Эстәлеккә күсергә

Бөрйән районы байрағы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Россия Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Бөрйән муниципаль районы байрағы

Бөрйән районы байрағы

Йәшел туҡыманың уртаһына һары алтымөйөш ҡуйылған, уның эсендә айыу һүрәте, ул ҡыҙыл төҫтә. Алтымөйөш ситтәрендә алтын төҫтә тамғалар һүрәтләнгән.

Символиканы нигеҙләү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гербҡа нигеҙләнеп эшләнгән байраҡ композицияһында Бөрйән районының тәбиғитәнең һәм тарихи үҫешенең үҙенсәлектәре сағылған.

Район үҙенең тәбиғәт һәм боронғо мәҙәниәт ҡомартҡылары менән билдәле. Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы һәм Башҡорт ҡурсаулығы «Шүлгән-таш» Бөрйән территорияһында урынлашҡан. Шүлгәнташ (Капова) мәмерйәһе — иң ҙур карст мәмерйәләренең береһе, уның диуарҙарының таштарында палеолит дәүеренең яҡынса 30 рәсеме һаҡланған. Улар бөтә донъя күләмендәге әһәмиәткә эйә. Шүлгәнташ — таш быуат дәүерендә ҡулланылған буяуҙар менән эшләнгән һүрәттәрҙең һаҡланыуы менән уникаль, Көнсығыш Европала башҡа ундай мәмерйә юҡ.

Тыуған яҡтарының меңйыллыҡ тарихына, ата-бабаларының данына хөрмәт йөҙөнән бөрйәндәр байраҡтарының үҙәк һыны итеп боронғо башҡорт ырыуҙары Бөрйән, Ҡыпсаҡ, Түңгәүер тамғаларын ҡуйғандар. Бер композицияға берләштерелгән тамғалар бал кәрәҙе һүрәте булып ойошҡандар. Был символик рәүештә бөтә донъяға билдәле бөрйән бал ҡортоноң төр булараҡ ошо ерҙә генә һаҡланғанын күрһәтә. Аҙыҡ та, дауа ла булған солоҡсолоҡтоң һәм умартасылыҡтың уникаль продукты — бал, байраҡта алтын менән тултырылған кәрәҙ рәүешендә һүрәтләнгән.

Бөрйән урмандарында күп төрлө хайуандар йәшәй, ләкин айыу улар араһында айырым урын алып тора. Башҡорттарҙың боронғо ырымы буйынса, айыу — изге хайуандарҙың береһе. Ул халыҡтың баһадир көсөн, юғары рухын, изгелеклелеген символлаштыра. Байраҡтың йәшел төҫө тәбиғәттең матурлығын, муллығын, уңдырышлылығын символлаштыра.

Байраҡтың алтын төҫөндәге элементтары — ҡояш һәм бал төҫө, эшһөйәрлектең, байлыҡтың символдары булып тора.