Петер Беренс
Петер Беренс | |
нем. Peter Behrens | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат булған көнө | |
Ил | |
Тормош иптәше | |
Петер Беренс Викимилектә | |
Петер Беренс (нем. Peter Behrens; 14 апрель 1868 йыл, Гамбург — 27 февраль 1940 йыл, Берлин) — хәҙерге сәнәғәт архитектураһы һәм дизайнына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Дюссельдорф художество мәктәбе вәкиле.
Тәү сиратта архитектор булараҡ билдәле. Шулай уҡ рәссам, график, иллюстратор һәм шрифтарҙы уйлап сығарыусы булған. Модерн (Германияла — Югендстиль) стиленең иң билдәле вәкиле.
Биография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренс Карлсруэ һәм Дюссельдорфта уҡып, 1891—1899 йылдарҙа Мюнхенда төпләнә, унда Мюнхен Сецессионы рәтенә инә. Ул йылдарҙағы әҫәрҙәре модернға (Югендстиль) ҡарай. 1901 йылда Дармштадт рәссамдар колонияһында үҙ өйөн, эсендәге йыһаздарын проектлап ала.
1903—1907 йылдарҙа Дюссельдорф сәнғәт-сәнәғәт мәктәбенең директоры була.
1907 йылдан Берлинда AEG фирмаһының художество кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнә. Нәҡ шул ваҡытта үҙен Сәнәғәт дизайны һәм сәнәғәт архитектураһын төҙөүсе итеп күрһәтә. Уның Берлиндағы оҫтаханаһынан Ле Корбюзье, Мис ван дер Роэ, Вальтер Гропиус кеүек билдәле кешеләр сыға.
1907 йылда Беренс «AEG» концерны кәңәшсеһе була, һәм тәү тапҡыр фирмаға тулы «ребрендинг» үткәрә, йәғни завод һәм офис биналарын, ваҡлап һатыу нөктәләрен, офис йыһаздарын, реклама таҡталарын, продукцияны (фендар, елләткестәр), төргәктәрҙе бер стилдә эшләп, яңырта. Функционализм ҡарашын үҙ итә, заманса материалдар — быяла, ҡорос менән эшләүҙе хуп күрә.
Эштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1911—1912 йылдарҙа Беренс Европаның неоклассицизмға ҡараған төп ҡомартҡыларының береһе — Петербургтағы Исаакий майҙанындағы Германия илселеге проектын эшләй. Артабанғы йылдарҙа Беренс завод һәм фабрикаларҙы проектлау менән мәшғүл була (Берлин — 1909—1912; Рига — 1912—1914 («Унион» заводының ике копусы — хәҙерге ВЭФ, Фридрих Шеффель һәм Фридрих Зейберлих менән бергә); Оберхаузен — 1921—1925; Хёхст — 1925—1926; Линц — 1932—1936). 1922—1936 йылдарҙа Венаның сәнғәт академияһы янындағы Архитектура мәктәбен етәкләй.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кириков Б. М., Штиглиц М. С. Петербург немецких архитекторов. СПб.: «Чистый лист», 2002. ISBN 5-901528-04-2
- Scheurer, Ralf. Das Gebäude der Deutschen Botschaft in St.Petersburg von Peter Behrens. In «St.Petersburg-Leningrad».Universität Karlsruhe (TH), Institut für Baugeschichte. Karlsruhe.2000
- «Deutsche Botschaft 1911—1912 Peter Behrens», «DU». Die Zeitschrift der Kultur. Heft Nr.12, Dezember 1998
- Крастиньш Я. А. Стиль модерн в архитектуре Риги. Москва, Стройиздат, 1988.
Weblinks
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Schiedmayer grand piano from the musicroom of the House Behrens Darmstadt 1901 2014 йыл 1 февраль архивланған.
- Петер Беренс: тематик медиа-файлдар
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #118508466 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 2,0 2,1 Peter Behrens (нидерл.)
- ↑ Peter Behrens (ингл.) — OUP, 2006. — ISBN 978-0-19-977378-7
- ↑ Беренс Петер // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ German // (unspecified title)
- ↑ https://hdl.handle.net/21.12141/id/people.26B9CB98-92B1-43A6-A591-8FD424A564CB