Википедия буйынса фекерләшеү:Викиосрашыу
Уҡыу көйләүҙәре
июль
[сығанаҡты үҙгәртеү]Урыны һәм ваҡыты
[сығанаҡты үҙгәртеү]һарыҡ һатып алырға, тигән тәҡдим булды Ҡатнашыусы:З. ӘЙЛЕнән . --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 10:33, 17 май 2016 (UTC)- турбаза кафеһендә ашарбыҙ. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 14:46, 21 май 2016 (UTC)
- Ирәмәлде күреп ҡайтырға була. Киндерле мәмерйәһенә барырға була. --Саган (әңгәмә) 17:43, 18 май 2016 (UTC)
- Мин дә Ирәмәлде күреп ҡайтыу яғында.--Лилиә (әңгәмә) 18:57, 19 май 2016 (UTC)
- Ирәмәлде лә күрербеҙ, Киндерлегә лә төшөрбеҙ. Әммә, ... аңлатмам түбәндәрәк. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 01:27, 20 май 2016 (UTC)
- Ни өсөн Бөрйән районы Шүлгәнташ мәмерейәһе тәҡдим ителә (Мәндәғол ауылындағы «КаповоТур» турбазаһы булыр, тип фаразлана)!? Киләһе йылға халыҡ-ара сара ойоштороп, Урал батыр эпосы, Башҡорт балы, Ҡурай, Башҡорт аты һәм ғөмүмән башҡорт темаларын килгән сит өлкә һәм сит ил викимедиясыларына аңлатып ҡайтарырырға ине. Бының өсөн Бөрйән районынан да уңайлыраҡ урын юҡ. Һәм быйыл шул урынды ҡарап, разведка эшләп ҡайтырға кәрәк. Шуға күрә ҡайҙа барыу тураһында фекерҙәрҙе тарҡатмай, быйылғы йылғы июль айы сараһын ниндәй көндә һәм нисек үткәреү тураһында уйлашайыҡ. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 01:27, 20 май 2016 (UTC)
- Көндәре — 15-17 июлде тәҡдим итәм. Сөнки финанс яҡты хәл итеүҙе шунан да алда өлгөрөп булмай. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 01:27, 20 май 2016 (UTC)
- Финанс сығымдар өсөн махсус грант яҙа башланым. Грант алыуҙың үҙ тәртибе бар һәм уға ваҡыт кәрәк. Грантҡа юл сығымдары, ашау сығымдарын тулыһынса, ә йәшәү сығымын бер ни тиклем самала һалырға уйлайым. Теләгәндәрҙе ҡунаҡханаға урынлаштырып, теләгәндәр палаткаларҙа ҡунып булыр, Аллаһ бирһә. Тиҙ ала торған грант төрө 2000$ сикләнгән. Тимәк, шул суммаға «һыйыр»ға кәрәк. Шуның өсөн кемдәр машина, кемдәр автобус/такси менән бара, сығымдарығыҙҙы иҫәпләп, бында яҙығыҙ. Шулай уҡ, йоҡлау мәсьәләһе тураһындағы ҡарарығыҙҙы еткерегеҙ. Ашау мәсьәләһен турбаза ашханаһында ойоштороу ыңғай булыр, тип уйлайым. Был сара, «Йәйләүгә сығыу», викимедиясылар өсөн генә түгел, ғәилә ағзалары менән бергә сығайыҡ, тип тәҡдим итәм. Күпме кеше булыуын анығыраҡ белеү өсөн нисә кеше килерен дә яҙығыҙ. Зинһар, фекерҙәрҙегеҙҙә бында яҙығыҙ. Сөнки грант биреү комиссияһына беҙҙең был кәңәшмә күләмен күрһәтергә кәрәк. Аңлауығыҙ өсөн рәхмәт. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 01:27, 20 май 2016 (UTC)
- "Урал батыр билбауы" туристик маршруты бар бит инде. "Маршрут баш ҡалабыҙ Өфөнән башланасаҡ. Унан Көньяҡ Урал заповеднигынан башланған Ямантауҙа туҡтайбыҙ. Ул шулай уҡ үҙенсәлекле легендалар - дейеүҙәр, аждаһалар менән бәйле урын. Учалы районында - Азия менән Европа сиге, Ахундағы һынташтар, Әүешкүл, "Әүлиә" шишмәһен ҡарап, Иҙел, Урал йылғалары башланған урынға барып етеп була. Унан кире әйләнеп, Әбйәлил районы "Яҡтыгүл" күле аша Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы Темәскә сығабыҙ. Унан һуң Бөрйәнгә, "Шүлгәнташ" мәмерйәһенә, унан Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура райондары аша сәйәхәт итеп, Күгәрсен районында, "Мораҙым" тарлауығында, Үрге Бикҡужалағы "Башҡорт ауылы"нда ял итеп, "Нөгөш" һыуһаҡлағысы, З. Биишева музейы, Бәндәбикә кәшәнәһе аша Ғафури районы Сәйетбаба ауылына - башҡорт милли мәҙәни үҙәгенә һуғылып, Өфөгә ҡайтырға була"http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&id=2241&to=art. Бәлки, ошо маршрутты ҡыҫҡартып һайларғалыр. Галопом по Европе, тигән кеүек. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 04:31, 20 май 2016 (UTC)
- Был киләһе йыл сараһы булараҡ бик тә ыңғай. Һәм был вариантҡа беҙ июль айы осрашыуы һөҙөмтәһе булараҡ барып етергә тейешбеҙҙер ул. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 05:33, 20 май 2016 (UTC)
- Тимәк, быйыл туп-тура - Бөрйәнгә, Шүлгәнташҡа! --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 05:47, 20 май 2016 (UTC)
- Йылҡысыҡҡан күлен индерергә кәрәк маршрутҡа, шунан башҡорт аттары, Аҡбуҙат сыҡҡан. Иҫке Собханғол янында ер аҫтында 5 метрлы гигант йоҡлай. Калинин районы Өфөлә Волчок күле, тамуҡҡа ҡапҡа. АИФ, 2016 йыл, №14, Эрнст Мулдашев мәҡәләһе. --Лилиә (әңгәмә) 07:08, 20 май 2016 (UTC)
- Әссәләмәғләйкүм, барығыҙ ҙа! Бөрйән ерлегендә осрашыуға бик шатмын!Иншалла, ситтә ҡалыу юҡ."Йәш сәйнүк" булараҡ, мин әле сараны күҙ алдыма килтереп бөтә алмайым.Шуға, бәлки, скайп аша һөйләшеү үткәреп алһаҡ, нисек ҡарайһығыҙ?Китапхана проекты буйынса эшләүселәргә Илдар Кинйәбулатов даими рәүештә шулай һөйләшеү үткәреп торҙо. Ошо районда йәшәүсе булараҡ, әҙерлек буйынса мин нимәләр эшләй алам? Һарыҡ белешә тора алам.Тағын да, өйҙәр белешеп булыр, бәлки.Янғантауҙа Рәшиҙә Ғиззатулинаның "Йәншишмә ҡайҙан башлана?" китабы буйынса семинар тәҡдим ителгәйне.Гүзәл Булат тәҡдиме менән.Шуны мотлаҡ индерер кәрәк программаға.Китап үҙ эсенә ғәйәт ҙур информация туплаған.Тарих өлкәһендә нимә генә белмәйбеҙ.Люксембург, әллә ниндәй африка ҡәбиләһе т-да ла әллә нәмәләр белеп һөйләп ултырабыҙ. Ә үҙ тарихыбыҙҙа томана наҙанбыҙ.Шүлгән үҙе генә лә легендалар ояһы. Аҡбулатта Бабсаҡ бей ҡорғаны үҙе ҙур тарих.Ә Байназарҙа ошоға бәйле Ҡурыуҙы бауы, бей кисеүе...Күҫәк бей Ҡарағоламбәтте алып киткән тарихҡа бәйле ер-һыу- шул юл үҙе бер тарих.Легенданың ике варианты бар.Бөрйән һәм Ҡыпсаҡ варианттары.Шул юлды белгән тарихсыны йәлеп итә алыр инем...һ.б(Көнһылыу)
- Көнһылыу, Эрнст Мулдашев "Аргументы и факты" гәзитендә (№14): "Иҫке Собханғол ауылы янында ер аҫтында ултырған көйө гигант йоҡлай," - тип яҙған. Шул ерҙе беләһеңме? --Лилиә (әңгәмә) 00:45, 21 май 2016 (UTC)
Исемен алмаштырыу
[сығанаҡты үҙгәртеү]Был биттең исеме есеменә тап килмәй. Викисрашыуҙар ғына түгәл, ә барлыҡ вики-сараларҙы планлаштырыу һәм тормошҡа ашырыу битенә әйләнде. Шуға күрә Википедия:Вики-саралар, тип үҙгәртәйек әле. Был биткә һылтанған башҡа биттәр күп түгел. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 03:43, 25 май 2016 (UTC)
Күсерелде Википедия:Вики-саралар/Аҡбуҙат турбазаһы.--Саган (әңгәмә) 03:54, 25 май 2016 (UTC)