Гөлли Мөбәрәкова
Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова — СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисткаһы, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, театр педагогы, режиссер. 1936 йылдың 19 сентябрендә донъяға килгән.
Башҡорт дәүләт академия драма театрында ижад юлын 1959 йылда Мәскәүҙә А.В. Луначарский исемендәге театр сәнғәте институтын тамамлап ҡайтҡас башлай.
[үҙгәртергә] Ролдәре
Вольтерҙың «Мөхәбәт» пьессаһында — Альмира, Максим Горькийҙың «Һуңғылар» пьессаһында — Любовь, Сынғыҙ Айтматовтың «Әсә баҫыуы»һенде — Алиман, Илшат Йомағоловтың «Нәркәс»ендә — Зөмрәт, Ғәҙел Ҡотойҙоң «Тапшыралмаған хаттар»ында — Ғәлиә.
Әсхәт Мирзаһитовтың «Әсәләр көтәләр улдарын» спектаклендәге Хафиса роле Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы менән баһаланды.
Мостай Кәримдең сәхнә әҫәрҙәрендә Шәфәҡ («Ай тотолған төндә»), Гөлнәзирә («Салауат»), Агазия («Ташлама утты, Прометей!»), Мәҙинә («Йәйәүле Мәхмүт») ролдәрен уйнау ҙур тәжрибә мәктәбе булды.
1978 йылда Мостай Кәрим әҫәре буйынса төшөрөлгән «Ай тотолған төндә» нәфис фильмында Тәңкәбикә ролен уйнай.
Гөлли Арыҫлан ҡыҙы – Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы, Салауат Юлаев ордены кавалеры.
