ВикиУрал» семинары 23—26 сентябрь
Санкт-Петербург, Вики-конференция_2016 1-2 октябрь
Ереван, Дилижан 26-29 август
Вики-Йәйләү 2016 15-17 июль
«Википедияға 15 йыл» 15 ғинуар
Янғантау семинары 25-31 март
Петрозаводск 6-9 май
Өфө, Цюрупа урамы, 17 20 май
Викимания 2016 22-24 июнь
Үткән осрашыуҙар
Архив

(+1 — Исем фамилияларын яҙығыҙ!)

  • Ҡатнашыусы исем фамилияһы йәки ҡушаматы, турбазаға нисек барыуы, иғәнәне нисек индереүе
  1. Рөстәм Нурыев, автомобиль, банк аша индерелде ✔;
  2. Dina1965, автомобиль, ҡулаҡса ✔;
  3. З. ӘЙЛЕ- микроавтобуста инде) ҡулаҡса ✔;
  4. +1 үҙ аллы, ҡулаҡса ✔
  5. +1 үҙ аллы, ҡулаҡса ✔
  6. Айсар — үҙаллы, ҡулаҡса ✔;
  7. +1, Айсар менән — үҙаллы, ҡулаҡса ✔;
  8. YANBEK, икенсе яҡтан үҙаллы, ҡулаҡса ✔;
  9. +1 , YANBEK менән бергә.
  10. Лилиә, микроавтобуста, ҡулаҡса ✔;
  11. @Көнһылыу, ҡулаҡса, Бөрйәндән машина ✔
  12. Батырова Зөлхизә (Бөрйән), ҡулаҡса ✔
  13. Аҡҡашҡа, барыһы менән бергә-микроавтобуста, банк аша индерелде 5 июлдә✔; килеп етте {Ok}};
  14. @Таңһылыу Ҡыуандыҡова, ҡулаҡса, ✔.
  15. Мухамадеева ҡулаҡса, машина✔
  16. Саган ҡулаҡса, үҙаллы ✔
  17. +1 - Саган менән
  18. +1- Саган менән (бала)
  19. Фания Салихова, микроавтобус, ҡулаҡса ✔
  20. Ҡатнашыусы:Эльмира Рифовна, үҙаллы, банк аша индерелде ✔; килеп етте ✔
  21. Ҡатнашыусы:Гөлназ1989, үҙаллы, банк аша индерелде ✔; килеп етте ✔
  22. +1 (бала)
  23. Lizalizaufa, банк аша индерелде✔; автобус✔;
  24. Ләйсән,такси, банк аша индерелде ✔, килеп етте ✔
  25. Айгөл Шәйәхмәтова (Вики-Һабантуй спонсоры), автомобиль, ҡулаҡса ✔;
  26. +1, (бала)
  27. Ҡатнашыусы:Айлин777, автобус
  28. Банат апай автобус, ҡулаҡса ✔

Сығымдар[вики-тексты үҙгәртергә]

юл сығымы

  • Өфөнән микроавтобус — 18 кешелек, 14000 мең (бер кешегә 778 һум)
  • шәхси машиналарҙа барыу (тапшырылған заправка чегы буйынса)
  • автобус йәки таксила барыу (тапшырылған билет буйынса)

турбаза «КаповоТур»,

  • Йәшәү — 2 тәүлек х 700 һум х 30 кеше = 42000 һум
  • Туҡланыу — 15.07- ужин – 240*30=7200 руб. 16.07 – комплексное питание – 660*30=19800 руб. 17.07 – завтрак – 120*30=3600 руб.
  • Экскурсии на нашем автомобиле в музейно – экскурсионный комплекс заповедника Шульган-Таш (музей бортевого пчеловодства «Пчелиный лес», колодная пасека, музей природы, пещера Шульган-Таш (Капова) и на озеро «Йылкысыккан» – 30000 руб (1000 руб/чел).
  • Аренда зала: 18000 руб. - (200 руб/в час с человека)
    • Барыһы 120600 руб. (4020 руб с человека)..


Әүҙем викимедиасылар сығымдары Викимедия Фонды (WMF) гранты иҫәбенә түләнә. Улар дөйөм ҡаҙнаға НДФЛ һәм көтөлмәгән сығымдарҙы ҡаплау өсөн бер кеше иҫәбенә 750 һум иғәнә индерә.

Йомғаҡлау[вики-тексты үҙгәртергә]

.

Яңы ҡатнашыусылар[вики-тексты үҙгәртергә]

Вики-саранан һуң теркәлделәр

Сығыштар яһалды[вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Рөстәм Нурыев, ирекмәндәрҙең Wikimania 2016 Esino Lario конференцияла ҡатнашыуы тураһында һөйләне, үҙенең бай тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
  2. Айсар — «Википедия мәҡәләләренең теле» темаһына сығыш яһаны, мәҡәләләрҙең сифатын артабан яҡшыртыу, башҡорт теле нормаларын дөрөҫ ҡулланыу буйынса тәҡдимдәр әйтте.

Яңы мәҡәләләр төҙөлдө[вики-тексты үҙгәртергә]

12 июлдән 22 июлгә тиклем Вики-Йәйләү 2016 сараһында ҡатнашыусылар башлаған яңы мәҡәләләр инә.

  1. Әхтәмов Исмәғил Хәмит улы‎
  2. Камчатка
  3. Петер Беренс
  4. Оло Теләк ауыл советы
  5. Живопись
  6. Лейкоциттар‎
  7. Бөрйән районы байрағы
  8. Аралбай‎
  9. Иҫке Монасип ауыл советы (Бөрйән районы)‎
  10. Лағыр ауыл советы (Салауат районы)‎
  11. Баймаҡ ҡала биләмәһе‎
  12. Тимер ауыл советы (Бөрйән районы)
  13. Ғәлиәкбәр ауыл советы (Бөрйән районы)‎
  14. Иҫке Собханғол ауыл советы (Бөрйән районы)‎
  15. Мерил Стрип
  16. Урал аръяғы
  17. Башҡортостан географияһы
  18. Яугирлыҡ сәнғәте‎
  19. Салауат Юлаев музейы
  20. Ил
  21. Го
  22. Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы
  23. Дәүләт сиге
  24. Ауыл ере
  25. Рәми Ғарипов музейы
  26. Алтын солоҡ
  27. Смит Адам
  28. ‎Йылҡысыҡҡанкүл
  29. Территориаль тикшеренеү

Элек яҙылғандары тулыландырылды[вики-тексты үҙгәртергә]

12 июлдән 22 июлгә тиклем Вики-Йәйләү 2016 сараһында ҡатнашыусылар тулыландырылған мәҡәләләр инә.

  1. Байназар
  2. Шүлгәнташ ҡурсаулығы
  3. Аскания-Нова ҡурсаулығы‎
  4. Йыланлы (утрау)‎
  5. Стус Василий Семёнович
  6. Испания
  7. Иҫке Турай (Йәрмәкәй районы)
  8. Тарҡаҙы‎
  9. Ли Бо

Яңы ҡалыптар[вики-тексты үҙгәртергә]

12 июлдән 22 июлгә тиклем Вики-Йәйләү 2016 сараһында ҡатнашыусылар төҙөгән яңы ҡалыптар инә.

  1. {{Бөрйән районы муниципаль берәмектәре}}
  2. {{Баймаҡ районы муниципаль берәмектәре}}
  3. {{Ейәнсура районы муниципаль берәмектәре}}
  4. {{Салауат районы муниципаль берәмектәре}}
  5. {{Яңауыл районы муниципаль берәмектәре}}
  6. {{Әбйәлил районы муниципаль берәмектәре}}
  7. {{Краснокама районы муниципаль берәмектәре}}
  8. {{Иглин районы муниципаль берәмектәре}}
  9. {{Хәйбулла районы муниципаль берәмектәре}}

Фоторәсемдәр тейәлде[вики-тексты үҙгәртергә]

Айсар, Эльмира Рифовна, Гөлназ1989 фоторәсемдәр тейәргә өйрәнде. Яңы фоторәсемдәр тейәлде һәм мәҡәләләрҙә күрһәтелде.

  1. Вики-Йәйләү 2016 «Шүлгәнташ»тан фоторәсемдәр

Фоторәсемдәр ҡуйылды

  1. Ағымдағы ваҡиғаларҙағы иғлан
  2. Шүлгәнташ

Тәьҫораттар һәм тәҡдимдәр[вики-тексты үҙгәртергә]

  • Вики-экспедиция һәм вики-семинар форматындағы берләштерелгән сара нисек үтте? Үҙегеҙгә ниндәй яңы асыштар яһанығыҙ? Ниндәй тәжрибә тупланығыҙ? Бындай сараларҙы киләсәктә үткәрергә кәрәкме? Ҡайҙа һәм ҡайсан үткәрергә тәҡдим итәһегеҙ? Үҙегеҙ ниндәй сара ойоштора алыр инегеҙ? Шул турала тәьҫораттарғыҙҙы һәм тәҡдимдәрегеҙҙе яҙығыҙ. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 00:56, 17 июль 2016 (UTC)
  • Йөҙ тапҡыр Шүлгәнташ тип ишеткәнсе, бер мәртәбә барып күреүең мең артыҡ, шуға бындай экспедициялар бик файҙалы. Википедистарҙың эшләйем, өйрәнәм тип төнгө 1-гә тиклем ултырыуы бер аҙ аптырытты ла, һөйөндөрҙө лә. Австрия, Әрмәнстан тураһында тулы мәҡәләләр бар, хәҙер үҙебеҙҙең Шүлгәнташ, Урал-батыр, Йылҡысыҡҡан күле, Бабсаҡбей тураһында өлгөлө мәҡәләләр булыр тип ышанға килә. Оҡшамаған яҡтарынан: wi-fi бик әкрен эшләүе кәйефте ҡырҙы, хеҙмәтләндереүсе официанттарҙың уҫал ҡарашлы булыуы (уларҙы, өйрәнеп ҡайтығыҙ тип, сит илгә ял итергә ебәргәндә лә бер ҙә ҡамасауламаҫ ине), туҡланыу түбән кимәлдә булды. Миңә барыбер оҡшаны. Ирәмәл, Учалы районы тураһында тәҡдимдәр булды, яҙығыҙ, бәлки быйыл да тормошҡа ашырырға өлгөрөрбөҙ.--ZUFAr (әңгәмә) 18:40, 17 июль 2016 (UTC)
Күстәнәс ебәреүсе Рәшиҙә Ғизәтуллинаға рәхмәт белдерәбеҙ, буҙа бик шифалы булды.--ZUFAr (әңгәмә) 19:31, 17 июль 2016 (UTC)
  • Тәьҫораттар юғары кимәлдә. 2006 йылда Илсекәй мәктәбе уҡытыусылары менән Шүлгәнташҡа килгәйнек, Ағиҙел буйында палаткалар ҡороп, төн ҡунғайныҡ. Кискә табан ғына килеп еткәс, мәмерйәгә инеү икенсе көнгә генә мөмкин булғайны. Ул саҡта турсервис яңы ғына башланып тора ине. 10 йыл ваҡыт уҙып та киткән. Ағас һындар элек балауыҙ кеүек ялтырап тора ине, хәҙер тоноҡланған. 2016 йылдың 15-17 июлендәге килеүем ул саҡтағынан күпкә юғарыраҡ мөмкинлеге менән айырылып торҙо, сөнки мин Википедисмын. Был үҙенә күрә ғорур һәм яуаплы дәрәжә. "Шүлгәнташ ҡурсаулығы" һәм "Шүлгәнташ" (мәмерйә тураһындағы) мәҡәләләргә төҙәтмә индергәндә ҡарап, Башҡортостанға ҡағылған бик күп материалдың юҡлығын күрҙем. Башҡортостанда эске туризмды үҫтереүгә өлөш индерәйек, туристик объект булырҙай төбәктәр тураһында яҙайыҡ, яҡындарыбыҙҙы, таныштарыбыҙҙы Тыуған төйәгебеҙ буйлап сәйәхәткә саҡырайыҡ. Аҡҡашҡа (әңгәмә) 00:22, 18 июль 2016 (UTC)
  • Тәьҫораттар бик яҡшы. Кәйеф күтәренке. Тәбиғәтебеҙ иҫ китмәле матур икән. Бындай саралар кәрәк, әлбиттә. Бергә эшләү, өйрәнеү, аралашыу - үҙе бер ял булды ла ҡуйҙы. Асыштар тип ирекмәндәребеҙҙе яҡыныраҡ белеүҙе әйтә алам. Сәмлеләр, тырыштар, күпте беләләр, матур итеп һөйләй алалар. Яңы ирекмәндәр вики эшен күреп, аңланыҡ тейҙәр. Буҙа өсөн Рәшиҙә апайға рәхмәт, Гөлсәриә апайҙар алып килгән ҡымыҙ ҙа хуш килде. --Ләйсән (әңгәмә) 07:15, 18 июль 2016 (UTC)
  • Вики-экспедиция һәм вики-семинар форматындағы берләштерелгән сара юғары кимәлдә, хатта ғаилә шарттарына яҡын үтте. Йәндәр донъялағы төрлө негативтан рәхәтләнеп ял итте, күңелгә хуш килгән эштәр менән шөғөлләндек: тәжрибәле ирекмәндәр башҡорт тураһында мәғлүмәттәрҙе мәңгеләштерҙе, яңы килгәндәрҙе ҙур иғтибар менән эшкә өйрәтте, мин ҡалып буйынса эшләп өйрәндем. Экскурсоводтың Бапсаҡ бей тураһында һөйләгәне психологик яҡтан тетрәндергес мәғлүмәт булды. Башҡорттар нисек элек шулай бер-береһе менән дошманлашҡандар, хатта кешене мәңгелек юлға оҙатҡанде ер бирмәгәндәр. Быға тиклем булған, Үлем бөтә дошмандарҙы яраштыра, тигән ҡарашым юҡҡа сыҡты. Юҡҡа "Урал батыр" эпосы ошо мәмерйә тирәһендәге ваҡиғаны һүрәтләмәйҙер, Үлемде лә төп герой-символ рәтенә ҡуймайҙыр. Психология күҙлегенән башҡорт этник психология тураһында аңлауым киңәйҙе. Ошо сараны ойоштороусыларға шундай тәьҫораттар өсөн оло рәхмәт. Уйланыу, башҡорт тарихын аңлау унда булған йәштәрҙең күңелендә артабан да дауам итәсәк тип уйлайым. Был бөтә саралар халыҡтың күңел байлығын һаҡлау, киләсәк быуынға аңлатыу маҡсатында эшләнә бит. Вики-сара был маҡсатҡа тулыһынса иреште. Рәхмәт РәхмәтРәхмәт РәхмәтРәхмәт Рәхмәт--Назарова Зәйнәп.
  • Сара бик эшлекле һөйләшеүҙәр, осрашыуҙар һәм көтөлмәгән асыштар бүләк итте. Был төркөм менән күптән бергә эшләргә теләгем булһа ла, практика булмау сәбәпле эшкә ҡушылып китә алмай инем. ВИКИ семинарҙың ошо тәңгәлдә миңә ярҙамы ҙур булды, тип ышаныслы әйтә алам. Сараның тап Шүлгәнташта ойошторолоуы иһә республикала йәйелдерелә башлаған туризм эше менән дә танышырға мөмкинлек бирҙе. Беҙ уны үҙ елкәбеҙҙә татып ҡараныҡ. Әлбиттә, был йүнәлештә эшләүселәргә лә юл ыңғайы кәрәкле тәҡдимдәр индерә алырбыҙ, моғайын. ZUFAr менән килешәм: туристик хеҙмәтләндереү өлкәһендә беҙҙекеләргә уҡырға ла уҡырға әле. Теләк кенә булһын, айыу ҙа бейергә өйрәнә))) Мин дә бит бына тырыша торғас, ВИКИ-эштә тәүге аҙымдарымды яһаным. Бындай ВИКИ-экспедиция, әлбиттә, әүҙем викисыларҙың хеҙмәтенә баһа формаһында ойошторолорға тейештер. Мин, мәҫәлән, лайыҡ түгел инем әлегә бындай бүләккә))) Башҡалар өсөн практик дәрестәр күберәк булған уҡыуҙар отошло булыр ине. Ниндәй сара ойоштора алыр инегеҙ, тигән һорауға. Рөстәм, һеҙҙең етәкселектә әллә ниндәй эштәр ҙә еңел атҡарылыр ул))) Мәғариф, мәҙәниәт бүлектәре менән берлектә ойошторолһа, бындай саралар тағы ла тағы ла күберәк халыҡ йыйыр ине. Мәктәптәр ябылыу сәбәпле бик күп уҡытыусылар эшһеҙ ҡалды бит ауылдарҙа. Шулай уҡ йәштәр, үҫеп килгән быуын да үҙ теленә ҡарата дәртләнер ине. Киләһе уҡыуҙар Сибайҙа булыр, тип ҡыуандырҙығыҙ. Фәһемле сараға мөмкин тиклем күберәк яҡташтарҙы йәлеп итергә булышырбыҙ. Һәм башҡа яғын да һис шикһеҙ))).--Гөлзаһира (әңгәмә) 09:48, 18 июль 2016 (UTC)
  • Барыһы ла итәғәт күңелдән эшләнелә, тип ҡабул итергә ҡуша дүртенсе таған. Рөстәм бей башҡаларҙың етешһеҙлеге тураһында түгел, ә үҙебеҙгә нисек камиллыҡҡа ынтылырға, тип һорай. Биргән һорауҙарына иғтибар итәйек. Тау-таш араһында Wi-Fi булыуы үҙе мөғжизә. Сараларҙың ҡаҙнасыһы булараҡ шуны әйтәйем: өҫтәмә иғәнәләр йыйылған осраҡта банк аша аҡса индереп өйрәнергә кәрәк. Күләмле генә йәмәғәт аҡсаһы өсөн борсолоу ҙа бар икәнен онотмайыҡ. Дөйөм алғанда ҡәнәғәтмен. Саралар булып торһон! Бар булайыҡ, һау булайыҡ! --Dina1965 (әңгәмә) 06:30, 19 июль 2016 (UTC)
  • Вики-йәйләү 2016 үҙенең маҡсатына иреште тип әйтергә батырсылыҡ итәм. Ойоштороусыларға оло рәхмәт! Үҙем дә ҙур ғына сараларҙы ойошторғаным булғанға беләм- күп кеше ҡатнашҡан сараны ойошторғанда "тимер" нервылар, "алмас" сабырлыҡ, "рауза сәскәһе"ләй йөрәк кәрәк! Был сара - ял менән эште, аралашыу менән файҙалы мәғлүмәттәрҙе бергә туплаусы сара булды. Туризм әле Башҡортостанда тәүге аҙымдарын яһай. Был аҙымдар ышаныслы. Дөрөҫ яҙғанһығыҙ, Зөфәр бей, ул официанткаларҙы ғына түгел, дөйөм Башҡортостандан шундай эш менән мәшғүл кешеләрҙән бер төркөм йыйып барыһын бергә яҡындағы сит илгә ебәреп күп нимәгә өйрәтеп алып ҡайтып була. Миңә оҡшағаны - беҙҙә лә шулай туристик базалар булдырып, нисәмә йорт һалдырып, өй эсенә сервис шарттарын индереп (туалет, эҫе-һыуыҡ һыулы крандар), мунсалар әҙерләп (әйтергә кәрәк, мунсалары ихлас эшләнгән, миндектәре хуш еҫле, эҫе-һыуыҡ һыуы крандан ғына ағып тора, бар тирә-яҡта һап-һары йышылған таҡталар...) йөрөгән эшлекле эшҡыуарҙар булыуы ОЛО шатлыҡ! Былар бит барыһы ла Бөрйәндең бәләкәй генә бер ауылында эшләнгән. Һәр хәлдә мин "Капова-тур" турбазаһы хеҙмәткәрҙәренә тик уңыштар, туристарҙың күплеген теләйем. Иң мөһиме- был эште артабан да үҫтерһендәр, туҡтап ҡалмаһындар. Йылмайған официанттарға ПРЕМИЯ бирһендәр))) Бына шулай, ял да иттем, Ағиҙелдә һыу инергә лә өлгөрҙөм, вики-арҡаҙаштар менән аралаштым, иң мөһиме - инде өсөнсө тапҡыр Шүлгән-таш мәмерйәһе менән һаулыҡ һораштым! Тәүҙә булыуым - бынан 20 йыл элек булды. Унда өҫкө ҡаттарына ла менгәйнек. Ундағы кескәй күлде үҙ күҙҙәрем менән күреү бәхетенә ирештем. Бынан 3 йыл элек булғанда инде "һүрәттәр" әлеге кеүек "тышҡа" сыҡҡан ине. Барыһы ла шул уҡ, тик туристик сервис барыбер алға киткән һымаҡ. Йорттар, магазиндар, кафелар ҙа, туристар ҙа күбәйгән. Мамонт, бизонды һәм башҡа һындарҙы ағастан яһап ҡуйғандар. Музейҙар ҙа байытылған. Рәхмәт барыһына ла! Тәҫъораттарҙы бында ғына яҙып бөтөрлөк түгел. Тағы ла миңә ВИКИ-ДӘРЕСтәр оҡшаны. Ҡалыптар эшләргә өйрәндем. Элек мин ул ҡалыптарҙы администраторҙар ғына ҡуйып ултыра тип уйлай инем. Рөстәм Нуриев дәрестә бик матур итеп аңлатты. Рәхмәт! Фотолар күп, тик уларҙы ҡуйырға ваҡытым юғыраҡ. Аҙаҡ ҡуйырмын. Бындай саралар Викимандарға мотлаҡ кәрәк! Үҙебеҙҙең "бер ҡуш йоҙроҡ", русса әйткәндә -"одно целое" икәнебеҙҙе тоябыҙ. Артабан эшләргә ҙур стимул алабыҙ!Лилиә Ҡәйепова (әңгәмә) 09:57, 20 июль 2016 (UTC)
  • Тәьҫораттар яҡшы. Бөрйәндең тәбиғәте бигерәк матур. Бындай сараларҙы һәр районда үткәрергә кәрәк тигән уйҙамын. Артабан Учалы (Изге шишмә), Белорет (Ассы), Нуриман (Павловка) райондарына сәйәхәткә сығырбыҙ тигән өмөттәмен. Өйрәнәһе әйберҙәр күп әле. Сәйәхәт көндәре күберәк булһа, тағы ла күберәк эшләп, күберәк өйрәнеп ҡайтыр инек. Артабан эшләргә дәрт арта.--Лилиә (әңгәмә) 18:47, 21 июль 2016 (UTC)
  • Башҡортостаныбыҙҙың йөҙөк ҡашы - Бөрйән яҡтарының матур тәбиғәтен, уның мөһабәт мәмерйәһе Шүлгәнташты күреп ҡайтыу теләгенә ирештек. Сәйәхәт барышында 6 район аша 600 саҡрымдан артыҡ юл үттек. Республикабыҙҙың һәр төбәге үҙенсә матур, береһенән-береһе күркәмерәк күренештәре менән таң ҡалдырҙы. Таулы – урманлы Бөрйән яҡтарының гүзәллегенә һоҡландыҡ. Бындай матур семинарҙы ойоштороусыларға һәм унда ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт. --Эльмира Рифовна (әңгәмә)
  • Борсолғайным үҙ районыбыҙ өсөн. Күңелдәре ҡырылып, үкенеп ҡайтмаһалар ярар ине тип. Бик тә ҡыуанып ҡайттым. Осрашыу һәр яҡлап та файҙалы булды. Башҡорт Википедияһына барып эләгеүемә бик шатмын. Ил менән эшләй торған эштәр була. ”Мин эшләмәһәм, кем эшләр” тигән дә эштәр була.Хаҡ өсөн түгел, күңел талабы менән эшләнә торған эш бында. Бында осраҡлы кешеләр юҡ.Төркөм берҙәм организм кеүек эшләй. Бер-береһенә ярҙам итеп. Йәш айырмаһы тойолмай ҙа. Төркөмгә яңы аяҡ баҫҡан һәр кемде ҙур ихласлыҡ, сыҙамлыҡ менән өйрәтеп алыусы Зәйтүнә һылыуға, етәкселәребеҙ Зәфәр бейгә, Рөстәм Нуриевҡа рәхмәт инде. Ситтән тороп өйрәнгәнгә ҡарағанда, үҙ күҙҙәрең менән күреп, туранан-тура ярҙам алып өйрәнеү тиҙерәк тә, отошлораҡ та. Етәкселәргә лә һәр беребеҙҙе берәмләп өйрәткәнсе, бергә туплап дәрес биреү файҙалыраҡ эшләргә, ваҡыт экономияларға мөмкинлек бирә. Шуға ла, бындай Вики-дәрестәр артабан да дауам итһен ине. Һәр осрашыу яңы дуҫтар табырға, бер-беребеҙҙән нимәлер өйрәнергә, фәһем алырға, яңы ерҙәр күрергә, иҫтәлекле урындар, музейҙар менән танышырға, тарихыбыҙҙы өйрәнергә мөмкинлек бирә. Күңелгә дәрт өҫтәй.

Төркөмдә йәштәр булыуы бик тә һәйбәт . Яңы көс, алдынғы ҡараш, фекер йөрөтөү иркенлеге, алдынғы технологиялар... Ә оло быуын арсеналында белем, тәжрибә, күсеп йөрөй алыу иркенлеге...

Төркөмебеҙҙе үҫтереү бик тә кәрәк.Юлдары асылырға ғына тора.Һәр кем үҙе артынан ике ҡатнашыусы йәлеп итһә лә, геометрик прогрессияла үҫәрбеҙ. Резервтар һәр ҡатламдан да етәрлек. Пенсияға сығып та, ижади потенциалы ҙур булған кешеләребеҙ менән ил тулы. Уларҙы табырға, үҙ урынын табырға, юҡҡа сыҡмаҫҡа ярҙам итергә кәрәк. Әле эшләп йөрөгән урта быуынды ла ҡыҙыҡһындырыр юлдарын табыу зарур. Йәштәр өсөн дә старт майҙаны була ала Википедия. Быуындар бәйләнешен тергеҙеү урыны, мәктәбе булыр ине ул (әллә ҡасан киләсәктә түгел, ә бөгөндән үк). Башыбыҙҙа оя ҡорған сиктәрҙе емерергә, ҡорғандарҙы алып ташларға, ҡамасау кәртәләрҙе емереп ташларға ваҡыт! --Һәҙиә

  • Вики-йәйләү 2016 файҙалы һәм фәһемле үтте. Мин үҙ көсөмде һанап ҡарарға мөмкинлек булып, үҙемдә тағы ла күберәк дәрт өҫтәлде. Төркөмдәге ҡатнашыусыларҙың ихласлығы, ярҙам итергә ынтылыуҙары, көләс булыуҙары арбаны. Википедияның ҡатнашыусыһы булыуыма бик шатмын.Face-smile.svgРәхмәт Рәхмәт --Зөлхизә
  • Кеше күп булғас, сират еткәнен көтөп торорға тура килде) Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла - ҙур рәхмәт! Көслө, ышаныслы команда тупланып килгәне ҡыуандыра. Бындай сараларҙың әһәмиәтен шунда күрәм - ул һәр кемгә һорауҙарын биреп, кәрәкле яуап алыу, белмәгәнен - өйрәнеү, белгәнен менән бүлешеү, аңламағанын шунда уҡ асыҡлау һәм практикала ҡулланып ҡарау менән бер рәттән йәштәргә үҙ көсөн һынау, ололарға үҙҙәренең йәмғиәттән ситкә тибелмәгән, кәрәкле кешеләр булыуын раҫлау майҙансығы. Шул уҡ ваҡытта Бөрйәндең һоҡланғыс тәбиғәтенән алған энергия һәм илһам тураһында әйтеп тә аңлатып булмайҙыр ул. Беренсе ҡоймаҡ төйөрлө була, тигән кеүек, вики-эскпедиция менән семинарҙы ниндәйҙер кимәлдә берләштерә алдыҡ, әммә киләһе сараларҙа алдан уҡ ниндәй мәҡәләләр яҙырға тейешлегебеҙҙе асыҡлаһаҡ, яҡшыраҡ булмаҫ инеме икән. тап ошо ерлеккә һәм тап ошо экспедицияға ҡағылған. Әле лә яйлап эшләнелә ул, әммә "хочется все и сразу") Ә бындай саралар мотлаҡ кәрәк - алға этәргес биреп торғанын әүҙемләшеп китеүебеҙ ҙә раҫлай. Ҡайҙа үткәрергә тип баш ватаһы түгел - Башҡортостандың теләһә ҡайһы мөшөнә барып ятҡанда ла, ниндәй ҙә булһа тарихи, иҫтәлекле, әһәмиәтле урынға юлығырға мөмкин. Хатта ул дөйөм Вики өсөн әһәмиәтле булмағанда ла, Башҡортостан өсөн әһәмиәтле бит. Саралар ойоштороуға килгәндә, ағайҙар, алға, мин тылдан ярҙам итермен, йәме!;)--З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 09:34, 22 июль 2016 (UTC)
  • Саранан сараға үҫеп киләбеҙ бит, йәмәғәт, хатта һиҙелерлек. Ысынлап та, бик тә ҡыуаныслы. Хозур тәбиғәтле Бөрйән тарафтарындағы «Вики-йәйләү 2016», ваҡыты яғынан әллә ни оҙайлы булмаһа ла, күп яҡлы ыңғай һөҙөмтә бирҙе. Уларҙы киләсәктә иҫәпкә алып эшләргә яҙһын, барыбыҙға ла бергәләп. Ойоштороу мәсьәләрен тулыһынса үҙ өҫтәренә алып, уларҙы уңышлы атҡарып сығыусылар - Рөстәм, Зөфәр, З. Әйле һәм Динәгә ҙур рәхмәт. Тәҡдимдәр:
    • киләсәктә ошондай сараларҙы ойошторғанда википедистар үҙ фекерҙәрен әүҙемерәк һәм алданыраҡ әйтһен ине:
      • теорияға яҡыныраҡ ниндәй мәсьәләләр тикшерергә?
      • практик күнекмәләрҙе ҡайһы юҫыҡта ойошторорға?
      • кем ниндәй йүнәлештә үҙ белемен һәм оҫталығын камилләштерергә теләй?
      • ниндәй аңлашылмаған әйберҙәр бар?
      • ошо фекерҙәрҙе өйрәнеп һәм википедистарҙың әҙерлегенән сығып, практик күнекмәләрҙе бер нисә төркөмгә бүлеп үткәрергә кәрәк.
      • әллә ни һорауҙары булмағандар яңы мәҡәлә яҙыу һәм булғандарын ныҡлап тулыландырыу һәм төҙәтеү менән дә шөғөлләнә ала был ваҡытта.
      • мәҡәләләр тематикаһын (йүнәлешен) алдан билдәләргә кәрәктер, тәү сиратта «1000» һәм «10000» исемлектәренә иғтибар итеп. Нәҡ уларҙың үҫеше беҙҙең был сараларҙы ойоштороу мәсьәләрен хәл иткәндә тәү сиратта иҫәпкә алына бит- былар төп күрһәткес - быны әле һаман күбебеҙ аңлап етмәйсе.

Әлегә шулай. Яңы фекер килһә - өҫтәлер. --Айсар (әңгәмә) 03:43, 23 июль 2016 (UTC)