Вәлитов Зөфәр Зәки улы
Зөфәр Вәлит | |
Исеме: |
Зөфәр Зәки улы Вәлитов |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: |
Башҡорт АССР-ы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының) Стәрлетамаҡ ҡалаһы |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
шағир |
Ижад йылдары: |
1985 |
Жанр: | |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Наградалары: |
Зәйнәб Биишева һәм Фатих Кәрим исемендәге премиялар |
Вәлитов Зөфәр Зәки улы (псевдонимы Зөфәр Вәлит; 1 февраль 1949 йыл) — башҡорт шағиры, 2005 йылдан Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015). Зәйнәб Биишева (2015) һәм Фәтих Кәрим (2019) исемендәге премиялар лауреаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зөфәр Зәки улы Вәлитов 1949 йылдың 1 февралендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. Балалыҡ һәм йәшлек йылдары Күгәрсен районының Күгәрсен ауылында үтә.
Мораҡ ауыл һөнәрселек училищеһын, Өфө урман хужалығы техникумын тамамлай. Өфө заводтарында электрик, автослесарь, мастер булып эшләй, Башҡортостандың ҡулланыусылар союзы системаһында өлкән инженер, колхозда баш инженер вазифаһын башҡара. Хаҡлы ялға сығыр алдынан хеҙмәт эшмәкәрлеген Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә дауам итә.
Әҙәби ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зөфәр Вәлит шиғриәт менән бала сағынан, йәшлек йылдарынан шөғөлләнә. Етмешенсе йылдар уртаһынан уның әҫәрҙәре республиканың гәзит һәм журналдарында даими баҫыла. «Йырҙарымдың йәшел бишеге» тип исемләнгән тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1993 йылда «Китап» нәшриәте сығарған «Бәйге» серияһында донъя күрә. 2001 йылда «Күңелем ҡуҙҙары» китабы ошо уҡ нәшриәттә «Тамғалар» серияһы менән баҫылып сыға. Артабан бер-бер артлы «Йылдар сатында» (2003), « Кәрәҙле минуттар» (2004), «Йырлы ғүмер» (2004) , «Һуң түгел» (2005), «Мин йәшәгән донъя» (2009), «Я вижу» (2011) йыйынтыҡтары уҡыусыға тәҡдим ителә.
Үҙенең әҫәрҙәрендә шағир тормош һәм йәшәү мәғәнәһе, шәхестең йәмғиәттәге урыны тураһында уйлана, шуға ла уларға оло гражданлыҡ хисе, Ер-әсә алдындағы оло бурыстарҙы фәлсәфәүи юҫыҡта төплө аңлау хас. Әҙип тыуған тәбиғәт хозурлығын сағыу биҙәктәр менән тасуирләй, уның һәр матурлығы менән һоҡлана һәм ғорурлана, тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл булырға саҡырыу менән кешеләрҙе изгелеккә һәм мәрхәмәтлеккә өндәй.
Уның лирик шиғырҙары үҙҙәренең ҡоролошо, эске һәм тышҡы интонацияһы менән көйгә һалыуҙы һорай кеүек, шуға ла күп кенә композиторҙар Зөфәр Вәлит һүҙҙәренә йырҙар яҙған.
Әҙиптең шиғри шәлкемдәре республиканың гәзит һәм журналдарында, шулай уҡ руссаға тәржемә ителеп, «Бельские просторы» журналында ла даими донъя күреп килә.
Зөфәр Вәлит 2005 йылда Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзына ағза итеп ҡабул ителде.
«Мин йәшәгән донъя» (2009) һәм «Һайраһын бурандарым» (2015) китаптары өсөн 2015 йыл өсөн Башҡортостан Күгәрсен районы хакимиәте һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзының берлектә булдырған Зәйнәб Биишева исемендәге премияға лайыҡ булды.
2019 йылда Бәләбәй районы хакимиәте һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзының берлектә булдырған Фатих Кәрим исемендәге премияға лайыҡ булды.
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йырҙарымдың йәшел бишеге: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 1993
- Күңелем ҡуҙҙары: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2001
- Йылдар сатында: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2003
- Кәрәҙле минуттар: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2004
- Йырлы ғүмер: Шиғырҙар. — Нефтекама. 2004
- Һуң түгел: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2005
- Мин йәшәгән донъя: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2009
- Я вижу: Стихи. --Уфа: Издательство «ИП Фенин» , 2011
- Һайраһын бурандарым: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2015
- Һөйөү бер ни талап итмәй Шиғырҙар — Өфө:Китап. 2019
Гәзит һәм журналдарҙа баҫылған әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һағыш бәхеттең артынан йөрөйҙөр ғүмер баҡый // Шиғырҙар. «Башҡортостан» гәзите, 2012, 24 июль.
- Не считайте ненужным // Перевод Андрея Кадынцева. «Бельские просторы», 2012, № 10. (рус.)
- Тормош ябай икән… // Шиғырҙар. «Башҡортостан» гәзите, 2012, 14 декабрь.
- Йəнгə өндəшеү // Шиғырҙар. «Ағиҙел», 2013, № 6.
- Донъя һине ҡабул итһен тиһәң, Ҡурҡма һин Кеше булыуҙан! // Шиғырҙар. «Башҡортостан» гәзите, 2015, 3 февраль.
- Күңелемдә күҙ-йәш түгел…// Шиғырҙар. «Йәшлек» гәзите, 2015, № 14.
Әҙип хаҡында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бикбаев Р. Кешелекле матурлыҡ. «Башҡортостан» гәзите, 2014, 5 февраль.
- Әнғәм Хәбиров. Ҡояш та бит, ана, эстән яна…Өфө: Китап, 2011. — 70 бит.
- Әнғәм Хәбиров. Саф мөхәббәт йырсыһы.(Ватандаш (журнал), 2020.№ 6-176 бит.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2015)[1].
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015)
- Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты (2019).
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.
- Антология поэзии Башҡортостана./Сост.: Равиль Бикбаев,Азамат Юлдашбаев. --Уфа: Китап, 2007. — 362 с. (рус.)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ В Башкортостане вручили литературные премии имени Зайнаб Биишевой. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 25 ғинуар (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 ғинуар 2016)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башкирское издательство «Китап» имени Зайнаб Биишевой Главная > Наши авторы Зуфар Валит(недоступная ссылка)
- Сайт журнала «Бельские просторы» Авторы «Бельских Просторов»(недоступная ссылка)
- «Башҡортостан» гәзите, 2012, 24 июль 2016 йыл 9 март архивланған.
- Бельские просторы, № 10, 21.11.2012
- «Башҡортостан» гәзите, 2012, 14 декабрь 2016 йыл 9 март архивланған.
- «Башҡортостан» гәзите, 2014, 5 февраль(недоступная ссылка)
- «Ағиҙел» журналы, 2013, № 6
- «Башҡортостан» гәзите, 2015, 3 февраль(недоступная ссылка)
- Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы, 16 декабрь 2015 й.№ УГ-342