Стус Василий Семёнович
Васи́лий Стус | ||
укр. Васи́ль Семе́нович Стус | ||
Исеме: |
Стус Василий Семёнович | |
---|---|---|
Тыуған көнө: | ||
Тыуған урыны: |
Рахновка ауылы, | |
Вафат булған көнө: |
4 сентябрь 1985 (47 йәш) | |
Вафат булған урыны: | ||
Гражданлығы: | ||
Эшмәкәрлеге: |
шағир, тәржемәсе, хоҡуҡ яҡлаусы | |
Жанр: |
шиғырҙар | |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | ||
Премиялары: | ||
Наградалары: |
| |
Стус Василий Семёнович (укр. Васи́ль Семе́нович Стус; 6 ғинуар 1938 йыл — 4 сентябрь 1985 йыл) — Украина шағиры, диссидент, сәйәси тотҡон. Украина Геройы (2005 — үлгәндән һуң).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Васи́лий Семёнович Стус 1938 йылдың 6 ғинуарында Украинаның Винница өлкәһе Ғайсин районы Рахновка ауылында тыуа. Коллективлаштырыу һөҙөмтәһендә ярлыланған һәм ахырҙа Донецк өлкәһенә күсенгән крәҫтиән ғаиләһендә кесе ул була. Өлкән синыфта уҡығанда тимер юлында эшләп ала, шунда СССР-ҙа тыйылған украин Атылған Яңырыу (украинское Растрелянное Возрождение) әҙәбиәте менән таныша. Урта мәктәпте тамамлағас (1954) Донецк дәүләт педагогия университетының тарих-филология факультетына уҡырға инә. Унда Т. Духовный етәкләгән әҙәбиәт студияһында уҡый; аҙаҡ ауыл мәктәбендә украин теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Бер йылдан Совет Армияһы сафына алына, Көньяҡ Уралда хеҙмәт итә (шунда ҡазаға юлығып бер бармағын өҙҙөрә). 1963 йылда Стус Тарас Шевченко ис. Киев әҙәбиәт институтының аспиранты була. «Хрущёвская оттепель» Стусҡа әүҙем ижади һәм сәйәси эшмәкәрлек башларға яңы етәргес көс була. 1965 йылдың 4 сентябрь көнө И. М. Дзюба (яҙыусы) һәм В. М. Черновол менән бергә Киевтың «Украина» кинотеатрында, «Тени забытых предков» фильмын ҡарауҙы башлар алдынан күмәк халыҡ алдында украин зыялыларын эҙәрлекләү тулҡынына ҡаршы телмәр тота. Һөҙөмтәлә Стусты аспирантуранан ҡыуалар, ул ваҡытлыса эш урыны эҙләргә мәжбүр була. Шул уҡ йылдың декабрендә ул Валентина Попелюхҡа өйләнә.
Ваҡытлыса эш урыны эҙләгәндә ул төҙөлөш бригадаһы эшсеһе, кочегар ҙа була. Һуңыраҡ — техник мәғлүмәт инженеры булып эшләй. Иван Светличныйҙы ҡулға алыуға ҡаршы протеста ҡатнаша, тәүгеләрҙән булып «Письмо-протест 139»ға ҡул ҡуя; КГБ-ны рәссам һәм диссидент ҡатын А. А. Горскаяны үлтереүҙә ғәйепләй. Был осорҙа шағирҙың шиғырҙарын бер матбуғат сараһында ла баҫтырмайҙар. Бары тик И.-В.Гете һәм Гарсиа Лорка шиғырҙары тәржемәләрен «Василь Петрик» псевдонимы аҫтында баҫтыра ала. Стус шәхес культын терелтеүгә ҡаршы сығыш яһай. Уның Украина Милли яҙыусылар союзы Президиумына яҙған хаттары билдәле. «Літературної України» мөхәррире Л. Дмитрекка уның Иван Дзюбоға ҡаршы сығыштарын әсе тәнҡитләп хат яҙа. Йәнә Украина Коммунистар Партияһы үҙәк комитетына, УССР Юғары советына яҙған хаттарында демократия, кеше хоҡуҡтарын боҙоуҙың зыянлы икәнен иҫбат итә. 1972 йыл 12 ғинуар башҡа украин диссиденттары менән бер рәттән ҡулға алына. Сентябрҙә уны УК ст.62 «Антисоветская агитация и пропаганда» буйынса ғәйепләгән суд була. Мордовияла биш йыл лагерҙа һәм Магадан өлкәһендә ике йыл һөргөндә булып, шағир 1979 йылда Киевҡа ҡайта. Унда үҙенең эшмәкәрлеген дауам итә һәм Көнбайыш ойошмалар ярҙамында "намыҫ ҡорбандары"н яҡлап сығыш яһай. 1978 йыл дан инглиз "Пен-клубы"ның маҡтаулы ағзаһы булып китә. 1980 йыл башында уҡ Стусты икенсе тапҡыр ҡулға алалар. Йәш юрист В. В. Медведчук уның алдан «билдәләнгән» адвокаты була. (В. В. Медведчук аҙаҡ украин сәйәсмәне булып китә). Процедура ҡағиҙәһен боҙоп, Стусты һуңғы һүҙҙән мәхрүм итәләр һәм суд залынан алып сығып китәләр; уға хөкөм ҡарарын үҙенән башҡа уҡыйҙар: ул 10 йылға мәжбүри хеҙмәт лагерына һәм 5 йылға һөргөнгә ебәрергә хөкөм итәләр. Пермь өлкәһе Кучино ауылы янындағы Пермь-36 лагерында ул яҙышыуын һәм тәржемәләүен дауам итә. 1983 йылда лагерь администрацияһы уға туғандарына хат тексына шиғыр һәм тәржемәләр яҙыуын тыя. 1985 йыл 4 сентябрь карцерҙа 27 августа иғлан ителгән аслыҡтан һуң вафат була. Үлгәндән һуң, һуңғы йылдарҙа яҙылған шиғыр һәм тәржемәләре туғандарына ҡайтарылмай; улар һаҡланғанмы, юҡмы, билдәһеҙ.
1989 йылда Василь Стус кәүҙәһе ҡалдыҡтары тантаналы шарттарҙа Украинаға ҡайтарыла һәм Киевта, Байково ҡәберлегендә ерләнә. Стус 1990 йылда реабилитациялана. (Постановление № 2381н90 Пленума Верховного Суда СССР (по делу 1972 года), Решение судебной коллегии по уголовным делам Верховного Суда УССР (по делу 1980 года).
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2001 йылда Донецк милли университетының филология факультеты бинаһында шағир В.Стусҡа иҫтәлекле барельеф ҡуйыла. Скульптор Пискун Виктор Фёдорович, архитектор Леонид Бринь. 2015 йылдың 21 апрелендә танылмаған Донецк Халыҡ Республикаһының Халыҡ советы барельефты һүтеп ташларға ҡарар сығара.[1] Демонтаж был произведён ночью на 5 мая[2].
- 2008 йылда Украина Милли банкы Василий Стусҡа арнап 2 гривналыҡ юбилей тәңкәһен сығара. Был тәңкәнең артында Стус портреты Алла Горскаяның «Женщина-птица» стилләштерелгән мозаикаһы фонында бирелгән.[3].
- Киев, Одесса, Винница, Ивано-Франковск һәм Краматорскта Стус исемен йөрөткән урамдар бар.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 26 ноября 2005 года «за несокрушимость духа, жертвенное служение Украине и национальной Идее, высокие гуманистические идеалы творчества» президент Украины Виктор Ющенко посмертно присвоил В. Стусу звание Героя Украины[4].
- Государственная премия УССР имени Т. Г. Шевченко (1991 — посмертно) — за сборник стихов «Дорога боли»
- Орден князя Ярослава Мудрого V степени (1997 — посмертно)
Ижади эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күп шиғырҙар һәм бер нисә тәнҡит мәҡәләһенең авторы. Украин теленә Киплинг, Гете, Рильке, һәм башҡа авторҙарҙы тәржемәләгән. Һуңғы йылдарҙағы шиғыр һәм тәржемәләре яҙылған дәфтәрҙе (яҡынса 500 әҫәр) автор «Птах души» тип атай. Ул әлегә тиклем үлеменән һуң туғандарына ҡайтарылмаған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Стелу памяти украинского поэта в Донецке заменят памятником советскому разведчику .
- ↑ ФОТОФАКТ. В Донецке демонтировали барельеф Василия Стуса
- ↑ Нацбанк вводит в обращение юбилейную монету «Василь Стус» . Архивировано 26 ноябрь 2012 года. 2013 йыл 30 май архивланған., Памятные и юбилейные монеты из нейзильбера номиналом 2 гривны, выпущенные в 2008 году. Архивировано 26 ноябрь 2012 года. 2013 йыл 20 апрель архивланған.
- ↑ Про присвоєння В. Стусу звання Герой України вiд 26.11.2005 № 1652/2005 .
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Василь Стус. Вот так и ты сгорай . Архивировано 30 ноябрь 2012 года. / Отак і ти згоряй . Архивировано 30 ноябрь 2012 года. 2007 йыл 29 август архивланған.. Двомовне видання: Поэзия: — Киев: изд. центр «Просвита», 2005 г.. — 288с.: ил. — Парал. укр., рос. (Редактор и составитель Віктор Грабовський; Вступ. слово Е. Сверстюка; Послесловие Л. Лукъяненко; Перевод на рус. Л. Сироты и А. Ткаченко; Ил. П.Заливахи) — ISBN 966-8547-49-7
- Журнал «Дружба Народов». Стихи. С украинского. Перевод А. Купрейченко . Архивировано 30 ноябрь 2012 года.
- Стус Василь. Поезії — Стихи . Архивировано 30 ноябрь 2012 года.. Двомовне видання: Поэзия: — Харків: изд. «Права людини», 2009 г. — 184 с.: ил. — Парал. укр., рос. (Составитель А. Купрейченко; отв. за выпуск Евгений Захаров; перевод на русский Александр Купрейченко) — ISBN 978-966-8919-78-7
- Василь Стус «Цветок на камне» стихотворения разных лет. CD-диск. Автор проекта — Ольга Бойцова, директор — Ольга Грачёва. Читают Тимофей Трибунцев, Ольга Бойцова, Анна Литкенс, Ольга Тенякова. В переводах с украинского: Дмитрия Бака, Юрия Беликова, Александра Купрейченко. На диске звучит стихотворение Василя Стуса в собственном исполнении (запись конец 60-х — начало 70-х годов). Запись диска, Москва, 2012
- Цветок на камне (аудиокнига) — Василь Стус г., студия «Handmad sound».
- «Второй украинский покос: Василь Стус», «агентство МедиаПорт»
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Стус Василий Семёнович Викимилектә | |
Стус Василий Семёнович Викияңылыҡтарҙа |
- СТУС Василь Семенович . Архивировано 30 ноябрь 2012 года. (укр.)
- Стус Василь Семенович . (укр.)
- ВАСИЛЬ СЕМЕНОВИЧ СТУС — Биография и Творчество . Архивировано 30 ноябрь 2012 года. 2011 йыл 24 июль архивланған. (укр.)
- Могилы ушедших поэтов . Архивировано 30 ноябрь 2012 года. 2013 йыл 21 февраль архивланған.
- Василь Стус Стихи в переводе Александрины Кругленко
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 6 ғинуарҙа тыуғандар
- 1938 йылда тыуғандар
- Винница өлкәһендә тыуғандар
- 4 сентябрҙә вафат булғандар
- 1985 йылда вафат булғандар
- Пермь крайында вафат булғандар
- Википедия:Страницы с неверным параметром шаблона Флагификация
- Алфавит буйынса шағирҙар
- СССР шағирҙары
- Украина шағирҙары
- XX быуат шағирҙары
- Алфавит буйынса тәржемәселәр
- СССР тәржемәселәре
- Украина тәржемәселәре
- XX быуат тәржемәселәре
- Украин теле тәржемәселәре
- Украина геройҙары
- V дәрәжә кенәз Ярослав Мудрый ордены кавалерҙары
- Выпускники ДонНУ
- Переводчики поэзии на украинский язык
- Совет диссиденттары
- Украина диссиденттары
- Украинаның хоҡуҡ яҡлаусылары
- Умершие в местах лишения свободы
- Похороненные на Байковом кладбище
- Члены ПЕН-клуба
- Украин милләтселәре