Ғилманова Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы
Ғилманова Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
БАССР, Ғафури районы, Имәндәш ауыл |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
тележурналист |
Наградалары: | |
Ғилманова Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы (1 ғинуар 1954 йыл) — тележурналист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1985 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы (1985). Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Татарстан Республикаһының (1997) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994). Шәһит Хоҙайбирҙин (1994) һәм Мәжит Ғафури исемендәге (2005) премиялар лауреаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы Ғилманова 1954 йылдың 1 ғинуарында БАССР-ҙың Ғафури районы Имәндәш ауылында тыуған.
- 1973 йылдан башлап Ғафури районының Красноусол башланғыс мәктәбе директоры, район халыҡ мәғарифы бүлеге инспекторы.
- Ҡазан дәүләт университетын тамамлаған (1981).
- 1975 йылдан алып «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының федераль дәүләт унитар предприятиеһында эшләй: 1992 йылдан башлап «Тамаша» телевизион ижад берекмәһе етәксеһе, 1998—2005 йылдарҙа баш мөхәррир; бер үк ваҡытта 1990—2004 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында уҡыта.
- 2005 йылдан алып «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы эргәһендәге Телерадио сәнғәте мәктәп-студияһы директоры.
Журналист эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мостай Кәрим тураһында 20 документаль фильм, Башҡортостандан ситтә йәшәүсе башҡорттар тормошо («Араларҙы яҡынайтып» — «Сокрашая расстояния», «Башҡорттар»), исламдың әхләҡи ҡиммәттәре («Йома»), Башҡортостан әҙәбиәте, мәҙәниәте һәм сәнғәте («Сәхнәлә һәм сәхнә артында» — «На сцене и за кулисами») тураһында телетапшырыуҙар, «Сәләм» иртәнге мәғлүмәт һәм йыр-моң программаһы, «Йыр бүләк итәм» («Дарю песню») йыр-моң программаһы, һ.б. авторы. М. Кәримгә арналған Дәүләт аудио-видеоархив формалаштырған, фильмографик белешмә төҙөгән, «Мостайҙың алтын мираҫы» аудиопродукциялар серияһын сығарған. Ф. М. Бүләков сценарийы буйынса «Ай ҡыҙы» — тәүге башҡорт телесериалы (2001—2002; «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы) проекты инициаторы һәм продюсеры.
Маҡтаулы исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2005);
- Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1997);
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994);
- Шаһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1994);
- Мәжит Ғафури исемендәге премия лауреаты (2005).
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғилманова Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 1 ғинуарҙа тыуғандар
- 1954 йылда тыуғандар
- Ғафури районында тыуғандар
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре
- Башҡортостан журналистары
- Башҡортостан Журналистар союзы ағзалары
- Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары
- Мәжит Ғафури исемендәге премия лауреаттары
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Ҡазан университетын тамамлаусылар
- Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- «Тамаша» журналы хеҙмәткәрҙәре