Диалектика

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Диалектика (бор. грек. διαλεκτική — әңгәмәләшәм) — тәбиғәт, йәмғиәт һәм кеше аңының үҫеш закондарын аңлатыу һәм тасуирлауҙың фәнни-философия ысулы.

Төшөнсәнең үҫеш тарихы[үҙгәртергә]

Диалектика метафизикаға (әйбер һәм күренештәрҙе үҙгәрешһеҙ, бер-береһенә бәйләнмәгән тип фекерләү алымы) ҡаршы ҡуйыла. Диалектик концепция Боронғо Грецияла барлыҡҡа килеп, тәүҙә бәхәсләшеү оҫталығын аңлата. Яңы осорҙа немец философ-идеалистары, айырыуса Г.Гегель, хеҙмәттәрендә классик форма ала. Гегелсә, диалектикалогик категорияларҙан башланып, артабан тәбиғәт һәм рух даирәләренә күсә һәм, бөтә тарихи процестың категориаль диалектика менән тамамланып, ысынбарлыҡтың бөтә өлкәләрен дә үҙ эсенә ала. Ул үҫеште Гегель триадаһы тип аталған тезис-антитезис-синтез формулаһы (әйбер үҫеү барышында үҙен-үҙе “кире ҡаға”, икенсегә әйләнә, шунан һуң “ҡапма-ҡаршылыҡты юя”, үҙенә кире әйләнеп ҡайта, ләкин — үҫештең яңы кимәлендә) ярҙамында һүрәтләй. Идеалист булараҡ, Гегель бөтә универсумды Абсолют Рухтың үҙ-үҙен диалектик асыуы тип күҙ алдына килтерә.

Марксизм диалектикаһы[үҙгәртергә]

Марксистик философия Гегелдең диалектик ысулын үҙләштерә, әммә уны тәбиғәткә һәм йәмғиәткә күсерә. Марксизм б‑са, диалектика бер яҡтан — тәбиғәтте, икенсе яҡтан йәмғиәтте өйрәнеү ысулы булырға тейеш, был классик, метафизик натурфилософияның һәм социаль философияның бөтөүен аңлата. Марксизм субъектив (фекерләүҙең үҙен һүрәтләй) һәм объектив (тирә-яҡтағы процестарҙы) диалектиканы айырып ҡарай. Марксизмда шулай уҡ бығаса Гегелдә үк йәшертен булған диалектиканың төп өс законына аныҡлама бирелә: ҡапма-ҡаршылыҡтарҙың берҙәмлеге һәм ҡаршылығы законы; һан үҙгәрештәренең сифат үҙгәрешенә күсеүе; инҡар итеүҙе инҡарлау (инҡар ителгән тезисҡа ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы диалектик “юҡ итеү” аша ҡайтыу). Классиканан һуңғы көнбайыш философияла (19—20 бб.) донъяға диалектик ҡараштан бер ни тиклем ситкә китеү күренә. Диалектика урынына йә метафизика (позитивизм), йә иррациональ мәғәнәле ысулдар — һиҙемләү, художестволы һиҙемләү, деконструкция (иррационализм, постмодернизм) килә. Диалектика үҫеше Көнбайышта фәҡәт неогегельянлыҡта (Б.Кроче, Л.Джентиле) һәм неомарксизмда (Т.Адорно, М.Хоркхаймер, Г.Маркузе) дауам итә. Шул уҡ ваҡытта ватан философияһында диалектика идеалистик (бөтә нәмәлә берҙәмлек философияһы) һәм материалистик (совет марксизмы) традицияларҙа үҫешә.

Совет һәм Рәсәй философияһы диалектикаһы[үҙгәртергә]

Бөтә нәмәлә берҙәмлек философияһында диалектика бөтә нәмәне лә берләштергән һәм шул рәүешле механистик фекерләүгә — логикаға ҡаршы тороусы органик фекерләү (В.С.Соловьёв), аҡылыбыҙҙың сикләнгән булыуынан килгән интеллектуаль буйһоноусанлыҡтың үҙенә самаһыҙ ышанған логик аҡылға ҡапма-ҡаршы төрө (П.А.Флоренский), йәшәйеште нисек бар, шулай һүрәтләгән ысын филос. реализм (А.Ф.Лосев) итеп ҡабул ителә. Марксистик диалектика вәкиле — идеаллек тураһындағы тәғлимәтте материализм сиктәрендә үҫтереүсе һәм, идея аҫтында ижади әүҙемлекте — хеҙмәт ярҙамында индерелгән “ысынбарлыҡтың кеше аспектын” күҙ уңында тотоп, идеаль диалектика концепцияһын булдырыусы Э.В.Ильенков.

Башҡортостанда диалектика проблемалары[үҙгәртергә]

БР‑ҙа диалектика проблемалары Б.С.Ғәлимов (донъяның фәнни картинаһында үҫеш принцибы), А.В.Лукьянов (И.Фихте философияһында диалектика), С.Н.Семёнов (ижад диалектикаһы), Т.Ғ.Солтанғужин (фәнни танып белеүҙең методологияһы булараҡ диалектика), В.С.Хазиев (материалистик диалектика), Э.М.Чудинов (фәнни танып белеү диалектикаһы) хеҙмәттәрендә сағылыш таба.

Сығанаҡ[үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Диалектика как методология научного познания: межвуз. науч. сб. Уфа, 1976;
  • Галимов Б.С. Принцип развития в основаниях научной картины природы. Саратов, 1981;
  • Ильенков Э.В. Диалектика абстрактного и конкретного в научно-теоретическом мышлении. М., 1997.