Иммануил Кант

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Иммануил Кант
Immanuel Kant
Kant foto.jpg
Тыуған ваҡыты:

22 апрель 1724(1724-04-22)

Тыуған урыны:

Кёнигсберг, Пруссия

Үлгән ваҡыты:

12 февраль 1804(1804-02-12)

Вафат урыны:

Кёнигсберг, Пруссия

Подданлығы:

Королевство Пруссия Королевство Пруссия

Ижад теле:

немецкий

Мәктәп/традиция:

кантианство

Йүнәлеш:

немецкая классическая философия

Ваҡыт арауығы:

философия XVIII века

Төп мәнфәғәте:

эпистемология, метафизика, этика

Мөһим идеялары:

категорический императив, трансцендентальный идеализм, трансцендентальное единство апперцепции, способность суждения, вечный мир

Йоғонто яһаған шәхестәр:

Платон, Беркли, Вольф, Тетенс, Хатчесон, Монтень, Юм, Декарт, Лейбниц, Локк, Мальбранш, Ньютон, Руссо, Спиноза

Дауам итеүсе шехестер:

Рейнгольд, Якоби, Мендельсон, Гербарт, Соломон Маймон, Фихте, Шеллинг, Гегель, Шопенгауэр, Фриз, Гельмгольц, Коген, Наторп, Виндельбанд, Риккерт, Риль, Файхингер, Кассирер, Гуссерль, Хайдеггер, Пирс, Витгенштейн, Апель, Стросон, Куайн

Имзаһы:

подпись

Иммануи́л Кант (нем. Immanuel Kant [ɪˈmaːnu̯eːl ˈkant]; 22 апрель, 1724, Кёнигсберг, Пруссия[1] — 12 февраль, 1804, шунда уҡ) — немец (алман) философы, немец классик философияһына нигеҙ һалыусы, ( Мәғариф һәм Романтизм осоро).

Биографияһы[үҙгәртергә]

1724 йылда Кенигсбергтә эйәр эшләүсе ғаиләһендә тыуған. Исеме изге Иммануил хөрмәтенә бирелгән. Теология докторы Франц Альберт Шульц ҡурсыуында һәләтле баланы «Фридрихс-Коллегиум» тигән абруйлы гимназияға урынлаштыралар, 1740 йылда Кёнигсберг университетына уҡырға инә. Атаһы үлеү сәбәпле уҡыуын тамамлай алмай, 10 йыл өйҙәргә йөрөп балалар уҡыта. Тап шул осорҙа 1747—1755 йылдар үҙенең космогоник гипотезаһын баҫтырып сығара, ул Ҡояш системаһы башланғыс томанлыҡтан барлыҡҡа килгән тип иҫәпләй. Был фекер әлегәсә йәшәп килә.

1755 йылда Кант диссертацию яҡлап, докторлыҡ дәрәжәһенә эйә була, ниһайәт, университетта уҡытырға мөмкинлек ала. .40 йыл буйы үҙен ошо эшкә бағышлай.

Ете йыллыҡ һуғыш ваҡытында 1758 - 1762 год Кёнигсберг Рәсәй хөкүмәте юрисдикцияһында була, был философтың хаттарында ла сағылыш таба. 1758 йылда императрица Елизавета Петровнаға ординар профессора вазифаһын һорап хат яҙа.


1770 йылдан Канттың ижадында "тәнҡитселек осоро" тип һанайҙар. 46 йәшендә Кёнигсберг университетының логика һәм метафизика профессоры итеп тәғәйенләнә, 1797 йылға тиклем бик киң даирәне - философик, математик, физик дисциплиналарҙы уҡыта.

Был осорҙа Кант фундаменталь фәлсәфәүи хеҙмәттәр яҙа, ул XVIII быуаттың бөйөк фекер эйәләренең береһе булып таныла, донъя фәлсәфәүи даирәһенә ҙур йоғонто яһай

Сәләмәтлеге хөрт булыу сәбәпле, Кант бик ҡаты режим буйынса йәшәй һәм барлыҡ дуҫтарынан оҙағыраҡ йәшәй. Артыҡ ныҡ теүәллеге хатта тәпсирле алмандар араһында ла уның хаҡында көләмәстәр тыуыуына сәбәп була. Өйләнмәгән Ҡарт көнөндә ҡыҙ туғандарының береһе тәрбиәләгән [2].

Милләт айыра торған ғәҙәте булған, мәҫәлән, юдофобия[3].

Кант Кёнигсбергтың Кафедраль соборы янында, профессорҙар ҡәберлегендә ерләнгән. 1924 йылда , тыуыуына 200 йыл тулыу айҡанлы ҡәбере өҫтөндәге часовня урынына асыҡ колонна залы яһап ҡуйғандар.

Ижад баҫҡыстары[үҙгәртергә]

Кант фәлсәфәүи үҫештә ике баҫҡыс үтә : «тәнҡитсегә тиклем» һәм «тәнҡитсе» осоро (Был төшөнсәләр философтың «Критика чистого разума», 1781 год; «Критика практического разума», 1788 год; «Критика способности суждения», 1790 год) тигән хеҙмәттәре буйынса билдәләнә.

I баҫҡыс ( 1770 йылғаса) — Кант үҙенәсә булған фәлсәфәүи фекерҙәрҙәге һорауҙарға яуап эҙләй. Үҙ асыштары ла була

II баҫҡыс ( 1770 йәки 1780 йылдарҙа) — гносеологик, метафизик (дөйөм фәлсәфә), йәшәйеш, әхлаҡ, дәүләт һәм хоҡуҡ, эстетика, кеше булмышы, донъяны аңлау даирәләре буйынса хеҙмәттәр яҙа.

Философия[үҙгәртергә]

Ҡалып:Кантианство

Кеше тураһында[үҙгәртергә]

Канттың кешегә ҡарашы «Антропология прагматик ҡараштан» (1798 йыл) тигән китабында сағылыш таба. Уның төп өлөшө кшенең өс һәләтенә яоашлы өс өлөштән тора: белемгә һәләт, ҡәнәғәтлек һәм ҡәнәғәтһеҙлек,теләк булыу.

Кеше — донъяның иң мөһим яралтылмышы, сөнки уның үҙбилдәләнешкә һәләте бар.[4]

Кеше — иң ҙур ҡиммәт, ул шәхес. Эгоизм - кешенең тәбиғи сифаты. Уны тыя белергә, аҡыл менән йүгәнләргә кәрәк.[4]

Кешенең аңһыҙан килгән күҙаллауҙары булырға мөмкин — «ҡараңғылыҡ».[4] Ошо ҡараңғылыҡта нимәлер ижад ителеүе лә мөмкин.

Хистәр ташыуҙан, дәрттән кеше бик ашҡыныуы мөмкин. Мәгәр хистәрҙе һәм теләктәрҙе әхлаҡи һәм мәҙәни ҡағиҙәләр сикләп тора[4].

Кант даһилыҡ төшөнсәһен дә тикшерә. «Уйлап табыуға талантты даһилыҡ тип атайҙар».[4]

Китаптары[үҙгәртергә]

Урыҫса баҫмалар[үҙгәртергә]

  • Иммануил Кант. Сочинения в шести томах. Том 1. — М., 1963, 543 с (Философское наследие, Т. 4)
  • Иммануил Кант. Сочинения в шести томах. Том 2. — М., 1964, 510 с (Философское наследие, Т. 5)
  • Иммануил Кант. Сочинения в шести томах. Том 3. — М., 1964, 799 с (Философское наследие, Т. 6)
  • Иммануил Кант. Сочинения в шести томах. Том 4, часть 1. — М., 1965, 544 с (Философское наследие, Т. 14)
  • Иммануил Кант. Сочинения в шести томах. Том 4, часть 2. — М., 1965, 478 с (Философское наследие, Т. 15)
  • Иммануил Кант. Сочинения в шести томах. Том 5. — М., 1966, 564 с (Философское наследие, Т. 16)
  • Иммануил Кант. Сочинения в шести томах. Том 6. — М., 1966, 743 с (Философское наследие, Т. 17)
  • Иммануил Кант. Критика чистого разума. — М., 1994, 574 с (Философское наследие, Т. 118)
  • Иммануил Кант. Собрание сочинений в 8 томах. — Издательство: ЧОРО, 1994 г. — ISBN 5-8497-0001-3, ISBN 5-8497-0002-1, ISBN 5-8497-0003-X, ISBN 5-8497-0004-8, ISBN 5-8497-0005-6, ISBN 5-8497-0006-4, ISBN 5-8497-0007-2, ISBN 5-8497-0008-0.
  • Иммануил Кант. Лекции по этике. — М.: Республика, 2000. — 431 с.
  • Иммануил Кант. Критика чистого разума / Пер. с нем. Н. Лосского сверен и отредактирован Ц. Г. Арзаканяном и М. И. Иткиным; Примеч. Ц. Г. Арзаканяна. — М.: Эксмо, 2007. — 736 с. — ISBN 5-699-14702-0
  • Иммануил Кант. Критика чистого разума / (Пер. с нем. ;предисл. И. Евлампиева). — М.: Эксмо; СПб.:Мидгард, 2007. — 1120 с. — (Гиганты мысли) ISBN 5-91016-017-4

8 томлыҡ әҫәрҙәр йыйынтығы[үҙгәртергә]

Ҡалып:Библиография

Интернетҡа ҡуйылған урыҫса тәржемәләре[үҙгәртергә]

Иммануил Кантты урыҫсаға тәржемә итеүселәр[үҙгәртергә]

  • Бурдес, Борис Павлович
  • Владиславлев, Михаил Иванович
  • Лосский, Николай Онуфриевич
  • Фохт, Борис Александрович
  • Соколов, Николай Матвеевич
  • Шейнман, Сесиль Яковлевна

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә]

  • Субъективный идеализм
  • Агностицизм
  • Беркли, Джордж
  • a priori
  • Имманентная философия
  • Правовое государство
  • Ҡалып:Не переведено
  • Sapere aude

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. хәҙерКалининград, Россия
  2. Куно Фишер, «История новой философии. Иммануил Кант и его учение».
  3. Канттың йәһүдтәргә тиҫкәре ҡарашы тураһында Фишер К. яҙа Иммануил Кант и его учение». Книга 4, глава 6. Цитируется как сам Кант в письме Рейнгольду, так и мнение о нем его корреспондента И. Г. Гамана. Куно Фишер сообщает и о прекрасных отношениях Канта с Моисеем Мендельсоном, которого Кант очень ценил. В свою очередь, именно к Мендельсону обратились с просьбой сделать эскиз юбилейной медали для Канта на 60-летие последнего.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Гулыга А. В. Кант. М., «Молодая гвардия», 1977. — 304 с., ил. (Жизнь замечат. людей. Серия биографий. Вып. 7 (570)). — Глава 7.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]