Заһит

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Заһит — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Заһит ғәрәп телендә суфый; изге, тыйнаҡ тигән мәғәнәлә[1].

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гәрәев Заһит Хажи улы (1896 — ?) — хәрби эшмәкәр. Хәрби фәндәр кандидаты (1943).

Фамилия[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Заһитова Алина Илназ ҡыҙы (18 май 2002 йыл) — Рәсәй фигурисы, «яңғыҙ шыуыусы ҡатын-ҡыҙ» категорияһында сығыш яһай. 2018 йылда Пхёнчханда уҙған Ҡышҡы Олимпия уйындары чемпионы һәм команда ярышының көмөш призёры. Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй) кавалеры (2018).

Заһитов Ғазый Ҡазыхан улы (20 август 1921 йыл — 23 август 1953 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, артиллерия бригадаһы разведчигы, өлкән сержант. 1945 йылдың 30 апрелендә 22 сәғәт 40 минутта гвардия капитаны Владимир Николаевич Маков командалығында беренселәрҙән булып Берлинда Рейхстаг бинаһына Ҡыҙыл Байраҡ ҡаҙай. Шунда Заһитовтың күкрәгенән дошман пуляһы үтәнән-үтә сыға, әммә ул алышыуын дауам итә.

Заһитов Рәүис Хәбир улы (19 ноябрь 1948 йыл) — башҡорт театр актёры. 1985 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1998), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1984) һәм халыҡ артисы (1989).

Заһитов Ғабдулла Ғиниәтулла улы (1 ғинуар 1918) — педагог, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Йондоҙ һәм Ватан һуғышы ордендары кавалеры. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1976). Милләте — башҡорт.

Заһитова Зимфира Мөхәмәҙи ҡыҙы (13 август 1949 йыл) — табип, хеҙмәт ветераны. Юғары категориялы табип (2007), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1993), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1993). «Мәсәтле районының 100 данлыҡлы исеме» проекты дипломанты (2019).

Ауылдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яңы Заһит (рус. Новозаитово) — Башҡортостандың Ғафури районындағы ауыл.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ